Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
16 Июль 2019, 16:21

Тиҙлек ғүмергә янамаһын өсөн

– Шәп йөрөгән машиналар өсөн юлға һалынған ҡаршылыҡтар, халыҡ телендәге “ятҡан полицейскийҙар”, бар урамда ла булырмы икән? Ни өсөн уларҙың береһе бейек, икенсеһе тәпәш? Ҡайһы берҙәре алдынан был яһалма ҡаршылыҡ тураһында иҫкәрткән билдәләр ҙә юҡ. Ошо йәһәттән ҡала тәртипкә килтерелерме?(һорауға яуапты сайттан уҡығыҙ)


– Эйе, яһалма ҡаршылыҡтар хәҙер беҙҙең ҡала өсөн дә бик актуаль. Сөнки транспорт көндән-көн күбәйә, шәп тиҙлектә йөрөгән водителдәр ҙа бихисап. Һөҙөмтәлә, авариялар һаны, юлда йәрәхәтләнгән, һәләк булғандар һаны арта. Район етәксеһе Фәнис Әминев оператив кәңәшмәлә был мәсьәләгә ныҡлы иғтибар бирҙе. Яһалма ҡаршылыҡтар тейешле стандартҡа тура килергә һәм уларҙың алдынан иҫкәртеүсе билдәләр булырға тейеш. Фәнис Ғәбдрәшит улы: “Тейешле һәм йәйәүлеләр өсөн хәүеф тыуҙырған урында бындай яһалма ҡаршылыҡтар мотлаҡ буласаҡ. Сөнки был халыҡтың хәүефһеҙлеге өсөн эшләнә. Әммә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ошо йүнәлештәге етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш”, – тине.

Хәҙерге ваҡытта яһалма ҡаршылыҡтар тейешле стандартҡа ярашлы эшләнә һәм уларҙың алдына билдәләр ҡуйыла. Халыҡтың күпселеге улар мотлаҡ булырға тейеш, сөнки водителдәр үтә тиҙ йөрөй, тип иҫәпләй.
Читайте нас: