Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2018, 20:04

Һүҙебеҙҙе әйтәйек, һуғыш балалары!

“Һаҡмар” гәзитендә Юламан ағай Раевтың мәҡәләһен уҡығас, мин дә ҡулыма ҡәләм алырға булдым. Һеҙҙең күргәндәр минең яҙмышыма оҡшаш – илай-илай уҡыным.

Мин дә һуғыш осоро балаһы – 1941 йылдың ноябрендә донъяға килгәнмен. Атайым тәүгеләрҙән булып һуғышҡа киткән. Яраланып ҡайтып колхозда эшләп йөрөгәндә, йәрәхәттәре уңалып бөтмәһә лә, яңынан яуға ебәргәндәр. Шул китеүҙән ҡайтмаған – Польша ерҙәрендә ятып ҡалған. Ул киткәс донъяға килгән ҡустым менән бер мәртәбә лә атай тип әйтә алмай үҫтек. Әсәйем беҙҙе ас-яланғас итмәҫ өсөн көн-төн тигәндәй эштә булды. Бөтә ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек инде. Беҙ кисергәнде балаларыбыҙға күрергә яҙмаһын!
Йөрәкте әрнеткәне шул – һуғыш балаларына хөкүмәттән элек тә, хәҙер ҙә бер ниндәй ярҙам булманы. 5-6 йыл элек “Дети войны” тигән миҙал сыҡты тиҙәр ине, уныһын да күргән юҡ. Баймаҡтан бер ҡатын 200-әр һум аҡса түләтеп бер нисә кешегә алып килеп бирҙе. Исмаһам, шул миҙалды бирһәләр ҙә, балаларыбыҙға беҙҙән бер иҫтәлек булыр ине.
Юламан ағайҙың, һуғыш осоронда аталарын юғалтҡандар статусы булдырыуҙы юллайыҡ, тигәненә мин дә ҡушылам. Әйҙәгеҙ, уянайыҡ, атайһыҙ үҫкән балалар! Хәҙер беҙҙең осор кешеләре лә бөтөп бара бит.

Сания Тотманова.

Ишмырҙа ауылы.

Читайте нас: