Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
2 Ғинуар 2020, 20:35

Кемдең ҡолонсағы?

Юл буйында бына бер нисә көн инде кемдеңдер ҡолонсағы үлеп ята.Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта.

Баймаҡ - Әбделкәрим трассаһы ла хәүефле участоктарҙан һанала. Был тарафтарҙа ла аттар һәр ваҡыт юлда. Уларға бәйле юл-транспорт ваҡиғалары ла йыш теркәлә. Темәс яҡтары айырым контролгә алынған кеүек, был тарафтарҙа ла эштәрҙе әүҙемләштереү мотлаҡ. Йылайыр һәм Баймаҡ райондары сигендәге трассала күкһел төҫтәге ҡолонсаҡ үләкһәһе бына бер нисә көн инде ҡоҙғондарға ем булып ята. Әйтеүҙәренсә, уны уҙған йылдың 27 декабрендә үк күргәндәр. Ҡолонсаҡты бүреләр йыҡҡанмы, әллә машина төкөп киткәнме, билдәһеҙ. Кемдеке? Уның ошо ерҙән алыҫ булмаған урында тибендә йөрөгән аттар өйөрөнән айырылып ҡалыуы ла ихтимал.
Читайте нас: