Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәкшәмбе баҙары
27 Февраль 2022, 09:05

Аҙыҡҡа күпме китә?

Аҡсаны күпме эшләһәң дә, уны ашап бөтөп була икән...

Магазинға индең, бер мең аҡсаң китте, ҡайттың, ә бер нәмә лә юҡ. Күпме китә һуң аҙыҡ-түлеккә? Көнөнә 500 һумлыҡ аҙыҡ алһаң да, айына 15 мең һум китә бит. Тик ҡайһы саҡта һатып алған аҙығың 500 һумдан күпкә күберәк бит. 

Бүлгеләнгән тауыҡ ите өлөштәре, билмәндәр, башҡа ярым фабрикаттар, фасовкаланған ярмалар, шәкәр, шоколад, ялтыр-йолтор ҡағыҙҙағы башҡа тәмлекәстәр, печенье... Беҙ уларҙы кәрзингә уйламай ҙа ташлайбыҙ. Аҡса күп китә, ә бәрәкәте юҡ. Ни эшләргә һуң? Бар сығымдарҙы яҙып барырға. Һәм күп ризыҡты өйҙә әҙерләп алырға. Шул уҡ билмән, кәтлиттәрҙе, мантыны үҙең әҙерләп алыу күпкә отошло. 

Тағы бер экономиялау юлы. Һәр ғаиләнең яратҡан ризығы бар. Уны күп итеп әҙерләп, өлөштәргә һалып туңдырғыста туңдыраһың. Һөҙөмтәлә ашыҡҡан саҡта магазинға инеп барыһын да һатып алмайһың, ә әҙер ризыҡты йылытып ашайһың. Мәҫәлән, пловты шулай күпләп әҙерләп туңдырырға була. Башҡа итле ризыҡтарҙы ла.

Йәшелсә, емеште күмәртәләп һатыу базаһына барып алыу отошло. 

Ә һеҙ нисек экономиялайһығыҙ аҙыҡ-түлектә? Ниндәй серҙәр беләһегеҙ?

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Аҙыҡҡа күпме китә?
Аҙыҡҡа күпме китә?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: