Һаҡмар
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Ватан һағында
16 Августа , 10:15

АҒАЙ

Ҡапыл килеп сыҡҡан дошман дронын һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Әммә әжәл менән көрәшкән ағаһы ҡапыл аяғынан һөйрәп йығып, уны тәне менән ҡаплап өлгөрҙө. Ғүмеренең һуңғы секундтарында “Ағай”ға көс ҡайҙан килгәндер... Көслө шартлау яңғыраны. Арыҫлан өсөн бөтә нәмә ҡараңғылыҡҡа сумды... Үҙен ипләп кенә тартҡыслауға аңына килде. Тағы бер иптәше тере икән. Ул ағаһының кәүҙәһен ситкә шыуҙырып һалған. Ағаһының снаряд ярсыҡтарынан теткеләнеп бөткән кәүҙәһен ҡосаҡлап иңрәп иланы Арыҫлан. “Ағай, ҡалдырмайым мин һине бында! Алып сығам, мотлаҡ алып сығам. Үҙең яратҡан күк Ирәндек буйҙарына ҡайтырһың...”

АҒАЙ

хикәйә

(Батыр башҡорт яугирҙәренә арнала. Уларҙың кисерештәренә таянып яҙылған)

Һөжүмгә йыйынған яугирҙәр түңәрәккә баҫып ҡосаҡлашып бер мәлгә тын ҡалды. Һуңғы йылдарҙа ошо үҙенсәлекле йола улар араһында нисектер үҙенән-үҙе яралды. Был тынлыҡ иң көслө ауаздан, яуҙағы иң ҡурҡыныс шартлауҙарҙан күпкә ғәйрәтле. Белә егеттәр, ни тиклем уңышлы һөжүм итһәләр ҙә, кемдеңдер әйләнеп ҡайтмауы бар. Был әсе хәҡиҡәт йән һыҙланыуы ла, бошоноу ҙа бирмәй хәҙер. Бер нисә йыл эсендә күңелдәр ҡатты. Тәү көндәрҙә мәйеттәрҙе күреп уҡшып алып киткән яугирҙәр, хәҙер йәшәү менән үлем араһындағы һыҙатта баҫып тороуҙарын яҡшы аңлай. Мәңгелек донъяны һәм һуғыш мәлендә лә туҡтамай һайрап маташҡан ҡоштар илен бер аҙым ғына айыра...

Арыҫлан уйҙарынан арынып ағаһына күтәрелеп ҡараны. Уныһы туғанының ҡарашын тойоп, йылмайҙы, һиҙелер-һиҙелмәҫ баш ҡаҡты. Йәнәһе, “Бирешмә, ҡустым, мин яныңда”. Ағаһының тыныс һәм яҡтылыҡ һирпелгән ҡарашынан һәр саҡ тыныслана ул. Арыҫлан урамда бергә уйнап үҫкән иң яҡын дуҫының һәләк булыуын ишеткәс, махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итте. Атай менән әсәй күптән гүр эйәләре. Бер-бер хәл булһа, тоҡомдарын дауам итергә ағаһының өс улы бар. Шулай ҙа бәләкәстән үҙен ҡурсалап үҫтергән ағаһына һуғышҡа китеүен әйтмәне. Атай урынына ҡалған яҡын кешеһенең һүҙе закон уның өсөн. Әгәр “бармайһың, йөрөмәйһең” тип әйтһә, үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр һүҙгә килешәсәктәр. Ә йөрәктә дошмандан дуҫы өсөн үс алыу тойғоһо яна, төн йоҡолары бирмәй һаташтыра. Шуға күрә ағаһы менән еңгәһен вахта менән себер яҡтарына барып аҡса эшләйәсәге хаҡында алдаштырып, юлға сыҡты.

Ярты йылдан килеп тапты ағаһы Арыҫланды. Хәрби заданиенан бер иптәшен юғалтып, хәлһеҙләнеп ағас төбөндә ултырған йәш яугир тәүҙә ағаһы күҙенә күренәме тип уйланы. Көслө ҡулдар елкәһенән матҡып торғоҙоп, йылы ҡосағына алғас, йәштәр урғылды...

Хас та бала саҡтағы кеүек. Ул саҡта мәктәптән ҡайтышлай ҙур малайҙарҙан туҡмалғайны ул. Ауыртыуҙан бигерәк, көсһөҙлөгөнән илаған ҡустыһын ағаһы кәртә башында табып алды. Малай илауҙан шешенгән йөҙөн һәм фингал баҫылған күҙен йәшереп маташһа ла, туғаны барыһын да аңланы. “Кем?!”-тип һораны ул уҫал тауыш менән. Арыҫлан өндәшмәй иренен ҡымтыны. “Барыбер беләсәкмен!”- тип ағаһы кәртәнән һикереп төшөп урамға йүгереп сығып та китте. Ошо көндән һуң малайға бер кем дә теймәне. Ағаһы нисек тапҡандыр үҙен туҡмаусыларҙы, әммә уларҙың да күгәргән күҙен күреп Арыҫлан барыһын да аңланы. Ошо көндән малайға турник, йүгереү, гер күтәреү менән танышырға тура килде. Ағаһы уны аяманы, әсәһе “үлтерәһең бит шул баланы, йонсоп китте” тиеүенә ҡарамаҫтан, ҡуйманы. Ысынлап та, тәүҙә ябығып киткән Арыҫландың тәне бер нисә айҙан бөтөнләй үҙгәрҙе, ә бер йылдан мускулдары ташып торған көслө егеткә әүерелде ул. Атаһы менән әсәһе бер-бер артлы яҡты донъяны ҡалдырып киткәс, ун алты йәштәге үҫмер ағаһының ҡурсыуына ҡалды. Туғанының иртә өйләнеүе лә ҡустыһы өсөн булды, шикелле. Икәүләшеп матур итеп донъя көтөргә тырышһалар ҙа, йортҡа ҡатын-ҡыҙ етмәүе һиҙелеп тора ине. Еңгәһе матур ҙа, уңған да. Ағаһына бер-бер артлы өс малай ҙа табып биргәс, ҙур, бәхетле ғаилә булып китте улар...

...“Ағай, нисек таптың мине, ниңә килдең?” - тип кенә һорай алды ул күҙ йәштәре аша. Ағаһы уның һөжүмдән һуң бысраҡ битенән юлаҡ-юлаҡ булып аҡҡан күҙ йәшен һөртөп: “Һинең кәйефһеҙ йөрөгәнеңдән барыһын да алдан аңланым инде. Нисек яныңа килеп эләгеүем, айырым бер тарих. Башҡаса мине алдап ҡаса алмаҫһың”, - тип йылмайҙы. “Ә еңгәй? Балалар?!” “Еңгәйең барыһын да аңлап ҡабул итте. Малайҙар... Улар ҙа аңлар, буласаҡ һалдаттар бит”,- тип кенә ҡуйҙы ағаһы.

Нисек кенә булһа ла, ағаһының янында булыуы Арыҫланды тынысландырҙы. Уның үҙен һаман ҡурсырға, яу тормошон еңеләйтергә тырышыуы күңеленә иҫ китмәле рәхәтлек бирә ине. Ағаһының иң шәп яугирҙәрҙең береһе булып танылған Арыҫланды балалай хәстәрләүе иптәштәренең кәйефен күтәреп ебәрҙе, уны төрлөсә төрттөрөп бер булалар. Белә яугир, башҡалар уларҙың туғанлыҡ хистәренә һоҡланып, хатта яратып ҡарай. Шуға күрә төртмә телләнеп маташалар ҙа. Арыҫлан бала саҡтан йоҡларға ярата. Шуға күрә ағаһы уны мөмкин тиклем оҙағыраҡ йоҡлатырға тырыша, уның тороуына сәй ҡайнатып ҡуя, ашарға әҙерләй. Командирҙары тәүҙә “хватит детский сад разводить” тип әрләп, иҫкәртеп ҡараны ла, унан ҡул һелтәп, башҡаларҙың Арыҫлан менән ағаһын мәрәкәләүенә ҡушылды.

Бер ҡыш, штурмовик булып алда йөрөгән Арыҫландарҙың төркөмө, ялан кухняһынан өҙөлөп ҡалды. Көндөҙ туҡтауһыҙ яуған ҡарлы ямғыр блиндаждарына үтеп инде. Ярҙам көткән яугирҙәр хәлһеҙләнә барҙы. Кейемдәре үтә һыуланып, төндәрен боҙ булып ҡатты. Өшөгән яугирҙәр күберәк йоҡоға тала башланы. Былай барһа туңыуҙары ихтималлығын аңлаған ағаһы Арыҫланға ғына түгел, башҡалаларға ла тынғылыҡ бирмәне. Уларҙы берәм-һәрәм төрткөсләп уятты, тар, емерелеп барған блиндажда хәрәкәтләндереп маташты. Мөйөштә шундағы алам-һоламды яғып, блиндажға ағып төшкән бысраҡ һыуҙы тимер кружкаға йыйып, йылытып эсерҙе. Үҙе был мәлдә май шәмдәй генә янған утты ҡаплап баҫып торҙо. Сөнки йылы сыҡһа, дошман дрондары килеп етәсәк. Яугирҙәр баһадирҙай кәүҙәһен ҡырҡҡа бөгөп, оҙаҡ ваҡыт ҡул-аяҡтары өсөн уңайһыҙ хәлдә баҫып торған, “Ағай”ҙы (ҡустыһын хәстәрләп килеп тапҡан башҡорт ир уҙаманына позывной шунда уҡ табылғайны) ял итергә өндәне, тик ул барыһын да үҙенсә эшләне. Ә инде асығыуҙан хәлдәре бөтә башлаған яугирҙәргә “Ағай” ҡайҙандыр сөсө икмәк килтереп сығарып, бүлеп таратып биргәс, барыһы ла йылмайып ебәрҙе. Блиндаж әсирлегенән туғыҙ көндән генә сыға алды улар. Береһе лә тәнен төрлө кимәлдәге өшөтөү алыу түгел, ауырыманы ла. Һәм бының өсөн улар “Ағай”ға рәхмәтле булырға тейешлеген яҡшы аңлай ине.

Командирҙары: “Һеҙҙең һөжүм беҙҙең ғәскәргә алға китергә булышлыҡ итәсәк. Барыһын да тиҙ генә эшләргә кәрәк буласаҡ”, - тигәс, юлға сыҡтылар. Тауыш-тынһыҙ хәрәкәт итеп өйрәнгән улар. Бойороҡ буйынса дошмандарҙың блиндаждарын баҫып алып, барыһын да юҡ иттеләр. Ҡулдарына ҡиммәтле карта килеп эләккәс, Арыҫлан һыҙғырып уҡ ебәрҙе. “Хәҙер улар беҙгә һөжүм итә башлаясаҡ. Картаны беҙҙекеләргә еткереп өлгөрөргә кәрәк”, - тип иң етеҙ яугирҙе артҡа, беҙҙекеләргә ебәреп өлгөрҙөләр. Бер нисә минуттан уларға һауаны ҡап-ҡара итеп ҡаплап, дрондар ябырылды. Көслө шартлау тауыштары, йәшенеп өлгөрмәгән яугирҙәрҙең ыңғырашҡан тауыштары ишетелде. Бер нисә минуттан ҡолаҡты ярып барған тынлыҡ урынлашты. Арыҫлан йәшенгән еренән сығып ағаһын, иптәштәрен саҡыра башланы. Яуап юҡ. Туғанын бер соҡор эсенән табып алды ул. Ҡан һәм тупраҡҡа уҡмашҡан ағаһын күреп йән әсеүе менән ҡысҡырып ебәрҙе ул:

- Ағай!

Үҙенә һәр саҡ атайҙарса хәстәрлек менән ҡараған ҡуңыр күҙҙәр яртылаш асылды:

- Сеү, ҡустым, ҡысҡырма. Тегеләр яңынан килеп етер. Һин йәшәргә тейеш, еңгәйеңә терәк булыр өсөн, улдарымды кеше ит... Һин тере ҡалырға тейеш...

- Ағай, һөйләшмә, хәлеңде бөтөрмә, мин алып сығам һине, ишетәһеңме, алып сығам, түҙ әҙерәк...

Ҡапыл килеп сыҡҡан дошман дронын һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Әммә әжәл менән көрәшкән ағаһы ҡапыл аяғынан һөйрәп йығып, уны тәне менән ҡаплап өлгөрҙө. Ғүмеренең һуңғы секундтарында “Ағай”ға көс ҡайҙан килгәндер... Көслө шартлау яңғыраны. Арыҫлан өсөн бөтә нәмә ҡараңғылыҡҡа сумды...

Үҙен ипләп кенә тартҡыслауға аңына килде. Тағы бер иптәше тере икән. Ул ағаһының кәүҙәһен ситкә шыуҙырып һалған. Ағаһының снаряд ярсыҡтарынан теткеләнеп бөткән кәүҙәһен ҡосаҡлап иңрәп иланы Арыҫлан. “Ағай, ҡалдырмайым мин һине бында! Алып сығам, мотлаҡ алып сығам. Үҙең яратҡан күк Ирәндек буйҙарына ҡайтырһың...”

Имен ҡалған иптәше менән башҡаларҙы ҡарап сыҡтылар. Ауыр яраланған 11 яугирҙе таптылар. Уларҙы дошмандарҙан ҡалған эвакуация арбаһына һалып урман эсенә ташый башланылар. Ағаһының кәүҙәһен иң аҙаҡтан сығарҙы ул. Тиҙҙән санитарҙар ярҙамға килеп етте. Арыҫлан ағаһының да кәүҙәһен тейәтеп ебәрҙе. Иптәше менән һәләк булған башҡа иптәштәренең дә кәүҙәләрен сығарырға хәл итеп, тороп ҡалдылар. Ҡараңғы төшкәс, кире дошман блиндаждары яғына шыуышып киттеләр. Шуны ғына көтөп торғандай, дошмандың “Мәскәй әбейе” күренде. Ул ташлаған снарядтан Арыҫлан йөрәген өтөп алған көслө ауыртыуҙы тойоп, аңын юғалтты. Күпмелер сәғәттән уның бите тапҡырында ғына имәнес безелдәү меннә дошман дроны аҫылып тороуын ишетте. Күрәһең, Арыҫланды тикшерә: тереме – юҡмы. Яугир тын да алмай ятыуын дауам итте. Дрон артабан осто. Арыҫлан күкрәк тәңгәлендә көслө ауыртыу тойҙо, һул ҡул эшкинмәй, аяҡтар ҡыбырлай әле. Уң ҡулы менән күкрәгенә килеп ҡаҙалып, һерәйеп торған снаряд ярсығын һөйрәп сығарҙы. Тағы аңын юғалтты. Ҡараңғы төшкәс зиһене килгән егет яраһын хәленән килгәнсә бәйләп ҡуйҙы. Янында үҙе менән бергә килгән иптәше мәңгелеккә тын ҡалған. Арыҫлан сираттағы ауыр юғалтыуҙан тештәрен шығырлатып ҡуйҙы ла, урман яғына шыуыша башланы. Быға тиклем бер сәғәттә йүгереп үткән бәләкәй урмандан өс төн шыуышып барҙы ул. Хәле бөткән һайын, ағаһының “Һин йәшәргә тейеш!” тигән һүҙҙәрен хәтерләне. Асыҡ яланға шыуышып сыҡҡас, үле кәүҙәләргә барып төртөлдө. Дошмандарҙың кәүҙәләре икәнлеген формаларына ҡарап таныны. Күптән яталарҙыр, сереп һаҫый башлағандар. Арыҫлан уларҙың кеҫәләрен ҡапшай башланы, береһенән зажигалка, икенсеһенән шоколад һөйрәп сығарҙы. Бәләкәй шешәләге һыуға бигерәк тә ҡыуанды ул. Унан бер нисә йотом эскәс, хәл ингәндәй булды. Арыҫлан артынан ҡан юлағы ҡалдырып артабан шыуышты. Дрондар йыш оса башлағас, ташландыҡ блиндажға инеп йәшенде. Тик дошман мәскәйҙәре яугирҙе нисектер һиҙеп ҡалды. Беренсе шартлау уның һул ҡулын икенсегә яраланы. Икенсеһенән блиндаж яна башланы. Арыҫлан ни ғиллә меннә сығып та өлгөрҙө, артынан блиндаждың бүрәнәләре осто. Төн етеүгә ҡайҙандыр хасил булған тәрән соҡор эсенә төшөп китте. Көс-хәл менән зажигалкаһын ҡабыҙып ҡараны. Эсендә дошман һалдаты терәлеп ултырып йән биргән, күҙҙәре асыҡ. Хәле булмаһа ла, всушникты һүгенеп әрләп, күҙен йомдороп ҡуйҙы. Ни өсөн эшләгәндер быны, үҙе лә аңламаны. Аңын юғалтҡан Арыҫлан янында ҡарт ҡартатаһын күрҙе. Ҡыҙыл Армия формаһындағы 25 йәштәрҙәге егет үҙенә шуҡ йылмайҙы ла, битенән һыйпап ҡараны. Һаташамы яугир, әллә ысын йылдар төпкөлө аша килгән Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты үҙен уятырға маташа? Ҡартатаһының батырлығы хаҡында һәр Еңеү көнөндә атаһы тере саҡта һөйләй торғайны. Дошман ут яуҙыра башлағас, ул ҡаты яралана. Уттың аҙыҡ-түлек складына етеп барыуын күреп, өҫтөндәге шинелен сисә алмағас, уның өҫтөнә ырғый. Батыр һалдат шунда янып һәләк була, әммә склад ҡотҡарыла. Ҡартатаһы ла ошо ерҙәрҙе фашистарҙан әрсегән бит...

- Уян. Уянмаһаң, ошонда ятып ҡалаһың...

Арыҫлан аҡтыҡ көсөн йыйып артабан шыуышты. Быға тиклем иҫкә лә алмаған белгән доғаларын ҡабатлай башланы. Зиһене асылып, тәненә көс ингәндәй булды. Беҙҙең разведчиктарҙың тауышын ишеткәс кенә, ул тағы аңын юғалтты...

Бер йылдан хәҙер инде үҙе командир итеп тәғәйенләнгән Арыҫлан сираттағы һөжүмгә йүнәлде. Бер ай госпиталдә ятып, ағаһын тыуған еренең ҡуйынына үҙе һалып килде ул. Ағаһы ла, бергә һуғышҡа ингән иптәштәре лә юҡ хәҙер. Ә йола һаҡланды. Яугирҙәре менән түңәрәккә баҫып ҡосаҡлашып тын ҡалдылар. Арыҫлан блиндаж тышына сығып үҙен оҙатып ҡалған бесәйҙәрен һыйпаны, унан ҡулын күтәреп ымлап егеттәренә “алға” тине. Яугирҙәр ҡырыҫ, аҙ һүҙле, батыр, башҡорт командирҙарын ихлас ихтирам итә. Ҡаты булып күренһә лә, уларҙы яуҙан имен-аман алып ҡайтыу өсөн барыһын да эшләй “Башҡорт”. Йәш һалдатты үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплап алып ҡалғаны ла булды. Әмәлгә, ул саҡта яндарына төшкән дрон шартлап өлгөрмәне. Командир күҙ асып йомған арала дронды ситкә алып ташланы һәм шул саҡта ғына көслө шартлау яңғыраны. Һуғышҡа яңы өйрәнә башлаған бар яугирҙәр ҙә имен ҡалды шулай.

Төн ҡараңғылығында шым ғына барған төркөм урман эсенә инеп юғалды. “Башҡорт” ышаныслы, һаҡ аҙымдар менән, ағаһының һәм ҡартатаһының оҙата барыуын тойоп, доғаларын уҡый-уҡый, алға атланы...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас