Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2020, 16:00

Йәнле ҡурсаҡтар

Өс әхирәтте күргән һайын журнал тышынан төшмәгән эстрада, кино йондоҙҙары күҙ алдына килгәндәй. Һомғол буйлы, зауыҡлы кейенгән, ҡиммәтле хушбый еҫе аңҡытҡан ҡыҙҙар әкиәт донъяһынан төшкәндәй. Уларҙың нәзәкәтле ҡыланышына, иркәләнеп кенә һөйләшеүенә сәғәттәр буйы һоҡланып ҡарап ултырырлыҡ. Тәү күргәндә ҡыҙҙарҙы ысыҡ тамсыһы менән генә туҡланып, изгелек ҡына ҡылып йәшәгән алиһәләргә тиңләрлек. Әммә уларҙың донъяуи ҡарашын ишетеү менән йөрәк-зиһенде боҙ һалҡыны ҡаплап ала. Хәйер, быныһы инде яҙмаларымды уҡыусыларҙың хөкөмөндә...

Өс әхирәтте күргән һайын журнал тышынан төшмәгән эстрада, кино йондоҙҙары күҙ алдына килгәндәй. Һомғол буйлы, зауыҡлы кейенгән, ҡиммәтле хушбый еҫе аңҡытҡан ҡыҙҙар әкиәт донъяһынан төшкәндәй. Уларҙың нәзәкәтле ҡыланышына, иркәләнеп кенә һөйләшеүенә сәғәттәр буйы һоҡланып ҡарап ултырырлыҡ. Тәү күргәндә ҡыҙҙарҙы ысыҡ тамсыһы менән генә туҡланып, изгелек ҡына ҡылып йәшәгән алиһәләргә тиңләрлек. Әммә уларҙың донъяуи ҡарашын ишетеү менән йөрәк-зиһенде боҙ һалҡыны ҡаплап ала. Хәйер, быныһы инде яҙмаларымды уҡыусыларҙың хөкөмөндә...

Альбина

Альбина Сибай ҡалаһында тыуып Магнитогорск ҡалаһына барып төпләнгән ҡыҙ. Утыҙ ике йәштә булһа ла уға ике тиҫтәнән артыҡ йәште бер нисек тә биреп булмай. Ата-әсәһенең аҡсаһы, үҙенең тырышлығы менән ике юғары белем алған Альбинаның хәҙер үҙ рестораны бар. Уның килеме ике хужаға бүленһә лә, яңғыҙ ҡыҙға матур йәшәүгә, сәйәхәт итеүгә артығы менән етә. Һылыуҡайҙың яңғыҙлығының үҙ ғәләмәте бар. Ул үҙен “Child free” (“Свободный от детей”) хәрәкәтенең ағзаһы тип иҫәпләй.

Был хәрәкәт 1970 йылда Америкала барлыҡҡа килә. Уның рәтенә бала табыуҙан һәм тәрбиәләүҙән баш тартҡан кешеләр йыйыла. Улар үҙҙәрен бала мәшәҡәтенән арындырыу өсөн стерилләү юлын да үтәләр. Йәнәһе, һәр әҙәм тик үҙе өсөн генә йәшәргә тейеш, ә бала өсөн ваҡыт әрәм итеү—мәғәнәһеҙлек. Тәүҙә был хәрәкәткә ингән кешеләрҙе ике төркөмгә: балаларҙы бөтөнләй яратмаусылар һәм үҙҙәрен балаһыҙ ҙа бәхетле итеп тойоусыларға бүлделәр. Һуңғы йылдарҙа, үкенескә ҡаршы, өсөнсө төркөм-кескәйҙәрҙе күрә алмаусылар барлыҡҡа килде. Улары инде-балаларҙа тик проблема күргән кешеләр. Интернетта үҙ төркөмдәре, сайттары аша “баланан азат булғандар”ҙың фекерҙәре ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та яңғырай. Хәйер, был уларҙың һайлап алынған юлы, шәхси тормошо.

Эйе, интернет селтәрендә иркенләп йөҙөү кешеләргә киң мөмкинселектәр асты. Альбинаның да төнгө сәғәттәрҙә “Child free” хәрәкәтенең сайтына килеп инеүе яҙмышының хәл иткес мәленә әүерелә. Ғаиләлә яңғыҙ үҫеп, кескәй балаларҙы яратмай үҫкән ҡыҙға был кешеләр уның уй-фекерҙәрен асып биргәндәй була. Ысынлап та, кәрәкле дипломды алып, артабан яҡшы ғына түгел, ә юғары кимәлдәге тормошҡа ынтылған Альбина үҙен әсә, ҡатын итеп күҙ алдына ла килтерә алмай. “Иркемде сикләүҙәрен теләмәйем! Туғыҙ ай буйы ыҙалап йөрөп, етмәһә бала тапҡандан һуң йәмһеҙләнеп ҡалған ҡатындарҙы күреп иҫ-аҡылым китә. Ни өсөн кәрәк был уларға? Сабыйын тапҡандан алып ҡатын уның ҡолона әүерелә. Юҡ, бындай “рәхәтлек”кә аҡса ҡушып бирһәләр ҙә ризалашмаясаҡмын”.-ти ул.

Икенсе сортлы”

Альбинаның яҡын әхирәте Карина ла уның менән тулыһынса килешә. Карина туризм өлкәһендә уңышлы эшләй. Ҡасандыр миңә уның Рәсәй туризмын нисек үҫтереү тураһындағы сығышын тыңларға ла тура килгәйне. Матур ҡыҙҙың аҡыллы, төплө фекерҙәре һәр кемде һоҡландырҙы. Ысынлап та, күптәр өсөн яңылыҡ булған өлкәлә ул һыуҙағы балыҡтай йөҙә.

Каринаның фекере:

Был донъяла ир-егеттәргә йәшәүе күпкә еңел. Уларҙы етәксе урындарға тәғәйенләйҙәр. Бүлектә ир һәм ҡатын эшләй икән, уларҙы вазифаһында үрләтеү мөмкинселеге килеп тыуһа, мотлаҡ ир кеше һайлап алынасаҡ. Аҡылға ла, эшенең сифатына ла түгел, ә тәүҙә енесенә ҡараясаҡтар! Эш биреүсе быны “ир кеше декретҡа, бала ҡарау өсөн йыш больничныйға китмәйәсәк” тип аңлатасаҡ. Ысынлап та, әсәләргә мыжыҡ сабыйын йөкмәп дауаханалар тупһаһын йыш тапарға тура килә. Шуға күрә уға икенсе сортлы хеҙмәткәр итеп ҡарайҙар. Ә бының өсөн уны ниндәй яҙмыш “бүләге” көтә! Көн-төн илаҡ балаһынан айырыла алмаған ҡатынына ҡарата ир һыуына. Ә бит ул әсә генә түгел, уны ашарға бешереү, өй йыйыштырыу, кер йыуыу һәм башҡа мәшәҡәттән бер кем дә азат итмәй. Һөҙөмтәлә, утыҙ йәшлек ҡатын әбей булып күренә. Үҙ ғүмереңде бағышлаған баланың киләсәктә ата-әсәһенә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы буласағы бик тә икеле. Хәҙерге ваҡытта балаларҙың тәрбиәле, үҙ-үҙен ҡарай алырлыҡ шәхес түгел, ә наркоман, эскесе булыу ихтималлығы күпкә юғары. Ҡыҫҡа ғына ғүмереңдә бала табыуҙы, казинола отторған аҡса кеүек, елгә осороу, мәғәнәһеҙлек тип уйлайым”.

Бөгөн—әхирәт...

Өсөнсө әхирәттәре Марина—кейәүҙә. Оҙон етен сәстәре, ҙур зәңгәр күҙҙәре менән тормош иптәшенең (хәйер, уның ғына түгел) һушын алып йәшәгән йәш ҡатын Карина менән Альбина кеүек үҙенең бала табыуға ҡаршы буыуын ҡәтғи белдермәй. Сөнки уны ҡиммәтле биҙәүестәр, сит илгә сәйәхәттәр менән тәьмин иткән һөйөклөһө алтынсы йыл йорттарында бәпес ауазы яңғырауын өҙөлөп, түҙемһеҙләнеп көтә. Тик юҡ шул. Табиптар икеһен дә тикшереп, һау-сәләмәт булыуҙарын, бәпес алыуға тотҡарлыҡ булмауын белдерһә лә, ике ҡатлы йорт бала тауышынан мәхрүм ҡалып килә.

Марина әхирәттәренә: “Минең бала табырға теләмәгәнемде белеп Хоҙай сабый ебәрмәйҙер”,-тип әйтһә лә, улар ҙа йәш ҡатындың хәйләләшеүен яҡшы аңлай. Сөнки хәҙерге алдынғы медицинаның ҡөҙрәте киң! Бала табырға теләһәң дә—теләмәһәң дә ярҙам итәсәктәр. Аҡсаң ғына булһын! Ә тормоштоң аяуһыҙлығын белгән Марина йәшерен сере менән фекерҙәш әхирәттәре менән дә уртаҡлашмай. Донъя хәлен белеп булмай, бөгөн—әхирәт, иртәгә—көндәш. Ошондай ҡанун менән йәшәүҙәрен ҡурсаҡтарҙың һәр береһе яҡшы аңлай.

Марина ваҡыты-ваҡыты менән оҙон керпектәрен елпеп, тормош иптәшенә: “Ниндәй гонаһтарым өсөн миңә шундай ыҙалар! Әллә ниндәй эскеселәрҙең дә, наркомандарҙың да балалары бар! Бәлки, һиңә икенсе ҡатынға өйләнергәлер? Һинең бит атай булғың килә, ә мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмайым”,-тип тамаша ла күрһәтеп ала.

Сәстәрен туҙҙырып, бәләкәй балалай кәнәфигә һыйынып ҡына ултырып, йәштәрен ҡойған Мариночкаһын күреп тормош иптәше юғалып ҡала. Тиҙ арала хәләл ефетенең ҡаҡшаған нервыларын дауалау өсөн мул ҡояшлы, диңгеҙле илгә ебәреү сараһын күрә.

Тормош иптәшенең бәхеткә, бәпес һөйөүгә тулы хоҡуғы булыуы Мариночканың башына ла килмәй. Һин сабый табырға ҡаршы, бер ҡасан да әсәй булырға йыйынмайһың икән, бының тураһында яҙмышыңды уртаҡлашҡан тормош юлдашыңа мотлаҡ әйтергә тейешһең бит. Әммә йәш ҡатын ире менән бергә күнеккән мул тормошонан, үҙенән-үҙе тулыланған аҡса карточкаларынан ҡолаҡ яҙасағын күҙ алдына ла килтерә алмай. Карина менән Альбинанан айырмалы рәүештә, ул бер ҡасан да эшләмәгән. Мәктәпте тамамлағас та, үҙенән ун йәшкә өлкән, янып торған ҡара күҙле, мыҡты кәүҙәле, әхирәттәр теле менән әйткәндә перспективалы Әбйәлил егетен эләктереп, кейәүгә сыға. Яңылышмаған бит—хәҙер уларҙың Магнитогорск, Өфө ҡалаһында йорттары ла, фатирҙары ла бар. Күңелеңде йыуатырға теләһәң Әбйәлил районының гүзәл, хозур тәбиғәтенә һыйынып ҡына урынлашҡан өйөңә барып ял ит. Бының өсөн модаға ярашлы йыл һайын үҙгәреп торған еңел машинаңды ҡабыҙыу ҙа етә. Быларҙың барыһын да уйлап, бәпес юҡлығын, Марина бәхеткә генә тиңләй.

Беҙҙе ҡапсыҡта һаҡлап булмай, тиҙәр. Бәлки, берәй ваҡыт Маринаның тормош иптәше лә ҡатынының хәйләһең аңлап, һалҡын һылыулыҡтан килгән мөхәббәттән арыныр, үҙенә тиң кәләш табып, етеш йәшәгән башҡорттар һанын арттырыр. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең донъяла күп нәмәгә өлгәшкән, вазифаһы, мул тормошо менән юғарылыҡҡа еткән ир-егеттәребеҙ сит милләт, сит дин һылыуҡайҙарын һайлай шул...

Кешесә йәшәргә теләһәң...

Ҡыҙҙарҙың “бәпәй ҡоло” булырға теләмәй, алып барған йәшәү рәүеше кемгәлер һоҡланғыс та булып күренәлер. Ысынлап та, ғүмеренең һәр мәлен үҙенә генә бағышлаған һылыуҡайҙар йәш тә, сибәр ҙә. Әйтерһең дә, ваҡыт улар хаҡында онотҡан һәм йәнле ҡурсаҡтарға бөтөнләй ҡағылмай. Альбина менән Каринаға егеттәр күҙ атһа ла, уларҙың донъяуи ҡарашын белеп, күпмелер ваҡыт үткәс ситләшәләр.

Хәйер, ҡыҙҙарҙы бөтөнләй туң күңеллелектә ғәйепләп булмаҫ ине. Уларҙың икеһе лә мөхәббәт утын кисергән. Альбина һөйгән егетенә кейәүгә лә сығырға әҙер була. Тик ҡыҙ буласаҡ тормош иптәшенә “Child free” хәрәкәтенә ингән парҙар кеүек балаларҙан баш тартып, стерилләү үтергә тәҡдим иткәс, йәш ир аптырап ҡала. Тәүҙә ул Альбина шаярталыр тип уйлай. Күпмелер ваҡыт үткәс тә һаман үҙенекен тылҡыған ҡыҙға ҡарап, “туй алдынан ниндәйҙер һынау үтәмдер” тигән фекергә килә. Әммә Альбинаның ғүмерендә бала өсөн урын бер ҡасан да бирелмәйәсәген аңлағас, уны аҡылына килергә саҡыра. Ғашиҡ егет һөйгән йәрен күпме генә кешесә йәшәргә өгөтләһә лә, күндерә алмай. Альбина: “Һин ниндәйҙер балаға буйһоноп тәмле йоҡоңдан, ялыңдан баш тартырға әҙерме? Кеше, тәү сиратта, үҙен хәстәрләргә тейеш. Шул була ул кешесә йәшәү!”-ти. Күпмелер ваҡыт үткәс, егет Альбинаға өйләнеүҙән баш тарта. “Ғәфү ит, әгәр һөйгәнең һинән бала табырға теләмәй икән, бындай мөхәббәткә ышанып булмай”,-ти ул.

Каринаның егете лә ҡыҙҙың “бала ҡоло” булырға теләмәүен аңламай. Карина: “Һин—эгоист, үҙең хаҡында ғына уйлайһың! Һин ул бала бәхетле була тип әйтә алаһыңмы? Көн һайын ниндәй генә енәйәттәр ҡылынмай, кешеләрҙе унда ла, бында ла тәбиғәт һәләкәттәре ҡыра. Ошондай рәхимһеҙ донъяға нисек бала тапмаҡ кәрәк?!”-тип ярһый ҡыҙ. Егет: “Былар хаҡында уйлап—йәшәргә, бала табырға ҡурҡһаң, ошо уҡ секундта аҫылынырға ғына ҡала. Һиңә бит ата-әсәйең ғүмер биргән, ә ни өсөн һинең аҡылһыҙлығың һөҙөмтәһендә уларҙың тамыры өҙөлөп ҡалырға тейеш? Әлбиттә, үҙеңә ҡағылышлыһын—үҙең хәл итергә хаҡлыһың. Әммә мин һиңә ҡарап шәжәрә ағасын ҡорота алмайым”,-тип күп тә үтмәй Каринаның иң яҡын әхирәттәренең береһенә өйләнә. Егеттең бала һөйөү теләге ныҡ көслө булғандыр инде—оҙаҡламай уларҙың игеҙәк улдары донъяға килә.

Эйе, элегерәк кейемгә генә мода була торғайны. Хәҙер машиналарға ғына түгел, өйҙөң ҡорғандарының төҫөнә тиклем көн һайын әллә ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар индерелә. Бер-береһенән уҙҙырырға тырышҡан хужабикәләрҙең донъя ҡыуыуына өйрәнһәк тә, иң изге, ҡәҙерле хис-тойғо—әсә булыуҙан баш тартыуҙың һылыуҡайҙар араһында “модаға” әүерелеүен күңел ҡабул итмәй. Үҫмер ҡыҙҙар күп нәмәгә өлгәшкән, тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, ә йәшәү рәүеше менән дә һоҡландырған апайҙарынан үрнәк алмаҫ тимә. Ғөмүмән, әҙәм балаһының бер сиктән икенсе сиккә ташланыуын, үҙенә йән өргән тәбиғәткә ҡаршы барыуын аңлап булмай. Шулай булмаһа Европа илдәрендә бер енесле никахтарҙың күбәйеүе, уларҙың хатта үҙҙәренең тулы хоҡуҡлы булыуын иҫбатлар өсөн демонстрацияларға сығыуы, үҙҙәренә уллыҡҡа бала биреүҙәрен талап итеүҙәрен нисек аңларға? Ике ирҙән, йәки ике ҡатындан торған бындай “ғаиләнең” кемдәрҙе тәрбиәләйәсәген күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Элегерәк бындай һирәк осраҡтар тәбиғәттең аяуһыҙ яңылышыуы тип һаналһа, хәҙер бер енесле парҙар үҙҙәренең хоҡуҡтарын даулай... Хәйер, йәнле ҡурсаҡтарыбыҙҙан икенсе юҫыҡҡа күсеп барабыҙ, буғай.

Мөхәббәттән уңмаған ҡыҙҙар аҡсалы, бай өйләнгән ирҙәрҙең һөйәркәләре статусын йөрөтә. Карина ла, Альбина ла тормошо менән ҡәнәғәт икәнлеген белдерергә ярата. “Беҙҙең күңелебеҙгә ятҡан эшебеҙ бар. Ял көндәрендә сит илгә барып килеүе беҙҙең өсөн бер ни ҙә түгел. Шул рәүешле, кәйефебеҙгә ҡарап, климатты ла үҙгәртә алабыҙ. Кейем-һалым өсөн шкаф түгел, ә ә айырым бүлмәләр тотола. Тренажер залдары, бассейндар беҙҙең ҡарамаҡта. Беҙгә кемделер ашатыу өсөн сәғәттәр буйы плитә янында торорға ла кәрәкмәй, теләгән мәлдә иң яҡшы ресторандарҙа ғына туҡланабыҙ. Бала табыуҙан һимергән, йонсоған, таушалған ҡатын булғансы, ошондай йәшәү рәүеше һәр кем өсөн күпкә ҡәҙерлерәк булыр ине. Беҙҙе яңғыҙ тип әйтеп булмай, сөнки беҙгә ғашиҡ ир-егеттәр һәр саҡ яныбыҙҙа ғына”,-тигән һүҙҙәр менән дәлилләй улар үҙҙәренең бәхетле йәшәйешен.

Эйе, уларҙың “егеттәре” сит илдә тик улар менән ял итә, официаль кисәләрҙә лә йыш улар менән күренәләр, бүләк-аҡсаларын да йәлләмәй. Әммә бәпәй ҡоло булырға теләмәгән йәнле ҡурсаҡтар күптән ошо ирҙәрҙең ҡолона әүерелгән. Сөнки уларҙың һәр шылтыратыуына, саҡырыуына әҙер торорға тейештәр. Ә был инде иң боронғо һөнәр эйәләренең көндәлек тормошон күрһәтә түгелме? Әлбиттә, үҙҙәре аҡса эшләгән ҡыҙҙар, йортонан ҡырҡ аҙым киткәс буйҙаҡҡа әүерелгән, ирҙәрҙән баш та тарта алыр ине, ләкин Карина ла, Альбина ла уларҙың “бизнес, карьера” өсөн кәрәклеген белдерә. Күрәһең, күңел төпкөлөндә ҡыҙҙар был “егеттәренән” дә яҙһа, бөтөнләй яңғыҙ ҡаласаҡтарын уйлап шомланалыр. Күп һанлы ҡиммәтле тундар тәнде йылытһа ла, йәнгә йылылығы юҡ шул уларҙың...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Читайте нас: