Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
1 Ғинуар 2021, 02:00
Ярлы балаһы ябай класта уҡырмы?
Һуңғы ваҡытта, мәктәптәрҙә түләүле кластар барлыҡҡа киләсәк, тигән һүҙ йөрөй. Йәғни, ябай класс һәм түләүле класс буласаҡ. Был нимә бирәсәк? Беҙ балаларыбыҙҙы түләп уҡытыуға әҙерме? Ата-әсәләрҙең ошо хаҡтағы фекерҙәрен яҙып алдыҡ.
Әҡлимә: “Ҙур ҡалаларҙа, сит илдәрҙә түләүле мәктәптәр барлығын ишетеп беләбеҙ. Ләкин уның беҙгә лә килеп етерен уйламай ҙа инек. Мәктәптә түләп уҡытыуға ҡырҡа ҡаршымын. Ябай кластарҙа – ярлы, ә түләүле кластарҙа хәлле кешеләрҙең балалары уҡыясағы көн кеүек асыҡ. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыларҙың да балаларҙы айырып ҡарай башлаясаҡтары шик тыуҙырмай. Бөгөн дә бит яҡшы уҡыған балаға улар яҡшы мөнәсәбәттә булһа, насарыраҡ уҡығандарҙы ситләтеп ҡарайҙар. Был социаль бүленешкә килтерәсәк. Өс баламды кейендерергә, ашатырға былай ҙа аҡса етмәй. Түләүле кластар өсөн ҡайҙан аҡса табайым мин?”
Айнур: “Түләүле кластар әле киң таралмағандыр, тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта репетиторҙарҙы алып ҡарайыҡ. Мөмкинселеге булғандар дәрестәрҙән тыш кәрәкле фәндәрҙән уҡытыусылар яллай. Быныһына ҡаршы түгелмен. Әгәр ҙә аҡсалары, ваҡыттары бар икән – шөғөлләнһендәр. Түләүле кластар беҙгә килеп еткәнсе балаларым мәктәпте тамамлап сығыр, тип өмөтләнәм. Ә шулай ҙа беҙҙә был реформа индерелһә, балаларымды ябай класҡа биреп, тиҫтерҙәре алдында уларҙың кәмһетелеп үҫеүен теләмәҫ инем. Аҡсам булмаһа ла табырға тырышасаҡмын”.
Үҙен Лариса тип танытҡан уҡытыусы: “Дөрөҫөн әйткәндә, дәрестә балаларҙы уҡытырға беҙҙең ваҡыт та юҡ, сөнки документтар тултырырға кәрәк. Бөгөн һәр уҡытыусының эше шул ҡағыҙҙарҙың тәртиптә булыуына ҡарап баһалана. Шунлыҡтан дәрес ваҡытында уҡыусыларға күберәк үҙ аллы эш биреп, ҡағыҙҙар менән ултырырға мәжбүр булабыҙ. Сөнки бер генә уҡытыусы ла өҫтө-өҫтөнә килеп торған тикшереүселәрҙән, һуңынан мәктәп администрацияһынан әрләнергә теләмәй. Теләге булған бала барыбер ҙә уҡый, тырыша. Ә баштарына “һеңмәгән”дәр менән ваҡыт әрәм итергә теләмәйбеҙ. Репетиторлыҡ менән шөғөлләнәм. Өҫтәмә аҡса беҙгә һәр ваҡыт кәрәк”.
Зарифа: “Балаларҙың түләп уҡыуына өйрәнеп тә барабыҙ инде. Колледж, университеттарҙа “платник”тарға өҫтөнлөк бирәләр. Сөнки улар уҡыһа ла, уҡымаһа ла, аҡса түләгәс, ҡулдарын ҡыҫып ҡотлап, диплом биреп сығаралар. Ә мәктәптәрҙә түләүле кластар билдәле бер йүнәлеш буйынса асылалыр, моғайын. Мәҫәлән, инглиз теле, математика кластары. Шулай уҡ оҙонайтылған көн төркөмөнөң дә эшләгәне билдәле. Уныһы тағы ла ҡыйбатыраҡ булалыр инде. Сөнки балаң көнө буйы мәктәптә буласаҡ. Бындай яңылыҡтарға әҙер булырға тейешбеҙ, тиһәм дә, был реформаны хупламайым. Дауаханаларҙа аҡса түләһәң – яҡшы итеп ҡарайҙар, бирмәһәң – һинең менән һөйләшеп тә тормайҙар. Мәктәптә лә шулай буласаҡ. Түләһәң, балаңды ҡурсалап ҡына торасаҡтар. Ә ябай класс уҡыусыларына иғтибар булмаясаҡ. Шунлыҡтан был яңылыҡ беҙгә һәм балаларыбыҙ өсөн бер һынау, тип уйлайым”.
Лилиә ТАКАЕВА.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"