Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2019, 22:15

Ағасы мул уңыш бирһен!

100 йәшлек Өммөниса Юныс ҡыҙы Әлмөхәмәтова ла Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата үҙ ағасын ултыртты. #зеленаябашкирия2019; #зеленаябашкириябаймак2019#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;#ВладимирПутин

Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙын да ҡаршылап өлгөрҙөк. Йәнә бер көн уҙыуға, республикабыҙҙың тиңдәше булған, Икенсе Этҡол ауылында йәшәүсе Өммөниса Юныс ҡыҙы Әлмөхәмәтова үҙенең оло юбилейын ҡаршыланы. Уны ҡотлау өсөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, Икенсе Этҡол ауылы биләмәһе башлығы Фәниә Вәхитова килгән ине. Юбилярға шулай уҡ Рәсәй Президенты В.В. Путиндың ҡотлау хатын да тапшырҙылар.

Бер быуатлыҡ ғүмер бик һирәктәргә бирелгән бәхет. Олоғайған көнөндә лә яҡты сырайын, шаянлығын һаҡлап ҡала алған инәйгә ҡарап һоҡланып ҡуйҙым.


— Мин 1909 йылғымын. Ата-әсәйемдең миңә тиклем 18 балаһы булған. Улары ла, әлбиттә, иҫән түгел. Тыуғаны ла тормаған, төрлө сәбәптәрменән үлеп ҡалғандар. Уҡыу бәхете лә миңә эләкмәне. Шулай ҙа латин графикаһында 4 класс белем алдым. Ауыр йылдар ине. 15 йәшем тулыуға эшкә лә төштөм. Эштең дә ауырын-еңелен һайлай торған саҡ түгел ине. Һыйырын да һауҙым, быҙауын да, хатта сусҡаһын да ҡараным, келәт мөдире лә булып эшләнем. Унан тыш 40 кг ит, 8 кг май биреп, ойоҡбаш бәйләп, һалым түләнек, — тип хәтер ебен һүтте ул.

Нисек кенә ҡыйын булмаһын, Өммөниса Юныс ҡыҙы һуғыш йылдарында бар ауырлыҡты йырып сыға. Бөйөк Еңеү көнөн бөгөнгөләй хәтерләй ул:

— Был көн беҙ сәсеүҙә инек. Төшкө аш ташыған бабай атта елдереп килде лә: «Һуғыш бөттө, ҡулдан эш төштө», — тип һөйөнсө алды. Ул көн беҙҙең ҡыуанғанды күрһәгеҙ! Мал һуйып, байрам табыны ойошторҙолар.

Өммөниса Юныс ҡыҙы йәшлегендә тормош юлын Оморҙаҡ Искәнйәр улы менән бәйләй. Улар бергә-бергә 3 ул һәм 3 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Һәр ҡайһыһына лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙаталар.

Ҡарыйлығын Өммөнисә инәй оло улы Рәмил һәм килене Мәрйәм менән бергә ҡәҙер-хөрмәттә үткәрә. 13 ейән-ейәнсәр һәм 25 бүлә-бүләсәренә һөйөнә.


Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан 100 йәшлек Өммөнисә инәй ҙә «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Ул алмағас ултыртты. Киләсәктә ул ағас мул емеш биреп, яҡындарын һөйөндөрөп ултырыр әле.


Ә бер быуатлыҡ юбилейын үткәргән Өммөниса инәйгә һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, бәхет теләйек.


Читайте нас: