Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыҫҡаса
18 Декабрь 2018, 13:12

Автобус йөрөй башлаясаҡ

Дәүләт ауылына ҡасан юл һалыныр ҙа, ҡаланың Көньяҡ микрорайонына ҡасан автобус йөрөй башлар? Был һорауҙарға яуапты сайттан уҡығыҙ.

“Иҫке Сибай ауыл биләмәһенә ҡараған Дәүләт ауылына бөтөнләй юл юҡ. Ҡышҡыһын, ямғырлы көндәрҙә беҙгә “Ашығыс ярҙам” да килеп етә алмай. Ә бит беҙҙә балалы йәш ғаиләләр күп йәшәй...”

Был һорауға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Динар Хәлитов яуап бирә: “Дәүләт ауылында юлдарҙы ремонтлауға 2019 йылда тотонасаҡбыҙ. Был эш территориаль заказ сиктәрендә башҡарыла”.

“Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ микрорайонына автобус йөрөмәй, балалар баҡсаһы ла юҡ. Ҡасан был проблемалар хәл ителер?”

Баймаҡ АТП-һы директоры Ирек Артыҡаев әйтеүенсә, йыл аҙағында был проблема ыңғай хәл ителәсәк 26 декабрҙә микрорайонға бер түгел, ике автобус йөрөй башлаясаҡ.

Икенсе һорауға килгәндә, район хакимиәте хәбәр итеүенсә, Көньяҡ микрорайонында балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған мәктәп комплексын төҙөү башланды. Объектты киләһе йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола.

А. САЛАУАТОВ әҙерләне.
Читайте нас: