Бөтә яңылыҡтар
Йәкшәмбе баҙары
5 Декабрь 2021, 14:02

Баҙарҙа хаҡтар ни хаҡ?

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының йәкшәмбе баҙарында ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелде.Мәҫәлән, ҡаҙының килограмы 750 һумға етте.Күркә итенең килограмына 500 һум һоранылар. Тулыраҡ сайтта.

Баҙарҙа хаҡтар ни хаҡ?
Баҙарҙа хаҡтар ни хаҡ?

 

1,5 литр һөт - 100, бер баш ҡорот - 90, ауыл икмәге - 70-150, ҡартаның килограмы - 200, 0,5 литр ҡомалаҡ әсеткеһе - 50, төрлө емеш-еләктән ҡаҡ - 50, күркә итенән тушенка (0,5 литр банка) - 300 һум.
Һыйыр ите шул кимәлдә ҡалды - 200-480 һум.
Миндектең пары - 150, селек һеперткеһе - 50 һум.Ейәнсуранан килтерелгән көнбағыш майының 1,5 литры - 250 һум.
Түбә оҫталары шәп быймалар тәҡдим итте.Уларҙы 1200-2000 һум менән һатып алырға мөмкин булды.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: