Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2019, 16:41

Пенсияға кемдең хоҡуғы бар?

Баймаҡ ҡалаһы һәм районының Рәсәй Пенсия фонды идаралығында пенсия грамоталылығы буйынса уҡыуҙар үтте. Сараға Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары саҡырылғайны.

Пенсия фонды идаралығы начальнигы Кәрим Баязитов һәм уның урынбаҫарҙары пенсияға сығыу хоҡуҡтары менән таныштырҙы.

Мәғлүм булыуынса, бөгөн ҡайһы берәүҙәр рәсми булмаған шарттарҙа эшләй һәм хеҙмәт хаҡын да "конвертта" ала. Һөҙөмтәлә улар киләсәктә үҙҙәрен пенсияға сығыу хоҡуғынан мәхрүм итә. Яңы ҡануниәт буйынса ҡатын-ҡыҙҙар - 60, ир-егеттәр 65 йәштән пенсияға сығасаҡ. Ләкин был йәшкә тиклем улар тейешле хеҙмәт стажы һәм балл йыйырға тейеш. Кире осраҡта, улар йәштәре тулғас та тағы ла 5 йылдан һуң ғына социаль пенсия аласаҡ. Йәғни ҡатын-ҡыҙҙарҙың - 65, ә ир-егеттәрҙең 70 йәше тулыуын көтөргә ҡала.

Сара барышында студенттарға идаралыҡ буйлап экскурсия ойошторолдо. Һуңынан пенсия юллау хоҡуҡтары буйынса уҡыуҙар ойошторолдо. Студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды.
Читайте нас: