Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2020, 18:20

Радий Хәбиров бер айлыҡ эш хаҡын хәйриәгә күсерә

Республикала коронавирусҡа ҡаршы көрәш бер минутҡа ла туҡтамай. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төрлө яңы саралар тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров бер айлыҡ эш хаҡын хәйриәгә күсерә.
Республикала коронавирусҡа ҡаршы көрәш бер минутҡа ла туҡтамай. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төрлө яңы саралар тураһында һөйләне.
– Кисә эш хаҡы килеп төштө. Һуңғы айҙа ресторандарға йөрөмәйбеҙ, сәс ҡырҡтырмайбыҙ, кейем-һалым да алған юҡ. Башҡаларҙы белмәйем, тик беҙҙең үҙ-үҙеңде изоляциялау шарттарында йәшәп сығым күпкә кәмене. Шуға күрә мин һәм беренсе вице-премьер Андрей Назаров бер айлыҡ эш хаҡын “Берҙәм Рәсәй”ҙең мохтаждар фондына күсерергә булдыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы бер кемде лә мәжбүр итмәүен белдерҙе.
– Мин бер кемде лә быға саҡырмайым. Айырыуса белгестәрҙе, уларҙың эш хаҡы былай ҙа ҙур түгел. Был учреждение, ведомство, министрлыҡ етәкселәре, хакимиәт башлыҡтарына ғына ҡағыла. Әгәр был башланғысҡа ҡушылһағыҙ, минеңсә, ғәҙел булыр ине, – тине Радий Хәбиров.
https://vk.com/wall-104965500_42891
Читайте нас: