Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
1 Ғинуар 2021, 02:00

Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү – актуаль тема

Бөгөн рәсми рәүештә эшләмәү, хеҙмәт килешеүе төҙөмәү, эш хаҡын “конвертта” алыу, эш хаҡын тотҡарламау – актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Ҡайһы бер бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, һалымдан ҡасып, эш хаҡының бер өлөшөн, йәки уны тулыһынса “конверт”та бирә. Йәғни эш хаҡын документтарҙа күрһәтмәй, ҡулаҡса менән иҫәпләшә. Быларҙың барыһы ла граждандың Конституцион хоҡуғын боҙоу тип һанала. Һөҙөмтәлә улар пенсия алыуҙан мәхрүм буласаҡ.

“Конверт”тағы эш хаҡы эшкә йәлеп ителеүселәрҙең социаль яҡтан да хоҡуҡтарын юҡ итә. Хеҙмәт килешеүен төҙөмәү – хеҙмәткәрҙәрҙе пенсияға сығыуҙан мәхрүм итеү. Бынан тыш ауырығанлыҡ ҡағыҙы, төрлө пособиелар ҙа түләнмәй. Сөнки төрлө түләүҙәр рәсми булған эш хаҡына ҡарап иҫәпләнә. Хеҙмәт стажы ла бармай. Һөҙөмтәлә эш хаҡын “конверт”та алыусылар “Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсияһы тураһында”ғы федераль законға ярашлы ҡартлыҡ буйынса пенсияға алдан сығыу хоҡуғын юғалта.
Бөгөн халыҡты рәсми булмаған эш урындарынан сығарыу мәсьәләһе һәр яҡлап та контролдә тотола. Ләкин граждандар үҙҙәре быны аңлап эш итергә тейеш. Эш биреүсе тарафынан хеҙмәткәрҙәрҙең социаль һәм закон тарафынан ҡаралған хоҡуҡтары боҙолған осраҡта, уларҙы яҡлау мөмкин булмаясаҡ. Сөнки судта шаһиттарҙың күрһәтмәһе талап ителә. Ә инде күп осраҡта хеҙмәткәр эш биреүсеһенә ҡаршы сығыш яһауҙан баш тарта.
Хеҙмәт ҡануниәттәре боҙолған осраҡта, эш хаҡы буйынса бурыстар йыйылһа, хеҙмәт килешеүе төҙөлмәйенсә эшкә йәлеп ителеүселәр булһа 3-29-65 һандары буйынса “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратып кәңәшләшә ала.
“Конверт”тарҙа түләнгән эш хаҡы өсөн эш биреүселәр Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексының 122-се, РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.27-се статьяларына ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шулай уҡ РФ-тың Енәйәт кодексы буйынса ла яуаплылыҡ ҡаралған.
Хөрмәтле ойошма етәкселәре һәм шәхси эшҡыуарҙар! Эшкә йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр менән хеҙмәт килешеүе төҙөргә кәрәклеге хаҡында тағы ла бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексының 15-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы, эшсе һәм эш биреүсе араһында гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү төҙөү рөхсәт ителмәй.
Бөгөн эш урындарын легалләштереү мөһим. Шунлыҡтан эш биреүселәргә, шәхси эшҡыуарҙарға, күҙәтеү органдары санкция ҡулланмаҫ элек, һәр эшсе менән хеҙмәт килешеүен төҙөргә кәңәш итәбеҙ.
З. Абдуллина,
Баймаҡ районы буйынса мәшғүллек үҙәгенең баш инспекторы.
Читайте нас