Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
7 Апрель 2023, 13:55

Йәйге тәгәрмәстәр - һаҡ булығыҙ!

Кисә генә йылмайып-йылытып торған яҙ бөгөн ҡарлы, көслө елле ҡышҡа биреште. Күп водителдәр тәгәрмәстәрен йәйгегә алмаштырып өлгөргәйне...

Кисә генә йылмайып-йылытып торған яҙ бөгөн ҡарлы, көслө елле ҡышҡа биреште. Күп водителдәр тәгәрмәстәрен йәйгегә алмаштырып өлгөргәйне. Шуға күрә юлдарҙа үтә һаҡ булығыҙ! Ә ҡар яуған урындарға йәйге тәгәрмәс меән сыҡмағыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.

Был хаҡта Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов  үҙенең телеграм-каналында ла яҙған:

- Әбйәлил һәм Белорет райондарында ҡар яуған. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Тиҙлекте арттырмағыҙ, автомобилдәр араһында тейешле арауыҡты һаҡлағыҙ. Йәйге тәгәрмәстәргә күсергә өлгөргән водителдәргә был райондарға барыуҙан тыйылып торорға кәңәш итәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!  

Ял көндәрендә кешеләр төрлө райондарға сәфәргә сыға. Беҙҙең районда ла ҡар көсәйә бара. Бер үк һаҡ булығыҙ! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: