Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
1 Апрель , 15:00

Позывнойы "Һунарсы" уның!

Украинала барған махсус хәрби операция бөтә донъяға илебеҙҙең, Рәсәйҙең ҡеүәтен, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген күрһәтте. МХО-ла ҡатнашыусы, Батырлыҡ һәм башҡа бик күп хәрби һәм юбилей миҙалдары кавалеры, ауылдашым, өлкән сержант Азамат Рәшит улы Камалов ҡыҙы тыуғас, ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтып китте. Уның менән булған әңгәмәнән: - Башҡорт егеттәре тураһында ниҙәр әйтерһегеҙ? - Башҡорт яугирҙәре элек-электән көсө, ҡаһарманлығы менән айырыла. Батыр, тәүәккәл, сая милләттәштәребеҙ Рәсәйҙең барлыҡ мөһим яуҙарында ҡатнашып, үҙҙәренә ҡушылған хәрби бурысты еренә еткереп үтәй.

Позывнойы "Һунарсы" уның!
Позывнойы "Һунарсы" уның!

Ҡаһармандар дәүере

Һунарсы” позывнойлы Азамат

Украинала барған махсус хәрби операция бөтә донъяға илебеҙҙең, Рәсәйҙең ҡеүәтен, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген күрһәтте. МХО-ла ҡатнашыусы, Батырлыҡ һәм башҡа бик күп хәрби һәм юбилей миҙалдары кавалеры, ауылдашым, өлкән сержант Азамат Рәшит улы Камалов ҡыҙы тыуғас, ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтып китте. Уның менән булған әңгәмәне гәзит уҡыусыларға еткерәбеҙ .

- Азамат үҙең менән таныштырып үтһәң ине?

- Сәкинә Ғәббәс ҡыҙы менән Рәшит Баһауетдин улы Камаловтарҙың татыу, һигеҙ балалы ғаиләһендә, 1980 йылдың 1 майында етенсе бала булып донъяға килгәнмен. Атайым совхозда мал ҡараны, оҫта мейес сығарыусы булды. Әсәйем йорт хужабикәһе. Ауыл еренә хас булған бар эште эшләп үҫтек. Йыр моңға ғашиҡ ғаиләбеҙ. Гармунда уйнайбыҙ, йырлайбыҙ.

- Мәктәп йылдары, артабан ҡайҙа уҡынығыҙ?

- Өмөтбай мәктәбенә алты йәшем тулып үткәс, күршем, бергә уйнап үҫкән Артурҙан ҡалғым килмәй, уҡырға барҙым. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Билал урта мәктәбендә белем алдым. Артабан уҡыуымды Баймаҡ 105 - се һөнәрселек училищеһында, хәҙерге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, дауам итеп, йөк машинаһы водителенә уҡып сыҡтым.

- Бала саҡтағы яратҡан шөғөлөң?

- Күрше малайҙар менән кәртә артында ғына башланған урманда йөрөргә яраттым. Ҡуянға, төлкөгә, алйырҙанға тоҙаҡ ҡорҙоҡ, Һаҡмар йылғаһында балыҡ тоттоҡ. Малайҙар шаяртып мине “Һунарсы Азамат” тип йөрөттө. Ауылда ҡушмат йоғоп ҡына бара. Әле һуғышта ла “Һунарсы” позывнойы менән йөрөйөм.

- Армияла ҡайҙа хеҙмәт иттегеҙ?

- 1999 - 2001 йылдарҙа, ике йыл Ҡытай сигендә, Чита өлкәһендә ил һаҡсыһы булып хеҙмәт иттем. "Сик ғәскәре отличнигы”, “Ил сиген һаҡларға 300 мәртәбә сығыу” миҙалдары менән бүләкләндем. Әрменән ҡайтҡас та водитель булып эшләнем.

- Тағы нимәләр эшләргә яратаһың?

- Машиналар йүнәтергә яратам.

- Бөйөк Ватан һуғышы шауҡымы ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡтыр илебеҙҙә. Һеҙҙең ғаиләгеҙҙең Еңеү һалдаты?

- Әсәйемдең бер туған ағаһы Зөлҡәрнәев Хәсән Ғәббәс улы һуғыштың башынан аҙағына тиклем йөрөп, бер нисә тапҡыр яраланып, фашисты үҙенең өңөндә тонсоҡтороп ҡайтҡан яугир. Ярты Европаны танк водителе булып үтеп, бик күп наградалар менән ҡайтҡан ҡыйыу һалдат. Уның йөрәктәргә үтеп ингән хәтирәләрен тыңлап үҫтек. Ул ваҡытта апаның йөрөгән юлдарынан мин дә үтермен тигән уй башҡа ла инмәне.

- Ғаиләгеҙ, балаларығыҙ?

- Аллаһҡа шөкөр, ғаиләм ишле. Ҡатыным Айгөл менән алты бала тәрбиәләйбеҙ. Балаларым: Азалия, Тамир, Данис, Илзирә, Әҙилә, Аида. Бәләкәс ҡыҙым быйыл февралдә донъяға килде. Балаларыбыҙға Хоҙай Тәғәлә беҙгә күрһәткәнде күрһәтмәһен тип теләп йәшәйем.

- МХО - ла ҡасандан?

- Махсус хәрби операция башланғас та, 2022 йылдың 29 сентябрендә тәүге мобилизация иғлан ителгәс, үҙем теләп, бер мәктәптә, бер партала ултырып уҡыған, күршем, дуҫым Артур Низамов менән “Башҡортостан” полкы сафында һуғышҡа киттек. Баймаҡ районынан бөтәһе 123 егет киткәйнек. Ҡайһылары батырҙарса һәләк булды, ҡайһылары ауыр яраланып хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылды.

- Әле хеҙмәт иткән ерегеҙ?

- Донецк Халыҡ Республикаһында хеҙмәт итәм. Карловка, Кураково, Покровский йүнәлешендә.

-”Урал” машинаһында йөрөйөм, тигәйнегеҙ?

- Эйе. Тәүҙә бер йыл “УАЗик” машинаһында командирҙы йөрөттөм. Хәҙер “Урал” машинаһында алғы һыҙыҡҡа егеттәрҙе, боеприпастар, аҙыҡ-түлек алып барам. Үҙебеҙҙең ротанан бер взвод, 28 һалдат, яу яланында ҡамауҙа ҡалған ине. Артур шунда яраланды. Уларҙы сығарҙым “Урал” машинаһы менән. Һәләк булған йәш егеттәрҙе күреп йөрәк әрней. Бик ауыр. Ни хәл итәһең. Һуғыш бит. Һәр беребеҙ ҡайҙа һәм нимә өсөн килгәнен аңлай.

-Дрондар бигерәк тә ҡаҡшата, тип ишетелә...

- Эйе, уйламаған, көтөлмәгән ерҙән осоп килеп сығалар. Миңә лә әллә күпме осраны. Бер шулай алдан “УАЗик” машинаһы бара ине. Дронды күргәс, машинаны туҡтатып ситкә сығып баҫтым, ә улар ниңәлер сыҡманы. Дрон шул машинаға һөжүм итте. Хәҙер машина өҫтөнә махсус ҡоролма ҡуйыла. Уҡсы һауаны күҙәтеп бара.

- Ерле халыҡ менән һөйләшкәнегеҙ бармы?

- Ололары аралаша, йәштәре һөйләшмәй. Башҡортостандан бар ине бер апай, уның менән һөйләшеп йөрөнөк.

- Ниндәй милләт вәкилдәре менән бергәһегеҙ?

- Башҡорттарҙан тыш төрлө милләт вәкилдәре: бурәт, тыва, рус, татар... Егеттәр менән шул тиклем татыубыҙ.

- Башҡорт егеттәре тураһында ниҙәр әйтерһегеҙ?

- Башҡорт яугирҙәре элек-электән көсө, ҡаһарманлығы менән айырыла. Батыр, тәүәккәл, сая милләттәштәребеҙ Рәсәйҙең барлыҡ мөһим яуҙарында ҡатнашып, үҙҙәренә ҡушылған хәрби бурысты еренә еткереп үтәй.

- Ялға ҡайтҡан ваҡытта кемдәр менән осраштығыҙ?

- Өмөтбай мәктәбендә балалар, Баймаҡта үҙем уҡып киткән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында кадеттар, Билалда волейбол ярышында ҡатнашыусылар менән осраштым. Тыуған ер, яҡташтар менән аралашыу көс-дәрт бирҙе.

- Азамат, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Илебеҙ өсөн, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн яуға киткән егеттәр менән ғорурланабыҙ. Неофашистарҙы тар - мар итеп, Еңеү менән, теүәл, тыуған яҡтарығыҙға әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙар!

Әнүзә Мәжитова әңгәмәһе.

 

 

Позывнойы "Һунарсы" уның!
Позывнойы "Һунарсы" уның!
Автор: Гузель Салихова
Читайте нас