Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 19:30

Эсмәйбеҙ, йәмәғәт!

Шулай итеп, яңы закон проекты буйынса, 3 ғинуарҙа алкоголде бөтөнләй һатыу тыйыласаҡ. Ә 4, 5, 6 ғинуарҙа иһә уны һатыу сикләнә, йәғни иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 2-гә тиклем генә алып буласаҡ.

Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл байрамын билдәләгәндә алкоголгә бәйле етди проблеманы күтәреп сыҡҡайны. Уның фекеренсә, оҙайлы ялдың күп осраҡта алкоголь ҡулланыу менән бәйле насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуның өсөн ул ошо байрамдарҙа магазиндарҙа алкоголь һатыуҙы сикләргә тәҡдим иткәйне. Һәм ошо етди мәсьәлә айҡанлы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әле яңы закон проектын әҙерләй.

Шулай итеп, яңы закон проекты буйынса, 3 ғинуарҙа алкоголде бөтөнләй һатыу тыйыласаҡ. Ә 4, 5, 6 ғинуарҙа иһә уны һатыу сикләнә, йәғни иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 2-гә тиклем генә алып буласаҡ.

Белгестәр билдәләүенсә, ҡылынған енәйәттәр һәм фажиғәләрҙең төп өлөшө тап 4 һәм 5 ғинуарға тура килә. Республика етәкселегенең һәм парламентарийҙарының әлеге тәҡдиме бик тә урынлы һәм ул үҙ һөҙөмтәләрен бирер тип ышанайыҡ.

Азамат Мөхәмәтшин.

Читайте нас: