Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Март , 09:50

Көслө рухлы яугир

Артем Сөләймәнов Темәс ауылынан, ҙур һәм татыу ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡтан зирәк һәм отҡор малай мәктәпте тамамлай, машинист-тракторсы һөнәрен үҙләштерә, Төньяҡ Кавказда Росгвардияла әрме хеҙмәтен үтә. 2022 йылда Артем, күп кенә яҡташтары кеүек үк, Ватанды һаҡлау өсөн мобилизациялана. Артем үҙен ҡыйыу яугир итеп таныта. Бының өсөн «Батырлыҡ өсөн», «Донбасты азат иткән өсөн» миҙалдары, Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт итеү осоронда ул рядовойҙан сәйәси өлөш буйынса командир урынбаҫарына тиклем үҫә. Был осорҙа Артем үҙенең яратҡан ҡыҙына өйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы хәрби бурысын үтәгәндә Артем минаға эләгә һәм уң аяғына ҡаты яралана. Оҙаҡ реабилитациянан һуң ул өйөнә ҡайта.  Артем өлгәшелгәндәрҙә генә туҡтап ҡалмай - ул йорт һәм гараждар һатып ала, шулай уҡ үҙ эшен аса. Бөгөн улар ҡатыны менән бәләкәс Даринаны тәрбиәләйҙәр.  Бынан тыш, Артем аграр университетҡа уҡырға инә һәм хәҙер дистанцион рәүештә өсөнсө курста уҡый. Ул әүҙем тормош алып бара, спорт менән шөғөлләнә, урындағы спорт залында волейбол секцияһына йөрөй һәм патриотик сараларҙа ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу Артемдың тормошҡа һөйөүсәнлеген арттыра ғына. Район башлығы Азамат Иҙрисов: "Мин Артем менән шәхсән танышмын, беҙ бер нисә тапҡыр осраштыҡ һәм мин уның менән ысын күңелдән ғорурланам. Артемға артабанғы уңыштар, бәхет һәм бөтә пландарын тормошҡа ашырыуын теләйем! Уның яҙмышы-һәр беребеҙ өсөн ысын рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө", - тине.

Көслө рухлы яугир
Көслө рухлы яугир

Артем Сөләймәнов Темәс ауылынан, ҙур һәм татыу ғаиләлә тыуып үҫә. Бала саҡтан зирәк һәм отҡор малай мәктәпте тамамлай, машинист-тракторсы һөнәрен үҙләштерә, Төньяҡ Кавказда Росгвардияла әрме хеҙмәтен үтә. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас,  мөхәббәтен осрата. 2022 йылда Артем, күп кенә яҡташтары кеүек үк, Ватанды һаҡлау өсөн мобилизациялана. Артем үҙен ҡыйыу яугир итеп таныта. Бының өсөн «Батырлыҡ өсөн», «Донбасты азат иткән өсөн» миҙалдары, Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт итеү осоронда ул рядовойҙан сәйәси өлөш буйынса командир урынбаҫарына тиклем үҫә. Был осорҙа Артем үҙенең яратҡан ҡыҙына өйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сираттағы хәрби бурысын үтәгәндә Артем минаға эләгә һәм уң аяғына ҡаты яралана. Оҙаҡ реабилитациянан һуң ул өйөнә ҡайта. Ҡатыны Анжела уға бар яҡлап ярҙам итә. Анжела ауылда бәләкәй кафе ла асҡан була. 

Артем өлгәшелгәндәрҙә генә туҡтап ҡалмай - ул йорт һәм гараждар һатып ала, шулай уҡ үҙ эшен аса — автомобиль йыуыу һәм шина монтажлау. Бөгөн улар бәләкәс Даринаны тәрбиәләйҙәр.Артем көс, энергия һәм киләсәккә пландар менән янып йәшәй. Бынан тыш, Артем аграр университетҡа уҡырға инә һәм хәҙер дистанцион рәүештә өсөнсө курста уҡый. Ул әүҙем тормош алып бара, спорт менән шөғөлләнә, урындағы спорт залында волейбол секцияһына йөрөй һәм патриотик сараларҙа ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу Артемдың тормошҡа һөйөүсәнлеген арттыра ғына.

Район башлығы Азамат Иҙрисов: "Мин Артем менән шәхсән танышмын, беҙ бер нисә тапҡыр осраштыҡ һәм мин уның менән ысын күңелдән ғорурланам. Артемға артабанғы уңыштар, бәхет һәм бөтә пландарын тормошҡа ашырыуын теләйем! Уның яҙмышы-һәр беребеҙ өсөн ысын рух көсө һәм батырлыҡ өлгөһө", тине.

Көслө рухлы яугир
Көслө рухлы яугир
Көслө рухлы яугир
Көслө рухлы яугир
Автор: Гузель Салихова
Читайте нас