Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2018, 16:23

Хеҙмәте менән абруй яуланы

Баймаҡ автотранспорт предприятиеһы үҙенең юғары профессиональ оҫталығына лайыҡ коллективы менән билдәле. Айырыуса пассажирҙар ташыу буйынса махсуслашҡан колоннала үҙ эшен яратып башҡарған, йөкмәтелгән һәр бурысты намыҫлы атҡарған тәжрибәле водителдәр байтаҡ.

Шамил Моталлапов – тап шундайҙарҙың береһе.

Йәш, әммә байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән Шамил Рәсүл улы бында эшләү осоронда үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте, коллегаларының, предприятие етәкселегенең, пассажирҙарҙың хаҡлы ихтирамын яуланы. Ул хеҙмәтләндергән һәр төбәктән дә рәхмәт һүҙҙәре ишетелеүе күп нәмә тураһында һөйләй. Әле Шамил Моталлапов Баймаҡ– Аҡъяр йүнәлешендә йөрөй, пассажирҙар водителдең яҡшы мөғәмәлә булыуын, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарыуын билдәләй.

Баймаҡ АТП-һы директоры Ирек Артыҡаев та Ш.Моталлаповтың һөнәри бурыстарын яуаплы башҡарыуын юғары баһаланы.

А. Салауатов.

Читайте нас: