Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2020, 15:40

Баймаҡ ирекмәндәре ярҙамға ашыға

Уларға нисек мөрәжәғәт итергә?

Заһит Ғүмәров етәкселегендәге Баймаҡ районы
ирекмәндәре бөгөн ҙур мәрхәмәтлек күрһәтә. Яман сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында өйҙәрендә генә ултырырға мәжбүр булғандарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәләр. Улар өлгөһөндә бөтә ауылдарҙа ла шундай уҡ төркөмдәр булдырыу мотлаҡ. Ләкин мутлашыусыларҙың да әүҙемләшеүен иҫәпкә алып, тәүҙә түбәндә күрһәтеләсәк телефон аша шылтыратып белешергә, штабта теркәлергә һәм рөхсәт ҡағыҙы алырға кәрәк. Ирекмәндәрҙе башҡаларҙан айырып күрһәтеп торған кейем, шәхси һаҡланыу саралары алырға һәм шунан һуң ғына мәрхәмәтлек күрһәтә башларға мөмкин.
Ирекмәндәр оло йәштәгеләргә
һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып барып биреүҙә ярҙам күрһәтә.
"Ҡыҙыу бәйләнеш" телефондары:
иртәнге сәғәт 8-ҙән киске
сәғәт 8-гә тиклем шылтыратырға:
☎️8 (34751) 3-18-39,
☎️8 (34751) 3-10-07, 8 937 168 00 76 ;
☎️8 (347 51) 2-14-47,
☎️8 937 168 00 76
#стопкоронавирус
#Баймакскийрайон
#СидиДома#карантин
Читайте нас: