Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2018, 17:15

“Беҙ һәр саҡ “Һаҡмар” менән!”

Яраттарҙы беҙ яратып барабыҙ... Редакция хеҙмәткәрҙәренең уйынлы-ысынлы был һүҙҙәренә ысынбарлыҡ һалынған. Сөнки Ярат ауыл биләмәһендә “Һаҡмар” гәзитенең тоғро, әүҙем, бошмаҫ йәнле уҡыусылары йәшәй. Йәрмөхәмәт ауылындағы йәнле һөйләшеү тәүҙә Буранбай Исҡужиндың ижадына бағышланды.

Матбуғат – 2018


“Беҙ һәр саҡ “Һаҡмар” менән!”

Яраттарҙы беҙ яратып барабыҙ... Редакция хеҙмәткәрҙәренең уйынлы-ысынлы был һүҙҙәренә ысынбарлыҡ һалынған. Сөнки Ярат ауыл биләмәһендә “Һаҡмар” гәзитенең тоғро, әүҙем, бошмаҫ йәнле уҡыусылары йәшәй.

Йәрмөхәмәт ауылындағы йәнле һөйләшеү тәүҙә Буранбай Исҡужиндың ижадына бағышланды. Китапханасы Дилара Юнысбаева яҙыусының тормош юлына, ижадына байҡау яһағандан һуң, Буранбай ағайҙың уға ғына хас булған, үҙенсәлекле, семеткеләп тә алған шиғырҙары яңғыраны. Артабан йәрмөхәмәттәр “Һаҡмар” гәзитенә ҡағылышлы һорауҙарын яңғыратты, теләктәрен еткерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, бында осрашыуға килгән һәр кем оло теләк менән гәзитебеҙгә яҙылды. Афарин, йәрмөхәмәттәр!
Ярат ауылында ла Буранбай Исҡужиндың ижады менән бик яҡшы таныш булып сыҡтылар. Сарала ҡатнашыусылар шағир тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. “Йәнгүҙәй” ижади берекмәһе ағзаһы Әлфиә Юлыҡтың “Система” тип аталған шиғырын уҡып ишеттереүе сараның биҙәгенә лә, уйға һалған мәленә лә әүерелде. И.Ғ. Йәнбирҙин һәм К.М. Әхмәтовтың “Аҡсарлаҡ” йырын айырым бер моң менән башҡарыуы күңелдәрҙе ойоҫҡотоп ебәрҙе. “Етегән” фольклор төркөмөнөң сағыу милли кейемдәре лә кисәнең биҙәгенә әүерелде. Ғүмәр ауылының ҡатын-ҡыҙҙары ла һәр саҡтағыса сарала ҙур әүҙемлек күрһәтте. “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу ҙа дәррәү барҙы. КФХ башлығы Айҙар Мырҙаҡаев гәзитебеҙгә үҙенең 7 хеҙмәткәрен яҙҙыртты. Бынан тыш уңған фермер бүләктәр ҙә әҙерләгән ине. Шулай уҡ Вәкил Мырҙаҡаев та гәзиткә яҙылыусыларға призға иген биреп һөйөндөрҙө. “Һаҡмар”ҙың киләсәген уйлап янып йәшәгән Дилара Юнысбаева, Рәсимә Назарова, Дилара Йәнбирҙина, Флүрә Ҡасҡынова, почта бүлексәһе лә ауылдаштарына үҙ бүләктәрен әҙерләгән ине. Гәзитебеҙгә яҙҙырыуҙы һәр саҡ юғары кимәлдә ойошторған ауыл биләмәһе башлығы И.Ғ. Йәнбирҙинға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
“Беҙ һәр саҡ иң тәүҙә яратҡан “Һаҡмар”ыбыҙға яҙылабыҙ. Башҡа ауылдар ҙа беҙгә ҡушылыр, тигән ныҡлы ышаныста ҡалабыҙ”, – тине яраттар.

Гүзәл Салихова.

Читайте нас: