Ҡарамалы яғына барған ҙур автобусҡа халыҡ шыплап тултырылған. Бынан ике тиҫтә йылдан ашыу ул яҡтарға АТП-ның ҙур автобустары йөрөй торғайны. Ултырырға урын булмауы бер кемдең кәйефен төшөрмәй ине. Өлкәндәргә урын биргән йәштәр тороп бара йә бер-береһенең алдына ултырып, туҡтауһыҙ шаяра. Эх, тиле, ғәмһеҙ йәшлек!
Йәнйегеткә өләсәһенә ҡунаҡҡа йүнәлгән Баймаҡ ҡыҙы Резеда ла тиҙҙән тәмлекәстәр тулы өҫтәл артына ултырып, ҡәҙерле кешеһе менән туйғансы серләшәсәген күҙ алдына килтереп йылмайып ҡуйҙы. Уны ситтән күҙәткән егетте ошо эскерһеҙ, матур йылмайыу тәү ҡараштан әсир итте. Татлыбайға ҡайтып барған Фәнил Ниғмәтуллин кешеләрҙе йырып ҡыҙ яғына барып етте. Тәүҙә ҡырыҫ ҡараған һылыуҡайҙы барыбер һөйләштерә алды ул. Резеда һуңынан әхирәтенә: “Татлыбайҙан үтә лә ҡыйыу ҡыланған егет менән таныштым”,-тип серен еткерәсәк.
Йәш йөрәктәр араһында тоҡанған һөйөү уты йылдар үтә бара нығыраҡ ялҡынлана ғына барған кеүек. Тик был саф мөхәббәткә хәҙер мул итеп сабырлыҡ һәм аҡыл өҫтәлгән. Ошо көндәрҙә Резеда һәм Фәнил Ниғмәтуллиндарҙың ғаиләһенә 24 йәш тулды. Мөхәббәт емештәре булған алты бала Батыр, Арыҫлан, Вилдан, Сөмбөл, Эмиль, Эльзаға ата-әсә һөйөнөп бөтә алмай. Былтыр уларҙың ишле ғаиләһе тағы ла артты. Батыр һәм Арыҫлан башлы-күҙле булды. Хәҙер ғаиләгә Буранбай ауылынан Илзидә һәм Йылайыр районынан Резеда исемле һылыуҡайҙар килен булып төштө.
Ниғмәтуллиндарҙың бар күңелен, йөрәген биреп һалған өс ҡатлы йортонда ҡот-бәрәкәт кенә уйнап тора. Резеда Ғүмәр ҡыҙы һәм Фәнил Йәғәфәр улы тормош мәғәнәһе булған балаларынан айырылыуҙы күҙ алдына ла килтергеһе килмәй. Шуға күрә улдары кәләш алғас, уларға өйҙөң икенсе ҡаты тапшырылды. Йәш ғаиләләр бында гөрләшеп, ҡайны-ҡәйнәһенән үрнәк алып йәшәй.
Үҙ яҙмышын үҙе яҙған, үҙ тормошон эшһөйәрлеге, тырышлығы менән мул-бәрәкәтле иткән кешеләр һәр саҡ һоҡланыу тойғоларын уята. Резеда һәм Фәнил Ниғмәтуллиндар нәҡ шунлайҙар затынан. Тәүҙә улар оҙайлы йылдар сауҙа менән шөғөлләнә. Хәҙерге ваҡытта Фәнил Йәғәфәр улы ағас эштәре менән шөғөлләнгән эшҡыуар. Улдары уның юлынан китеп, ошо өлкәлә аҡса эшләй, сауҙа өлкәһендә лә хеҙмәт итеп өлгөрә. Фәнил Йәғәфәр улы һөйөклө ҡатынының өйҙә генә ултырыуын теләй. Шулай булмай ни, ишле ғаиләгә аш-һыу йүнәтеү, өйҙө тәртиптә тотоу, мәктәптә уҡыған балаларҙың уҡыуын контролдә тотоу өсөн яндарында әсәйҙең булыуы мөһим. Резеда Ғүмәр ҡыҙы тураһында бикәсе Дилбәр Биктимерова: “Еңгәйҙең оҫталығына һәр саҡ хайран ҡалам. Ябай ғына аш-һыуҙы әллә нисәмәгә төрлөләндереп, иҫ киткес тәмле итеп бешерә һәм матур итеп өҫтәлгә бирә лә белә. Йорттарында һәр саҡ төрлө-төрлө ризыҡтың еҫтәре аңҡып тора”,-ти.
Резеда Ғүмәр ҡыҙы гөл-сәскәләргә ғашиҡ ханым. Уның баҡсаһында ла, йортонда ла ниндәй генә сәскәләр үҫмәй! Һатыуға эшләгән яһалма сәскәләре лә бик үтемле. Бынан тыш уңған хужабикә рассада һатып та аҡса эшләй. Ире алып ҡайтҡан һәр һумға үҙ аҡсаһын өҫтәргә ынтылған уңған ҡатын һәр атҡан таңына шөкөрҙәр ҡылып ҡына йәшәй. Күңелендә – изгелек, ҡулдарында эш уйнап торғас ире лә, балалары ла бәхетле уның. Йортоноң һәр мөйөшөнә барлыҡ һөйөүен һалып, матур итеп тәрбиәләй ул. Резеда Ғүмәр ҡыҙы айырыуса иренең намаҙ уҡыу өсөн бүлгән бүлмәһенә оло ихтирам менән ҡарай. Фәнил Йәғәфәр улы Өфөлә урынлашҡан “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең өсөнсө курс шәкерте хәҙер. Бер йылдан уҡыуын тамамлаясаҡ. Намаҙ уҡылған, доға-аят, аҙан яңғыраған йортта тик матур һүҙҙәр, изге теләктәр генә яңғырай.
Резеда Ғүмәр ҡыҙы кискеһен табын артына йыйылған ҙур ғаиләһенә ҡарап һөйөнөп бөтә алмай. Әсә күҙенән сағылған сикһеҙ мөхәббәттән көс алған балалар ҙа игелекле, аҡыллы булып буй еткерәләр. Ике йәш килен дә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған ҡәйнәһенән бар эшкә өйрәнеп, итәғәтле булып, ирен ихтирам итеп, тәрбиәләп йәшәүгә өйрәнә.
Гөл-сәскәгә күмелгән, ҡотло Ниғмәтуллиндар йортондағы сираттағы оло байрам – Әсәйҙәр көнө. Һыйҙан һығылып торған табын артында Резеда Ғүмәр ҡыҙына ҡарата ҡәҙерле кешеләре иң матур теләктәрҙе яңғыратыр. Алты бала әсәһенең күҙҙәрендә йәштәр ҙә йылтырап китер. Йылтыраһын әйҙә! Мөхәббәткә һәм әсәлек хистәренә тоғролоҡ, уңғанлығына баһа булып килгән бәхет йәштәре бит ул...
Гүзәл Иҫәнгилдина.