Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
7 Ноябрь 2019, 22:48

"Еңеү паркы" асылды

Бөгөн бөтә баймаҡтар өсөн ҙур байрам. Бөгөн ҡаланың М. Горький урамында яңы объект - "Еңеү паркы"н асыу тантанаһы үтте.

Был тулҡынландырғыс минуттарҙы бөтә ҡала һәм район халҡы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды.
Әйтергә кәрәк, "Еңеү паркы" "Уңайлы ҡала мөхите" проекты ярҙамында ҡалҡып сыҡты. Уны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шәхси эшҡыуар Радмир Ғерфановтың бригадаһы сафҡа индерҙе.
Ал таҫманы ҡырҡыу
хоҡуғы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа, ҡала биләмәһе башлығы Хәлил Булатовҡа, подрядсы Радмир Ғерфановҡа тапшырылды. Ал таҫма аманат итеп конвертҡа һалынды һәм ул Баймаҡ тарих
һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылды.
Байрамды дауам итеп Радмир Ғерфанов сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да эҫе бәлештәр, былау менән һыйланы. Балалар аттракциондарҙа күңел асты, мини-футбол уйнаны.
Киләһе йыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк. "Еңеү паркы" халыҡ өсөн иң ҡәҙерле урындарҙың береһенә әйләнәсәк. Сараға меңдән ашыу кешенең йыйылыуы ла шуны иҫбатлай.
Байрам күген фейерверк биҙәне.
Читайте нас: