Һаҡмар
+3 °С
Облачно
Антитеррор
Ҡыҫҡаса
4 Сентября 2019, 06:40
Бер-бер артлы һөйөнөслө яңылыҡтар
Ошо көндәрҙә Баймаҡта эш сәфәре менән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин булып китте. Рәмзил Рафаэль улын район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина оҙатып йөрөнө.
Етәкселәр автобус водителдәренә “йәшел ут”, аварияһыҙ эшләүҙәрен теләп, автобустағы уңайлыҡтар менән танышты. Әйтергә кәрәк, ошо көндәрҙә Баймаҡ АТП-һына тағы ла ике автобустың килеүе көтөлә.
Рәмзил Ишһарин артабан ҡалала алып барылған төҙөлөш эштәре менән танышты. “Еңеү паркы”нда булып, “Башҡорт ихатаһы”, “Уңайлы ҡала мөхите” проекттары буйынса алып барылған эштәр менән танышты.
РФ депутатының артабанғы эш сәфәре Ишбирҙе ауылында дауам итте. Ауыл халҡы менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Халыҡ менән осрашыуҙа Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының поликлиника мөдире Айрат Ишбирҙин да ҡатнашты.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"