Ватан һағында
22 Апреля , 06:25

Батыр яугиргә

Ҡайттың Артур, ҡайттың тыуған яҡҡа,Туғандарың, дуҫтар янына.Бар донъяға ауаз биреп тыуған,Яңы тәпәй баҫҡан яғыңа.    

Батыр яугиргәБатыр яугиргә
Батыр яугиргә

Ҡайттың Артур, ҡайттың тыуған яҡҡа,
Туғандарың, дуҫтар янына.
Бар донъяға ауаз биреп тыуған,
Яңы тәпәй баҫҡан яғыңа.

 

Нисәмә ай көттө тыуған йортоң,
Күҙ йәштәрен йотто әсәйең.
Һүҙһеҙ, эстән янған атайыңдың
Күптән ағарғандыр сәскәйе.

 

Көттө һине ауыл, дуҫ-иштәрең,
Көттө төркөмдәшең, танышың.
Интернет селтәрендә ағыла
Һинең йырҙар, һинең тауышың.

 

-Илама әсәй, илама!-тинең,
Иламайса түҙеп булырмы?
Күпме ғәзиз йәндәр ҡырылалар,
Бер саҡ ер тишеге тулырмы?

 

Күктә мәңге балҡыр йондоҙ булып,
Һин дә ҡайттың тимер табутта.
Һинең иште, һинек кеүектәрҙе
Был донъяла булмаҫ табып та.

 

Хуш бул Башҡортомдың данлы улы,
Хуш бул батыр улы Ватандың.
Хуш бул ҡыйыу улы үҙ Илеңдең,
Һәр һүҙе хаҡ, биргән антыңдың.

 

Онотмаҫтар һине яҡындарың,
Атай-әсәй, яҡын дуҫтарың.
Яңғ(ы)рап торор беҙҙең күңелдәрҙә,
Йөрәктәрҙә һинең йырҙарың.

 

Хәлиҙә Ишдәүләтова-Абдуллина.
01.06.2025 йыл. Ишей.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас