Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2021, 19:19

Карикатура менән дан яуларға ынтылған “рәссам”

Тәбиғәттән бирелмәгән һәләтте ул башҡорт халҡын хурлаған “картиналар” менән аҡларға уйлай. Башҡорт милли кейемендәге ярым яланғас ҡыҙҙар, егеттәр... Хатта башҡорт халҡының нисәмә йөҙ меңләгән кешеһен үткән быуаттарҙан чахотка, нервы һ.б. ауырыуҙарҙан дауалаған ҡымыҙ бешеү йолаһын да ул оятһыҙ күренешкә әүерелдергән. Нимә был? “Рәссам” үҙенә булған тәнҡитте кешеләрҙең сәнғәтте аңламауы менән белдергән була. Ошомо “сәнғәт”?! Тотош боронғо халыҡты мыҫҡыл итеп, уға карикатура яһап!..

Ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ...” Йыш ҡына дуҫтарҙан, туғандарҙан ғына түгел, ә осраҡлы кешеләрҙән ишеткән ошо баһаламаны бер ҙә өнәп еткермәй инем. Сөнки тормоштоң матурлығын күрә белһәң, ябай бер ҡар бөртөгөндә лә иҫ киткес, ҡабатланмаҫ матурлыҡ бар. Һуңғы осор, ниһайәт, ҡыуандырған ҡарҙың ай яҡтыһындағы гүзәллегенә хайран ҡалып күҙәтәм. Юҡ, тормош матур ул! Ябайлығы, эскерһеҙлеге, изгелеге менән. Тик беҙ – әҙәм балалары уны күреүҙән-күҙәтеүҙән туҡтаныҡ. Уйыбыҙҙа – күберәк аҡса эшләү, күрше-туғандарҙан артығыраҡ йәшәү, тәмлерәк ашап-эсеү. Һәм бына ошо “бейеклектәргә” өлгәшеү өсөн кеше тип аталған зат нимәгә генә бармай. Урлаша, алдай, тәүлек әйләнәһенә ғәйбәт һөйләп түрәләргә ярамһаҡлана, енәйәттәргә бара... Ошоларҙы күҙәтеп арыған йән-күңелеңде Ер-Әсәнең ниндәй мөйөшөнә алып барып тығырға икән тип уйлана башлайһың... Сөнки бер йөрәк аша үткән туҡтауһыҙ һыҙланыуҙар иң көслө кешене лә туҙҙыра, кешеләр түгел, ә хайуандар донъяһында йәшәүе күпкә дөрөҫөрәк һәм еңелерәк булыр ине тигән уйға килтерә.

Һәр әҙәм балаһы үҙ милләте, үҙ теле менән донъяға ауаз һала. Кемдер был юғары ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай, халҡының бар ҡаҙаныштарын ғына түгел, ә ҡайғы-һағыштарын да йөрәге аша үткәреп йәшәй. Хоҙай Тәғәләме, ниндәйҙер башҡа Юғары Көстәрме, бушҡа ғына ер йөҙөнә шул тиклем күп милләтте ебәрмәгәндер. Беҙ төрлөлөгөбөҙ менән матурбыҙ. Хас та гөлләмәләге төрлө сәскәләр кеүек. Һәр милләттең үҙенең һоҡланғыс тарихы, милли кейеме, уйын ҡоралдары, уй-хистәре, йола-ғәҙәттәре бар. Был беҙҙең өсөн бик изге төшөнсә.

Минең дуҫтарым араһында төрлө милләт кешеләре бар. Мин уларҙың һәр береһен хөрмәт итеп, уларға ғына хас байрам менән ҡотларға ла бер ҡасан да онотмайым. Шуға күрә ниндәйҙер милләттең өҫтөнлөгөн, икенселәрҙең “түбән” сорт булыуы тураһында фекерҙәрҙе ауыр һәм бик ҡәтғи ҡабул итәм. Бер кешенең дә башҡаларҙы кәмһетеү тураһында енәйәтсел ҡылыҡҡа хаҡы юҡ. Был йәһәттән минең менән барыһы ла килешер тип уйлайым.

Матур миҙгелдә ни өсөн ауыр уйҙарға бирелгәнемде күптәр аңлағандыр. Эйе, һүҙем, русса әйткәндә, “дешевый пиар” менән үҙенә дан ҡаҙанырға ынтылған “рәссам” Алена Савельева тураһында. Тәбиғәттән бирелмәгән һәләтте ул башҡорт халҡын хурлаған “картиналар” менән аҡларға уйлай. Башҡорт милли кейемендәге ярым яланғас ҡыҙҙар, егеттәр... Хатта башҡорт халҡының нисәмә йөҙ меңләгән кешеһен үткән быуаттарҙан чахотка, нервы һ.б. ауырыуҙарҙан дауалаған ҡымыҙ бешеү йолаһын да ул оятһыҙ күренешкә әүерелдергән. Нимә был? “Рәссам” үҙенә булған тәнҡитте кешеләрҙең сәнғәтте аңламауы менән белдергән була. Ошомо “сәнғәт”?! Тотош боронғо халыҡты мыҫҡыл итеп, уға карикатура яһап, уны бар донъяның ҡыйлығы булған интернетҡа һалып, үҙенсә танылыу яулауҙа?! Һүрәт төшөрөүгә һәләте булмауын ул ошоноң менән күтәрергә, дан яуларға маташа.

Был алдан уйланылған провокацион акция тип уйлағы килмәй. Сөнки улай булһа, беҙ ысынлап та ҡот осҡос заманда йәшәгән булып сығасаҡбыҙ. Ниндәйҙер эшкинмәгән “рәссам” йөрәтенең ошондай оятһыҙ ысул менән билдәлелек яуларға маташыуылыр. Әммә был уның башҡорт халҡына, уның милли кейеменә, йолаларына булған карикатураһын бер нисек тә аҡламай. Һәм ул мотлаҡ башҡорт халҡынан ғәфү үтенергә тейеш!

18 ғинуарҙа үткәргән кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров цензура менән шөғөлләнмәһә ла, Алена Савельеваның “картиналары” бөтөнләй оҡшамауы, милли мөнәсәбәттәрҙең бик нескә булыуы һәм улар менән шаярырға ярамауы тураһында асыҡ белдерҙе. Был фекергә республикабыҙҙың бик күп йәмәғәт ойошмалары ла ҡушылды. Әйткәндәй, улар араһында башҡорттар ғына түгел, ә Башҡортостандың бар күп милләтле халҡы бар. Был беҙҙең республика халҡының, ниндәй генә милләттән булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ берҙәм, татыу, дуҫ йәшәүен тағы бер тапҡыр күрһәтә. Бөгөн башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәренә ҡул күтәргән “рәссамдың” артабан башҡа милләттәргә ла алйот фантазияһы етмәҫ тип әйтмә. Шуға күрә беҙ – тыуған еребеҙҙең күп милләтле халҡы – бер фекерле һәм бер һүҙле булырға тейешбеҙ. Яуыз уйлы бәндәләрҙе тик ул шул рәүешле аҡылға ултыртып була. “Рәссамдың” үҙенә килгәндә, ул күп янауҙар алыу сәбәпле, үҙен яҡлауҙы һорап прокуратураға ғариза яҙыуын белдергән. Алйот менән алйот булма тип бушҡа әйтмәгәндәр. Барыһын да законлы рәүештә, суд аша ғына эшләргә кәрәк. Кеше хоҡуғын яҡлаған Европа суды ла барлығы тураһында онотмайыҡ.

Шуға күрә беҙ ҙә Баймаҡ районы халҡы исеменән Алена Савельеваға ҡаршы яҙылған петицияға ҡушылырға һәм милләтебеҙҙе хурлап, дан яуларға маташҡан “рәссамды” яуапҡа тарттырыуҙы талап итергә тейешбеҙ. Тотош халҡыбыҙҙы, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы мыҫҡыл иткән кеше суд алдына баҫырға тейеш.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

P/S. Һәләтһеҙ кешенең үҙен Рубенс, Рембрант, Дали һ.б. кеүек бөйөк рәссамдар менән бер рәткә ҡуйырға маташыуы уға ҡарата йәлләү тойғоларын ғына уята. Сөнки атап үтелгән шәхестәр бер ҡасан да нескә милли темаға тотонмаған һәм, әлбиттә, уларҙың һәр буяу-һыҙығында тәбиғәттән бирелгән юғары талант оҫталығы ғына түгел, ә йылдар дауамында тырышып, көн-төн үҙ һәләтең өҫтөңдә эшләү ярылып ята...

Читайте нас: