Ҡыҫҡаса
10 Августа 2022, 09:25

Ямғыр яуырмы?

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе фаразлана...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ямғыр яуырмы?Ямғыр яуырмы?
Ямғыр яуырмы?

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе фаразлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

 11 августа төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, урыны менән +8 градусҡа ҡәҙәр. Көндөҙ +26, +31 градус.

12 августа урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, урыны менән +5 градусҡа тиклем. Көндөҙ +22, +27 градус.

Автор:Гузель Салихова