Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
7 Ноябрь 2019, 18:56

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән саф һауала йөрөү

Бөгөн йәштәр эштәре буйынса комитет иғлан иткән "ЕТӘКСЕ МЕНӘН САФ ҺАУАЛА ЙӨРӨҮ" үҙенсәлекле проекты старт алды.

Сараның беренсе ҡунағы - район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев. Халыҡ менән осрашыу район хакимиәте алдында бара. Проект сәләмәт тормошто пропагандалау, урындағы проблемаларҙы етәксегә еткереү, уларҙы күмәк көс менән хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Район башлығы оло быуын вәкилдәре менән халыҡ ижады үҙәгендә осрашты. Уға урамдарҙы һәм юлдарҙы төҙөкләндереү, коммуналь-хужалыҡ уңайлыҡтарына түләү кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт иттеләр. Артабан Фәнис Әминев йәштәр менән йәйәүләп "Еңеү паркы"на тиклем барҙы. Йәштәр район башлығына ваҡытты, эш менән ял сәғәттәрен нисек дөрөҫ бүлергә өйрәнергә тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Читайте нас: