Яҙмышын Ватан һаҡлауға бағышлап, өлгөлө хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ бик күп. Илнар Ниғмәтуллин нәҡ шундай шәп ир-егеттәребеҙҙең береһе.
Илнар Мөхтәр улы 1-се Төркмән ауылында, күп балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып, донъяға килә. Төркмән урта мәктәбен тамамлағас, Сибай сәнғәт колледженың актерҙар әҙерләү булегенә уҡырға инә. Һәләтле студентҡа уҡытыусылары, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Барый улы Йосопов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Римма Лоҡман ҡыҙы Йәрмөхәмәтова ҙур өмөттәр бағлай. Әммә, “Сулпан” балалар театрында бер йыл эшләгәс, Илнар хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби хеҙмәтен Ырымбур өлкәһе Тоцк ҡалаһында башҡара. Ул өлгөлө хеҙмәте, сығамлығы, физик әҙерлеге менән айырыла. Шуға күрә Һамар ҡалаһында Еңеү көнөнә бағышланған хәрби парадта ҡатнашҡандан һуң, Илнар үҙенең киләсәген хәрби хеҙмәткә бағышларға ҡарар итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, бер ай тыуған йортонда ял итә һәм контракт төҙөп, Тольятти ҡалаһында Росгвардия сафында хеҙмәт юлын башлай. 2019 йылдан алып Ленинград өлкәһенең Луга ҡалаһында хеҙмәт итә.
2022 йылдың апреленән махсус хәрби операцияла батырҙарса хеҙмәтен дауам итә. “Ҡораллы көстәр ветераны”, “Хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Матди-техник тәьминәттәге ҡаҙаныштары өсөн”, “Хәрби берҙәмлекте нығытҡаны өсөн” һ.б. миҙалдары менән бүләкләнгән. Илнар Мөхтәр улы бәхетле атай ҙа. Тормош юлдашы Люциә Илшат ҡыҙы менән Альберт исемле ул үҫтерәләр.
“Тыуған илебеҙҙең йөҙө һәр саҡ аяҙ булһын, әсәләр – улдарын, балалар атайҙарын юғалтмаһын. Бының өсөн беҙгә тик Еңеү кәрәк!” - тигән яҡташыбыҙҙың изге уйҙары тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.