+13 °С
Облачно
Кисә Иҫке Собханғолда бер-бер артлы дүрт өй яныуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Дүрт ғаилә бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Янғын урынын таҙартҡан саҡта, халыҡ Ҡөрьән китабына юлыға. Ул башлыса зыян күрмәгән, бары тик ситтәре генә бер аҙ яна. Мөғжизәме? Мөғжизә! Динебеҙҙең изге китабы Хоҙай Тәғәлә ярҙамында имен ҡала.