Һаҡмар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2019, 17:39

Хәрби туғандар осрашты

Уҙған аҙнала Граф күле буйында Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарының хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар һәм Ҡораллы көстәр ветерандарының слеты үтте. Ике көн барған йыйылыш сараларға бик тә бай булды.


Сараның икенсе көнөндә спорт ярыштары дауам итте. Әйтергә кәрәк, кисәге һалдаттарға ете төрлө ярыш әҙерләнгән ине. Уларҙы ойоштороуҙы һәм еңеүселәрҙе бүләкләүҙе хәрби подразделениелар бүлешеп алғайны. Хәрби туғандар шашкала, уҡтан һәм пневматик винтовканан атыуҙа, гер күтәреүҙә, арҡан тартыуҙа, армрестлингта көс һынашты. Баймаҡтың “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы әҙерләгән ялан кухняһы бушлай һалдат бутҡаһы менән һыйланы.

Эстафетаны күршеләр ҡабул итеп алды – киләһе йыл хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың һәм Ҡораллы көстәр органы ветерандарының слеты Сибай ерендә үтәсәк.
Читайте нас в