Бөтә яңылыҡтар
Йәкшәмбе баҙары
17 Ғинуар 2021, 21:48

Иткә хаҡ кәмемәй

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһындағы йәкшәмбе баҙарында сауҙа итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа аҙ булды. Ҡар яуыуы, буран сығыуы быға сәбәплелер, моғайын.

Һөт продукцияһына хаҡтарҙың үткән йыл кимәлендә ҡалыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, һөттөң 1,5 литрын - 70, 0,5 литр ҡаймаҡты - 150, һыйыр майын 400 һум менән һатып алырға мөмкин ине. Эремсектең 1 килограмы - 100 һум. Ҡыҙыл эремсектең бер башы 70-80 һум булды. 1,5 литр ҡатыҡҡа - 50, 700 грамм холодецҡа - 100, 1 кг бишбармаҡҡа - 100 һум һоранылар. Ҡомалаҡтан бешерелгән икмәкте 60- 150 һумға алырға мөмкин ине. Ҡаҙ итенең килограмы - 350, тауыҡтыҡы - 250, тултырма - 400 һум. 10 дана йомортҡа - 100 һум.
Ә шулай ҙа һыйыр һәм йылҡы итенә һорау һәр саҡ ҙур булып ҡала һәм уларға хаҡтар ҙа юғары - килограмы 300 - 450.
Балалар быймаһына 500-1100 һум һоранылар, өлкәндәрҙеке - 2000 һум. Миндектең пары - 100, селек һеперткеһенеке иһә 60-100 һум ине.

Читайте нас: