Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 19:50

Эттәргә лә, бесәйҙәргә лә ... чип ҡуйыласаҡ

Белеүебеҙсә, бөгөн малдарҙы идентификациялау, йәғни уларҙы мотлаҡ рәүештә теркәү, уларға чип һәм биркалар ҡуйыу әүҙем дауам итә. Был эш Башҡортостанда, шул иҫәптән Баймаҡ районында, әүҙем тормошҡа ашырыла.

Белеүебеҙсә, бөгөн малдарҙы идентификациялау, йәғни уларҙы мотлаҡ рәүештә теркәү, уларға чип һәм биркалар ҡуйыу әүҙем дауам итә. Был эш Башҡортостанда, шул иҫәптән Баймаҡ районында, әүҙем тормошҡа ашырыла. Ләкин был хаҡта тейешле закон юҡ әле. Ошоно күҙ уңында тотоп, РФ Ауыл хужалығы министрлығы Дәүләт Думаһына йорт хайуандарын идентификациялау буйынса закон проектын тәҡдим итте. Рәсәй парламентарийҙары был законды Яңы йылға ҡәҙәр ҡарарға тейеш. Әгәр ҙәм ул ҡабул ителһә, йорт хайуандарының барыһы ла, шул иҫәптән бесәйҙәр ҙә, эттәр ҙә, мотлаҡ рәүештә теркәлеп, уларға чиптар ҡуйыласаҡ.

Читайте нас: