Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2021, 22:27

Тағы бер ғаилә йортһоҙ ҡалды

Тағы "ҡыҙыл әтәс" ҡотора.

25 февралдә Иҫке Сибай ауылының Вәлиди урамындағы бер йортта янғын сыҡҡан. Сигнал алғас та урынға янғын һүндереүселәр юлланған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, подразделение килеп еткәндә өйҙөң ҡыйығы яна башлаған булған.
Утты һүндереүгә 8 янғын һүндереүсе һәм 3 берәмек техника йәлеп ителгән.
Янғындың сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле дуҫтар! Көндәр һалҡын тора. Зинһар мейестәрҙе яҡҡанда һәм йылытыу ҡоролмаларын ҡулланғанда бөтә төр хәүефһеҙлек сараларын теүәл күҙәтегеҙ! Балаларҙың үҙҙәрен генә, 5 минутҡа ла, өйҙә яңғыҙҙарын ҡалдырмағыҙ!
Һаҡланғанды - һаҡлармын тигән, Хоҙай Тәғәлә. Бөтәбеҙ ҙә һау булайыҡ!
Читайте нас: