Ҡыҫҡаса
7 Ноября 2019, 13:11

Яңы балалар уйын майҙансығы тантаналы шарттарҙа асылды

Ҡаланың С.Юлаев проспектындағы 31, 33-сө йорттар биләмәһендә "БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ" программаһы буйынса төҙөлгән яңы балалар уйын майҙансығы тантаналы шарттарҙа асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡаланың С.Юлаев проспектындағы 31, 33-сө йорттар биләмәһендә "БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ" программаһы буйынса төҙөлгән яңы балалар уйын майҙансығы тантаналы шарттарҙа асылды.
Унда район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкселегендәге абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Йорт комитеты рәйесе Ғәлиә Бондаренко был балаларҙың уйын майҙансығының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтөүен белдерҙе. Балалар иһә рәхмәттәрен йыр-бейеүҙәре аша белдерҙе.