Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2018, 23:52

1 июндән ниндәй яңы закондар ғәмәлгә инде?

“Ш” билдәһе мотлаҡ түгел

Былтыр автомобилдең артҡы тәҙрәһенә “Ш” билдәһен ҡуйыу тураһындағы закон ғәмәлдә булһа, быйыл иһә 1 июндән “Шипы”ларҙы ЮХХДИ “эффектив” түгел тип тапты.


ОСАГО түләүе артты

Йәй башынан европротокол, йәғни ЮХХДИ инспекторҙарын саҡырмайынса юл-транспорт ваҡиғаһын теркәүгә бәйле ҡағиҙәләр үҙгәрҙе. Ошо документҡа ярашлы, ОСАГО түләүҙәре лә 50 мең һумдан 100 мең һумға тиклем артты.


Юлдарҙа – яңы билдәләр

Яңы милли стандарт ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, икенсе машинаны уҙып үтеү тыйылған зоналарҙа һары һыҙат барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ башҡа төр хәрәкәттәр буйынса ла аҡ, күк төҫөндәге һыҙаттар буласаҡ.


Һаҡлыҡ кенәгәһе тарихта ҡала

Яңы закон буйынса бынан ары һаҡлыҡ кенәгәһе бирелмәйәсәк, ул инде тарихта ҡала. Ә 1 июнгә тиклем бирелгәндәре ғәмәлдә була, улар менән файҙаланырға мөмкин. Уның урынына һаҡлыҡ сертификаттары бирелә.


“Асыҡ бизнес”

1 июндән “Асыҡ бизнес” сервисы эшләй башланы. Ул компанияларҙың бурысы һәм һалым менән мутлыҡтары тураһында “һөйләйәсәк”. Федераль һалым хеҙмәте сайтында платформа булдырылды. Был яңылыҡ бер нисә секунд эсендә һеҙҙең партнерҙың намыҫы таҙамы, юҡмы икәнлеген белергә ярҙам итәсәк.


ТКХ хеҙмәтенә яңы квитанция

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн яңы квитанциялар киләсәк. Унда хеҙмәттәр өсөн түләүҙең артыу кимәле, бурыс һәм штраф күләме, башҡа мәғлүмәттәр күрһәтеләсәк. Әммә бынан ары ниндәйҙер реклама ҡуйылмаясаҡ.


Сим-картаға талап арта

Теркәлмәгән сим-карталарға талап арта – ошо хаҡта закон ғәмәлгә инде. Законһыҙ рәүештә сим-карта һатҡандарға – 2-5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 10-15 мең һум, юридик берәмектәргә 100-200 мең һум штраф янай. Хәҙер инде операторҙар сим-карта һатҡан ваҡытта паспорттың дөрөҫлөгөн тикшерәсәк. “Ҡулдан” һатып алынған, теркәлмәгән карталар иһә ғәмәлдән сығасаҡ – уларҙы ҡулланып булмаясаҡ.


Самолетта янъял ҡуптарма!

4 июндән авиакомпанияларға ғауға ҡуптарыусыларҙы “ҡара исемлек”кә үҙ аллы индереү мөмкинлеген биргән яңы закон ғәмәлгә инде. Ниһайәт, эскән, тәртипте боҙғандарға, башҡаларға хәүеф тыуҙырғандарға “көн бөтә”.


Капиталды – яңынан кредитлау өсөн

Хәҙер әсәлек капиталын яңынан кредитлау өсөн файҙаланырға мөмкин. РФ премьер-министры Д.Медведев ошо хаҡта хәбәр итте. Хөкүмәт рәйесе хәҙер әсәлек капиталын бынан алда торлаҡ һатып алыу йәки төҙөүгә алған кредиттарҙы ҡабаттан кредитлау өсөн файҙаланырға мөмкин булыуы хаҡында әйтте. Ләкин был әлеге финанс бурыстары икенсе йәки артабанғы балалар тыуғанға тиклем булған осраҡта ғына ғәмәлдә, тип хәбәр итә ТАСС.
Шул уҡ ваҡытта ипотека ставкаларының ставкаларын төшөрөү тенденцияһы күҙәтелә, әсәлек капиталына эйә күп кенә ғаиләләр уны кредиттарҙы рефинанслауға йүнәлтергә теләй. Был ҡарар ошондай мөмкинлек бирә.


Бензинға хаҡ кәмерме?

Был проблема бөгөн тотош йәмғиәтте борсоған иң киҫкен мәсьәләгә әйләнде. Быйыл йыл башынан бензиндың хаҡы – 1,5, ә апрелдә 6,1 процентҡа артты. Был, әлбиттә, бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймай, ябай халыҡты талау дауам итә. Шуның өсөн Рәсәй властары йәй башынан бензинға һәм дизель яғыулығына акциздарҙы төшөрөргә ниәтләй. “Известия” гәзите хәбәр итеүенсә, яғыулыҡҡа хаҡтың үҫеүен туҡтатырға һәм бензинға акциздарҙы тоннаһы өсөн 3 мең һумға, дизель яғыулығына иһә тоннаһы өсөн 2 мең һумға кәметергә хәл ителгән.
1 июлдән акциздар өҫтәмә рәүештә тоннаһы өсөн 700 һумға кәметелә. Ә бына Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензинға хаҡтарҙы тотороҡландырыу өсөн проект әҙерләне. Был документтың ҡасан ҡабул ителәсәге әлегә билдәһеҙ.
Бензинға хаҡтар көн һайын артҡан кеүек, Рәсәйҙә яңы закондар ураған һайын сығып ҡына тора. Ярай ҙа һуң яңы ҡанундар ябай халыҡҡа файҙа килтерһә...

А. САЛАУАТОВ әҙерләне.

Читайте нас: