Зилидә Ғәзизйән ҡыҙы китабында боронғо ҡомартҡыбыҙҙың ысын хазина, серҙәр һандығы, халҡыбыҙҙың тарихы, донъяға ҡарашы, теле, мәҙәниәте, килеп сығышы, тормош фәлсәфәһе сағылышы икәнен төшөндөрҙө. Беҙ әлегә миф тип кенә ҡараған мәшһүр әҫәр нигеҙендә заманса слайдтар ҡулланып, уҡытыусы балаларға башҡорттоң боронғо астрономияһы, йондоҙнамәһе, календары булғанлығы тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Урал батыр Аҡҡош йондоҙлоғонда Һомай менән осрашһа, Арыҫлан йондоҙлоғонда Йәнбирҙенең улдарын арыҫландарға менгәштереп оҙата. Үлсәү йондоҙлоғо, аңлашылып тора, ике юл саты:
Һулға китһәң, юл буйы –
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ
Ҡыла торған йола бар.
Уңға китһәң, юл буйы –
Илау-һыҡтау йыл буйы.
Шуны ла әйтергә кәрәк, уҡытыусы ҡобайырҙың яҡшылыҡҡа, изгелеккә саҡырыуын балаларға еткерергә тырышты һәм маҡсатына иреште.
6-сы класс уҡыусыһы Нәркәс Ишмырҙинаның эпостан рухланып ятлаған өҙөгө лә шул һүҙҙәрҙе раҫланы. Мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Рафиҡова үҙенең уҡыусыһы Гүзәлиә Янбаева менән «Башҡорт исемдәрендә космогоник ҡараштарҙың сағылышы” тигән темаға фәнни эш әҙерләп, Сибай төҙөлөш колледжында йыйынтыҡ та баҫтырып сығарған. Башҡорттарҙа ундай исемдәр күп икән. Мәҫәлән, Айһылыу, Йыһангир, Айсыуаҡ һәм башҡа билдәлеләрҙән тыш Сүриә (Етегән), Шөғәйеп (комета), Балапан (Меркурий) тигән исемдәр барлығын белеү фәһемле булды. Ҡыҙыҡлы факттар уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.
Балалар башта ҡуйылған һорауҙарға тулы яуап тапты. Башҡорт – тәбиғәт балаһы. Йыһан - тәбиғәттең бер өлөшө. Башҡорт йыһанды белгән, серҙәрен аңлаған, балаларына өйрәткән, боронғо астрономдарҙың белемдәре бөгөнгө һуңғы техника менән ҡоралланған астрономдарҙыҡынан бер ҙә кәм булмаған. Бына ошондай һығымталарға килде уҡыусыларыбыҙ.
Эльвира Танһыҡҡужина.
Иҫке Сибай ауылы.