Таянма билеңә, таян илеңә
Район хакимиәтенең ултырыштар залында РФ Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһе тыңланды. Унда БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Халыҡ контроле” проекты координаторы Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты. Сараға Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән райондарының һәм Сибай ҡалаһынан “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы ойошма ағзалары саҡырылғайны. Ултырышты партияның Баймаҡ районы буйынса ойошма секретары Илгиз Байымов алып барҙы.
Сараның төп маҡсаты халыҡтың фекерен, тәҡдимдәрен йыйыу ине. Осрашыу бик йәнле барҙы. Һәр кем үҙенең аныҡ тәҡдимен еткерергә ашыҡты. Һүҙ юҡ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының социаль йүнәлештәге программалары бихисап. Ләкин улар урында эшләп еткерәме? “Аныҡ эштәр”, “Урындағы инициативаларҙы яҡлау”программалары халыҡта киләсәккә ышаныс уятты.
Халыҡты бөгөн нимә борсой? Сарала ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау мәсьәләһе айырым ҡаралды. Бер кемгә лә сер түгел, ныҡлы ғаилә – ил терәге. Шунлыҡтан был тәңгәлдә тағы ла анығыраҡ саралар күреү талап ителә. Социаль ғәҙелһеҙлек бер кемде лә борсомай ҡалмайҙыр, моғайын. Кемдер айына – 100, ә кемдер 10 мең һум алып эшләй. Белем алыу, медицина ярҙамы бушлай булған заманды бөгөн күптәр һағынып иҫкә ала. Мәктәптең, уҡытыусыларҙың абруйын ҡайтанан күтәреү йәһәтенән аныҡ саралар талап ителеүе хаҡында әйтелде. Шул уҡ ваҡытта абруйҙың һатып алынмауы хаҡында онотабыҙ.
Халыҡтың партия артынан түгел, ә көслө, белемле, әүҙем лидер артынан эйәреүе сер түгел. Бөгөн һәр ҡайҙа ла үҙен күрһәткән, әүҙем йәштәребеҙ күп. Уларҙы дөрөҫ юлдан үҫтереү – бөгөнгө көн талабы. Бай тәжрибә туплаған власть органдары вәкилдәре үҙҙәренә лайыҡлы алмаш тәрбиәләргә бурыслы. Сөнки һәр кемдең уңышы – Рәсәйҙең уңышы икәнлеген беләбеҙ. Бының өсөн, тәү сиратта, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү мотлаҡ. Ҡулында эше булмаған йәштәр социаль яҡтан ныҡлы ғаилә ҡора алыуы икеләнеү тыуҙыра. Фәҡәт Урал аръяғы райондарында эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тороуы сер түгел. Быға законһыҙ рәүештә алкоголь һәм спиртлы эсемлек менән һатыу итеүселәрҙең дә проблемаһын ҡушырға кәрәк. Дөрөҫ, күптән түгел уларға ҡарата ҡабул ителгән РФ Законы ғәмәлгә индерелде. Бөгөн ике “йүнсел” эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм ул башҡаларға ла һабаҡ булыр, тип ышанабыҙ.
Ултырыш һуңында барлыҡ тәҡдимдәр ҡабул ителеп, протокол тултырылды.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проекты урында эш башланы. Был көндө Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендәге беҙҙең төркөм Баймаҡта урынлашҡан “Магнит”, “Монетка” һәм “СкладОК” магазиндарында булып, һатыуға сығарылған аҙыҡ-түлектәрҙең сифатын тикшерҙе. Әйтергә кәрәк, күп осраҡта беҙ ҡабаланып ҡына инеп, кәрәкле әйберҙәрҙе алып сығабыҙ. Хатта уларҙың ҡулланыу ваҡыты үткәнме-юҡмы икәнлеген дә ҡарап тормайбыҙ. Баҡтиһәң, магазин хужалары быны шундай оҫта итеп файҙалана икән! Тауыҡ иттәрендә төрлө бактериялар булыу сәбәпле, уларҙы башҡа менән бергә һыуытҡыстарға һалыу тыйыла. Ә беҙгә ҡайһы бер сауҙа нөктәһендә уларҙың һыйыр, сусҡа иттәре, тарттырылған ит, хатта шешлек менән бергә ятыуын күрергә тура килде. Икмәктәрҙе лә мотлаҡ целлофан пакеттарға төрөп һатылырға тейешлеген беләбеҙ. Беләбеҙ, ләкин уны һатыусыларҙан талап итмәйбеҙ. Был бигерәк тә үҙебеҙҙә бешерелгән икмәктәргә ҡағыла. Йәшелсә-емештәр араһында тамыр ебәреп, үҫә башлаған һарымһаҡтарҙы, сереп, боҙолған йәшелсәләрҙе күреп, уларҙы кәштәләрҙән алыуҙы талап иттек. Ә инде бер сауҙа нөктәһендә ашарға яраҡлылыҡ ваҡыты үткән торттарҙы һатыусылар беҙҙең менән ярышып йөрөп йыйыштырҙы. Магазиндарҙа ыҫланған тауыҡ, серегән йәшелсә, ирей башлаған балыҡ, ит аҙыҡтары һәм башҡа “хуш еҫтәр” кемгә оҡшай икән?
“Халыҡ контрол”е ҡалалағы бер дарыуаханаға ла инеп сыҡты. Былтыр ҡабул ителгән яңы ҡануниәт буйынса бөтә дарыуҙарға ла штрих-кодтар ҡуйыу мотлаҡ. Уның ярҙамында һатып алыусы дарыуҙың ҡайҙа һәм ҡасан етештерелеүе хаҡында тулы мәғлүмәт алырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хаҡта дарыухана мөдире (!) хәбәрҙар булмай сыҡты. Быныһы инде беҙҙе бөтөнләй аптырауға һалды.
“Рандеву” кафеһы – халыҡтың күпләп йыйылған урыны. Бында төрлө саралар йыш уҙа. Шунлыҡтан был күңел асыу үҙәге лә “халыҡ контроле”нең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Уның хужабикәһе Ләйсән Хәлиуллина беҙҙе аш-һыу әҙерләгән бүлмәгә алып инде. Әҙерләнгән барлыҡ ҡабымлыҡтарҙың да тейешле талаптарға яуап бирерлек итеп һаҡланыуы күңелдәрҙе күтәрҙе.
– Бөгөн сауҙа нөктәләре хужаларына иҫкәрмәләр яһалды, кәңәштәр бирелде. Ә инде бер нисә көндән контроль һатып алыуҙар ойоштороласаҡ. Атап кителгән етешһеҙлектәр бөтөрөлмәгән осраҡта уларҙың хужалары яуапҡа тарттырыласаҡ, – тип белдерҙе Гөлнур Ҡолһарина.
Сауҙа нөктәләрендәге ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең арзан хаҡына алданмағыҙ. Сөнки уларҙың йә ҡулланыу ваҡыты үтеп бара, йә иҫкереп өлгөргән. Шул уҡ ваҡытта йыуылған колбасалар, күгәргән ерҙәре ҡырҡылған сырҙар, ҡат-ҡат туңдырып иретелгән балыҡтар һәм тауыҡ иттәре хаҡында хәбәрҙәр ишетелеп торғанын онотмағыҙ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының сираттағы “Халыҡ контроле” проекты халыҡтың мәнфәғәтен яҡлау өсөн ойошторолған. Ҡайҙа, ниндәй етешһеҙлектәр бар – бер ниндәй икеләнеүһеҙ уларға хәбәр итергә мөмкин.
Сауҙа нөктәләре кәштәләрендәге икмәктең – Краснодар өлкәһенән, кәбеҫтәләрҙең Израилдән, алманың – Төркиәнән, картуфтың – Мысырҙан, ҡаймаҡтың – Ҡаҙағстандан, йомортҡаларҙың – Төмәндән, һөт аҙыҡ-түлектәренең Силәбе, Мәскәү, Ырымбур өлкәләренән булыуы беҙҙе шаҡ ҡатырҙы! Шулай булмай ни – районда ғына түгел, тотош республикала ла әллә күпме етештереүсе предприятие бар. Йүнсел эшҡыуарҙарыбыҙҙың үҫтереп алған экологик яҡтан таҙа кәбеҫтәләре ҡайҙа булған? Ә йомортҡалар? Ни өсөн беҙ ер аяғы, ер башынан килтерелгән йомортҡаны ашарға тейеш әле ул? Шулай уҡ “хәләл” тамғаһы һуғылған йомортҡаларҙы нисек аңларға? Ауылда ғына түгел, бөгөн ҡала халҡы ла күпләп ҡош-ҡорт көтә. Беҙҙең редакцияға ла көн һайын йомортҡаһын да, майын да, башҡа аҙыҡ-түлеген тәҡдим иткән әллә күпме кеше инеп сыға.
Дөрөҫөн әйткәндә, Мысырҙан килтерелгән картуфты ашап ултырыуы беҙҙең өсөн оят булырға тейеш. Халыҡтың Билал, Күгиҙел, Өмөтбай яҡтарында үҫкән картуфты ҙур теләк менән һатып алыуҙары билдәле. Районда әллә күпме ерҙәребеҙ буш ята. Ниңә картуф, кәбеҫтә ултыртмаҫҡа? Дөрөҫ, кемдер, беҙҙең магазиндар үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте алыуҙан баш тартасаҡ, тип әйтер. Етештергән тауарҙарыңды һатыу өсөн баҙар бар, йәрминкәләр ойошторола. Үҙенең, яҡындарының һаулығын ҡайғыртҡан һәр кем үҙебеҙҙә үҫтерелгән, етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирәсәк.
Һәр кемгә мәғлүм: һөт – тиҙ әсей торған эсемлек. Бигерәк тә йәй көндәре уны һаҡлау ҡыйын. Магазиндан һатып алған һөттө күҙәткәнегеҙ бармы? Ул бер ваҡытта ла ойомай, оҙаҡ ултырыуҙан һаҫып, ауыр еҫ сығара башлай. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгән “Йылайыр һөтө”нә, “Күлтабан” мегафермаһы продукцияһына иғтибар аҙ булыуы борсолоу тыуҙыра. Мерәҫ ауылы фермеры Ғиззәт Ямантаевты баймаҡтар оҙон сиратҡа баҫып, алып килгән һөт, ҡаймаҡтарын талашып алып бөтә. Бәлки, йылайырҙарға һәм күлтабандарға ла сығып һатыу итеүҙе ойошторорға кәрәктер?
Эш юҡ, тип зарланабыҙ. Сауҙа нөктәләрендәге Мысыр картуфын, Израил кәбеҫтәһен Баймаҡтыҡы менән алыштырырға теләүсе табылманымы әле?
Автор фотоһында: сауҙа нөктәләрендә ҡулланыу ваҡыты үткән аҙыҡ-түлек алына.