Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2018, 17:30

Ниндәй икмәк өҫтәлеңдә?

Бөгөн магазин кәштәләрендә ниндәй генә икмәк юҡ. Үҙебеҙҙең етештереүселәрҙең генә етмәгән, хатта “ер башы – ер аяғынан” килгән икмәктәр ҙә юҡ түгел. Күп осраҡта уларҙың сифатына иғтибар ҙа бирмәйбеҙ, йомшаҡмы, юҡмы, тип кенә ҡарап, һайлап алабыҙ. Икмәктәрҙең һаҡлау ваҡыты сикләнгән булыуын иҫәпкә алып, уларға төрлө химик матдәлар ҡушыу ихтималлығын уйлап та бирмәйбеҙ. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы район комиссияһының сираттағы ултырышына икмәк бешереүсе предприятие етәселәре ултырышҡа саҡырылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бөтәһе лә килмәне.

Мәшғүллек үҙәге баш белгесе Зөлфиә Абдуллина аутсорсинг кампанияларына хеҙмәт ҡануниәттәрен күҙәтеү бурысын билдәләп сығыш яһаны һәм уларҙың хеҙмәте һорау тыуҙыра, тине. Мәҫәлән, белем биреү учреждениеларын йыйыштырыу, балаларҙы туҡлан-дырыу мәсьәләһе менән шөғөлләнгән кампанияларҙың эшмәкәрлеге айырыуса контролгә алынырға тейеш. Сөнки, балаларыбыҙҙың һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя алмайбыҙ. Бөгөн мәктәп ашханалары ниндәй аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә? Был бигерәк тә икмәк һәм икмәк изделиеларына ҡағыла. Бөгөн мәктәптәр һәм ҡала үҙәк дауахана- һы ашханалары Сибай икмәге, “Йылайыр” һөтө менән тәьмин ителә. Ләкин уларҙың сифаты ниндәй? Сөнки бөгөн ҡайһы бер икмәктәрҙең эсе йә буш булыуы йәки унан төрлө сүпсар килеп сығыуы сер түгел. Шуны иҫәпкә алып, комиссия район хакимиәтенең иҡтисад бүлегенә икмәк бешереүсе пред-приятиеларҙың эшен контролгә алырға һәм етештергән аҙыҡтрын экспертизаға тапшырырға тигән тәҡдим индерҙе.Көн тәртибенә ҡуйылған киләһе һорау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Фәрит Моратов сығыш яһаны һәм ялған алкоголь продукцияһын һатыуҙы сикләү буйынса күрелгән саралар хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Бөгөн был тәңгәлдә 46 граждан яуапҡа тарт-тырылған, шуларҙың күбеһе суд алдына баҫҡан.

Халыҡ именлеген һаҡлауға ра-йонда халыҡ дружинаһы йәлеп ителгән. Бөгөн улар һәр ауыл биләмәһендә бар. Беренсе Этҡол, Билал тарафтарында улар уңышлы эшләй.

Баймаҡ үҙәк ҡала дауахана-һының поликлиника мөдире Далха Ғәлин районда сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән алып барылған эштәр менән таныштырҙы. Һуңғы йылда үлем осраҡтары кәмеһә, тыуым күрһәткесе лә аҙая. Шул уҡ ваҡытта балалар үлеме артыуы борсолоу тыуҙыра. Йыл башынан алып ике сабыйҙың ғүмере фажиғәле өҙөлөүе хаҡындағы хәбәр бөтәбеҙҙе лә тетрәндерҙе.

“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы профком рәйесе, ко-миссия координаторы Любовь Си- мирикова Башҡортостан Республи-каһында профсоюз ойошмаларының социаль хеҙмәттәшлегенә быйыл 25 йыл тула, тип белдерҙе. Шул йәһәттән учреждение, ойошма, предприятиеларҙа төрлө саралар уҙғарырға тәҡдим индерҙе.

Һүҙ юҡ, арабыҙҙа киләсәген ҡайғыртмай, бөгөнгө көн менән генә йәшәүселәр ҙә бар. Шунлыҡтан шәхси эшҡыуарҙарҙа эшләүселәр үҙ теләктәре менән пенсия һәм социаль иғәнәләрҙе күсереүҙән баш тарта. Был иһә киләсәктә уларҙың хаҡлы ялға сығыу хоҡуғынан мәхрүм буласаҡ, тигәнде аңлата.

Лилиә Такаева.

Читайте нас: