Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
23 Февраль , 18:30

Тыуған көн (романдан өҙөк)

Эх, исмаһам, аяғына баҫырлыҡ көсө ҡалһасы! Һәләкәткә осраған һалдаттарына ярҙам итерлек көстө нисек табырға?.. Нисек?.. Ғөбәйҙуллин тамам хәлһеҙләнде. Күҙ алдында өйрөлгән ҡара ҡыҙғылт түңәрәктәр ҡуйырҙы, башы әйләнде, тыны быуылды, тәне ағасҡа әүерелгән һымаҡ булып тойолдо, зиһене буталды. Бер туҡтауһыҙ тыҡылдаған дошман пулеметына ҡушылып ҡысҡырған ҡыҙ тауышы ишетелгәндәй булды. Ләйлә ҡысҡыра түгелме?.. Эйе, ул ахыры... Бөгөн һигеҙенсе март бит, ҡатын-ҡыҙ байрамы... Байрам?.. Миңлеғәленең дә байрамы... Тыуған көнө... Эйе, ул тыуған көн... Байрам... Юҡ, яңылыша... Бында һуғыш!.. Тимерғәле ағаһын үлтергән ҡәбәхәт һуғыш!.. Уның уйҙары буталды. Өршәкбаш йылғаһы, Ҡарамалы тауҙары, тыуған ауылы, атаһы менән әсәһе күренеп ҡалғандай булды... Ләйлә лә шунда... Туҡта, яңылыша түгелме? Эйе, яңылыша!.. Был бит һуғыш!.. Һуғыш һаман дауам итә!... Пулялар һыҙғырышыуы Миңлеғәлене аңына килтерҙе. Ул аңын бөтөнләйгә юғалтасағын һиҙҙе. Иҫтән яҙһа, приказ үтәлмәйәсәген, взводынан берәү ҙә һау ҡалмаясағын белеп, үҙенә-үҙе бойороҡ бирҙе: «Ебемә, Миңлеғәле!.. Ҡуҙғал!.. Приказ үтәлергә тейеш!.. Тейеш!.. Тейеш!..» Миңлеғәле, торорға тырышып, ынтылды. Хәле етмәне. Ергә һуҙылып ятҡан яралы тән, аңға буйһонорға теләмәйенсә, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Тыңламаған кәүҙәне аҡылға буйһондорорға, мәжбүр итергә ниәтләнеп, ул тағы торорға тырышты... Тағы... Тағы... «Кешеләр харап була... Тиҙҙән берәү ҙә ҡалмаясаҡ!» тигән тетрәткес уй лейтенанттың барлыҡ ихтыярын тупларға, бер ынтылыуҙа күтәрелергә ярҙам итте. Ләкин, сатнап һыҙлаған яралы аяҡтарына баҫҡас та, ҡуҙғалып китә алманы. Күҙ алды сыбарланыуы һәм сыңлап башы әйләнеүе кәмеүен көтөп, иҫерек кешеләй, айҡала-сайҡала торҙо ла, ниндәйҙер секунд эсендә аҡтыҡ көсөн йыйып, бөтөнләй көтмәгәндә дзотҡа ташланды... Ут бөрккән амбразура тонсоҡто...

Тыуған көн

(Я. Хамматовтың романынан өҙөк)

Өсөнсө Украина фронты ғәскәрҙәре март башында Ингулец һәм Көньяҡ Буг йылғалары араһында урынлашҡан немец частарын ҡыйратыу буйынса ҙур операцияға күсте. 109-сы уҡсылар дивизияһы ла ошо ғәскәрҙәр иҫәбендә. Кочкаревка ауылынан төньяҡта ятҡан Дудчаны менән Рядовое ауылдары араһындағы бейеклектәрҙә нығынған гитлерсыларҙы ҡыуып төшөрөү бурысы, 109-сы дивизия командиры полковник Балдынов тарафынан, 309-сы уҡсылар полкына йөкләтелде. Ләкин дошман дзоттарынан өҙлөкһөҙ яуған көслө ут баш күтәрергә лә ирек бирмәне. Фронттың ошо өлөшөндәге һөжүмдең аҙ ғына ваҡытҡа туҡтауы ла операцияны үтәүгә ҡамасаулаясағын аңлаған дивизия командиры Балдынов, асыҡ киң иген яланы ҡалҡыулығы түбәһендә бер-береһенән йөҙ егерме метр самаһы алыҫлыҡтағы өс ҡурғанда урынлашҡан дошман дзоттарын бик оҙаҡ күҙәткәндән һуң, бойороҡ бирҙе:

Нисек тә фашист дзоттарын шымдырырға кәрәк. Шунһыҙ уларҙың Рядовое-Дудчаны һыҙығындағы оборонаһын өҙөп булмаясаҡ, һөжүмгә әҙерләнегеҙ!..

Гвардеецтар ҙур бурысты үтәү өсөн яңы һөжүмгә ныҡлап әҙерләнде. Унда ҡатнашҡан дивизия командиры урынбаҫары полковник Левкин занятие хаҡында күҙәтеү пунктынан китмәгән Балдыновҡа аҙаҡтан ашҡынып һөйләне:

Лейтенант Ғөбәйҙуллинға дала бөркөтө ҡушаматы тигенгә бирелмәгән икән! Ул һәм уның етәкселегендәге пулеметсылар взводы маҡтауға ысынлап та лайыҡлы. Ғөбәйҙуллин һәр нәмәне бөтәһен дә шаҡ ҡатырырлыҡ итеп башҡарҙы. Ул барлыҡ уйынды теүәл, тиҙ һәм уйлап эшләй... Дошман дзоттарын дөмөктөрөүҙе Ғөбәйҙуллин взводына йөкләтһәк, нисек булыр икән?

Унда нисә пулемет бар?

Взвод өс станоклы пулемет һәм автоматтар менән ҡоралланған, һәр пулемет расчетында ете кеше.

Был турала полк командиры фекерен белмәнегеҙме?

Пеньков менән һөйләшкәйнем... Уның фекере бүтәнсәрәк. Ғөбәйҙуллин взводын һөжүм итеүсе ике уҡсылар ротаһынан айырым ебәрергә теләмәй.

Ҡаршылағы дошман дзоттарынан күҙен алмаған дивизия командиры көрһөндө.

Ете ҡат үлсә, бер тапҡыр киҫ. Был мәсьәләне ныҡлап уйларға кәрәк. Кешеләрҙе юғалтырға хаҡыбыҙ юҡ.

Алтынсы март иртәһендә полктар, артиллерия әҙерлегенән аҙаҡ, бер үк мәлде һөжүмгә күтәрелде. Ҡалкыулыҡтарҙагы ҡурғандарҙан ике километр самаһы алда ятҡан оҙон үҙән буйында совет ғәскәрҙәренә тотҡарлыҡ яһау өсөн ҡуйылған дошман отрядтары сигенә башланы. Гвардеецтар аяуһыҙ һуғышты. Дошмандың атакаһы кире ҡағылды, һуғыш оҙон көн буйына һуҙылды һәм төндә лә дауам итте. Шул төндө өс гвардеец — старшина Андрей Хижняк, сержант Валентин Бакаев, ефрейтор Василий Гацко, лейтенант Ғөбәйҙуллин пулеметсыларының көслө уты ярҙамында, гитлерсыларҙың Дудчаны ауылының көнсығышындағы запас блиндажын баҫып алып, дошман һалдаттарын яҡындан күҙәтергә тотондо. Гитлерсылар һул флангынан контратакаға күсергә әҙерләнә башлағас, был хаҡта телефон аша команда пунктына хәбәр иттеләр. Дамаев артиллеристары шунда уҡ ут асты. Үҙәк эсендәге бөтә нәмә ҡыйратылды, тураҡланды. Бик күп мәйеттәр ҡалдырып ҡасҡан дошман һалдаттары күҙҙән юғалыу менән, старшина Хижняк төркөмө, Дудчаны ауылын ҡурғандағы дзоттар менән тоташтырыусы төп траншеяға үтеп инеп, ҡурған менән тоташтырған телефон элемтәһен өҙҙө. Бәйләнеште яңынан булдырырға ниәтләнгән немецтар күтәрелеү менән, лейтенант Ғөбәйҙуллин командаһы яңғыраны:

— Взвод, огонь!..

Етенсе мартта яңы һөжүмгә әҙерлек башланды. Төндә күптәр йоҡламаны, буласаҡ һуғышҡа әҙерләнде. Лейтенант Ғөбәйҙуллин һалдаттарына тағы бер ҡат «максимка»ларын, взвод ҡарамағындағы һуғыш-ҡорамалдарын ентекләп тикшерергә ҡушты ла, шул арала ваҡыт табып, ата-әсәһенә хат яҙырға ултырҙы. «Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле атай, әсәй, һаумыһығыҙ, тыуған ерҙәрем! Был хатты һеҙҙең улығыҙ яҙа. Беҙ хәҙер бер туҡтауһыҙ фашистарҙы ҡыуабыҙ. Тыуған илде азат итергә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ҡартайған көнөгөҙҙә һеҙгә ҡыйындыр инде. Бирешмәҫкә тырышығыҙ. Күбенә түҙгәс, әҙенә сыҙарга тырышығыҙ, һуғыш бөтөрөнә самалы ваҡыт ҡалды бит. Аҙаҡтан, тормош именләнгәс, барлыҡ ауырлыҡтар онотоласаҡ. Хатты йышыраҡ яҙып торогоҙ. Мин гел генә һеҙҙең турала уйлайым. Бик ныҡ һағындым, һеҙҙе күрәһем килә. Минең өсөн ҡайғырмағыҙ... Иртәгә яңы һөжүм башлаясаҡбыҙ. Барыһы ла уңышлы тамамланһа, киләһе хатымды ентекләп ултырып яҙырмын, һуғышта төрлө хәлдәр була...»

Өс мөйөшлө итеп бөкләнгән хатын почтальон сумкаһына һалды ла Миңлеғәле бер аҙ серем итеп алырға булды. Тик йоҡоноң әҫәре лә юҡ. Уның күҙ алдына «Яңы ил» колхозы баҫыуҙары, Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылы, борғаланып-борғалайып аҡҡан Өршәкбаш йылғаһы, киртләс-киртләс Ҡарамалы тауҙары, «Чапай» һугышын уйнап йөрөгән ерҙәр, белем алған мәктәбе, өйө, ата-әсәһе килеп баҫты. Улар араһында Тимерғәле ағаһының булмауы, уны «хәбәрһеҙ юғалды» тип йөрөтөүҙәре генә күңелен ҡырҙы. Батыр хәбәрһеҙ юғаламы ни? Ағаһы нисек һәләк булыуы тураһында яҙып ебәрергәме икән әллә?.. Бындай уйҙарҙан нисәмә тапҡыр көслөк менән тыйылған Миңлеғәле үҙен-үҙе тынысландырҙы: «Килешмәҫ. Атай-әсәйгә ниңә ҡайғы өҫтәргә? Мәле еткәс, хәбәр итермен әле. Әсәйемде ҡотларға онотҡанмын. Иртәгә 8 Март — ҡатын-ҡыҙҙар көнө лә баһа! Әсәйем менән Ләйләнең байрамы, ә минең тыуған көнөм. Теүәл егерме бер йәш тула. Егерме бер йәш! Һуғыш туҡталғас, иптәштәрем менән бергә байрам итәсәкмен. Әлегә сабыр булырға кәрәк...»

Миңлеғәле уйҙарын элемтәсе бүлдерҙе:

— Иптәш гвардия лейтенанты, һеҙҙе бик ашығыс рәүештә батальон командиры саҡырта.

Гвардия майоры Поляков уның пулеметсылар взводына ҡалҡыулыҡтағы ҡурғандарҙың береһендә урынлашҡан ут нөктәһен нисек кенә булһа ла юҡ итеп, дошмандың оборона һыҙығын өҙөү бурысын йөкләтте. Был бурысты башҡарыу еңел булмаясағын яҡшы аңлаған Ғөбәйҙуллин приказ үтәләсәгенә ышаныс белдерҙе. Батальон штабынан ҡайтҡас та Ғөбәйҙуллин һалдаттарын әлеге ҡурғандарҙы штурмлауға әҙерләне. Пулеметсылар, тауыш-тын сығармаҫҡа тырышып, алга барҙы.

— Алға!.. Алға!.. — тип, пулеметсыларҙы өҙлөкһөҙ ашыҡтырған Ғөбәйҙуллин ҡараңғы саҡта ҡурғандарға яҡынайып ҡалырға тырышты. Амбразураларҙан һаман атмайҙар. Тирә-яҡ һаман тыныс. Ләкин был оҙаҡҡамы? Манма һыуға төшөп тирләгән взвод командиры, әллә ниҙә бер туҡталыбыраҡ, эләгә-йығыла йүгерешеп килгән һалдаттарын ҡабаландырып: «Тиҙерәк!.. Тиҙерәк!..» — тип бышылданы ла, үҙе алға, тик алға ынтылды, тынғы бирмәүсе уй бер үк нәмәне ныҡыны: «Шәберәк! Шәберәк!..» Ҡыҫҡа араны уҙыу ҡайһылай оҙаҡ, мәшәҡәтле, ҡыйын!.. Гвардия лейтенанты артынан бер аҙым да ҡалышмай йүгергән һалдаттары бындай интектергес, яфа сиктереүсе ҡурғандар һәм дзоттар Берлинға барып еткәнсе күп, бик күп буласағын асыҡ беләләр. Пулеметсылар взводына йөкләтелгән был атакала ла кемдәрҙер иҫән, кемдәрҙер ялан ҡырҙарында ятып ҡалыры мәғлүм... Ғүмер кешегә бер тапҡыр бирелә... Кешене тыуҙырған, кешене кеше иткән Ватан-әсә лә бер... Ватан өсөн аҡтыҡ ҡанын ҡойған һалдат үлеме лә бер... Һалдат артында рота йәки батальон, полк, дивизия хатта ғәскәр генә түгел — Ватан, миллионлаған кешеләр яҙмышы, бөтә донъя яҙмышы...

Таң ҡыйылды. Баш осо тәңгәлендәге моңһоҙ йондоҙҙар һүнде, күк йөҙө ағарҙы. Эх, яҡтырмайыраҡ торһасы! Пулеметсылар взводы ялан уртаһындағы һалам эҫкертенә етер саҡта, һул яҡтағы дзоттан ут астылар. Уға ҡурғандың урта һәм уң яҡ өлөшөндә урынлашҡан амбразураларҙағы пулеметтар ҙа ҡушылды. Пуляларға ҡаршы күтәрелеүе еңел түгеллеген Миңлеғәле үҙе лә аңлай, бик тә аңлай... Былай булһа бөттө... Атака уңышһыҙ тамамлана... Бәләнән ҡотолоу өсөн ни эшләргә? Ниндәй әмәлен табырға? Ваҡыт уҙа. Эх, мәғәнәһеҙгә уҙа!.. Үҙен эшкинмәгән, булдыҡһыҙ итеп тойоуҙан хасил булған һыҙланыу, йөрәген ҡыйпып, бөтә тәненә таралды.

Ике яҡтан да пулеметтар дуэле көсәйҙе. Бындай ваҡытта берҙән-бер мөмкинселек утты көсәйтеү икәнлеген аңлаған Миңлеғәле:

— Атыуҙы кәметмәҫкә!.. Дзотҡа тоҫҡап атығыҙ!.. Алға! — тип ҡысҡырҙы.

Бөтөнләй асыҡ, тип-тигеҙ ер башланғас, ҡурҡыныс бигерәк тә артты. Дзоттан осҡан пулялар ағымы саҡ ҡына ла кәмемәне, һәр минут, һәр секунд эсендә әллә нисәмә ҡат үлеп терелгән пулеметсыларҙың ергә ятыуынан шикләнгән Ғөбәйҙуллин әле бер, әле икенсе отделениеға шыуып барҙы, һалдаттарҙы ҡабаландырҙы, командалар бирҙе:

— Царев, отделениеғыҙ ниңә яйланы? Алға!.. Агоян, һеҙ ҙә ҡалмағыҙ!.. Шәберәк!.. Мамедов, утты кәметмәҫкә!..

Совет һалдаттары һуғышып алған ҡыҫҡа ғына ара ниндәй ауырлыҡтар һәм күп юғалтыуҙар менән үтелде. Уға тиклем бына утыҙ... егерме... ун биш... метр самаһы ер ҡалды. Ләкин ул иң ауыр, иң яуаплы һәм үтә хәүефле.... Ғөбәйҙуллин амбразураға граната ырғытты. Дошман пулеметы көбәгенән урғылған ут ағымы кәмемәне.

— Царев, утты үҙеңә күсерт!.. Агоян, отделенийың менән, дзоттың ҡабырға яғына сығырға тырыш!.. Ут ағымы икенсе ергә күскәс тә, Мамедов отделениеһы менән бергә ҡалған Ғөбәйҙуллин, гранаталар ыргытаырғыта, һалдаттарҙы аҙаҡҡы атакаға күтәрҙе. Шул саҡ, аяғынан яраланып, ул соҡорға ауҙы. «Мин иҫән... Йәшәргә тейешмен», — тигән йәшен тиҙлегендәге уй мейеһен тишеп уҙҙы. Ә пулялар, ҡуҙғыртылған бал ҡорттары шикелле, уға һуҙылды... Төш етеп килә... Яҙғы ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Еүеш ерҙән күтәрелгән боҫ беленә. Ҡайҙалыр яралылар ыңғыраша... Ниңә атыш кәмене? Ниңә? Тағы ни булды? Миңлеғәле башын ҡалҡытып ҡараны һәм был атаканың да бүленеүен аңланы. Күҙ асҡыһыҙ дошман уты аҫтында ҡалған ике отделение пулеметсылары ерҙән айырылғыһыҙ... Атакаға күтәрелгән өсөнсө отделение ла, Миңлеғәленән биш метр самаһы артта ҡалып, хәрәкәтһеҙ ята.

Хәҙер ни эшләргә? Кешеһеҙ тиккә ятҡан өсөнсө отделение пулеметына табан шыуырғамы әллә?.. Кирегә барыу аҡылһыҙлыҡ... Амбразуранан алыҫлаша... Ғ[улеметҡа ла яҡын ебәрмәйәсәктәр... Алға, нисек тә булһа алга, тик алга!.. Киҫкен хәрәкәтләнгән ыңғайҙа яралы аяғы ауыртыуы Миңлеғәленең йөрәгенә барып ҡаҙалды һәм артабан ҡуҙғалырға көсө бөтәүен һиҙҙе.

— Агоян... огонь!.. Царев, алға!.. Алға! — тип автоматын болғаны. — Ал-ға!.. Дзоттан ургылған пулялар ағымы аҫтында ятҡан отделениелар ҡуҙғалманы. Улар ҙа ҡырылып бөттөмө икән әллә?.. Юҡ, ана, ҡыймылдаша башланылар... Яйын табып, тәүҙә — беренсе, аҙаҡтан икенсе отделение пулеметсылары амбразураға ут асты. Атыш, тора-бара, тағы ҡыҙҙы. Яуаплы минутта һалдаттары һынатмауына, һалдат намыҫына тоғро ҡалыуҙарына ҡыуанған Миңлеғәле, үҙенә ҡабаттан көс ингәндәй итеп тойоп, граната ырғытты. Ут бөрккән дзот ҡапыл тынып ҡалды. Пулеметсылар атакаға күтәрелде. Улар бер нисә аҙым атларға ла өлгөрмәне, дзот ҡабаттан телгә килде. Пулеметсылар тағы ергә ятты, икенсе тапҡыр яраланған Миңлеғәле йөҙ түбән йығылды. Ләкин туҡталып торманы, йәненә үтеп яралары һыҙлауына көскә сыҙап, ҡыҙыулыҡ менән алға шыуҙы. Амбразураға етергә ни бары дүрт-биш аҙым самаһы ғына ҡалғас, бөтөнләйгә хәлһеҙләнде. Еүеш ергә йөҙ түбән ҡапланып ятты-ятты ла, барлыҡ көсөн туплап, иң аҙаҡҡы гранатаһын ташланы. Амбразуранан сәселгән утлы ямғыр шунда ла кәмемәне, бер ниндәй ышыҡһыҙ ап-асыҡ урында совет һалдаттарын берәм-берәм сүпләне... Кешеләр үлә... Күҙ алдында ҡырыла... Ә Миңлеғәле, уларҙың взвод командиры, үлем сәсеүсе амбразура эргәһендә генә ятып, һалдаттарына ярҙам итә алмай... Ҡайҙа элекке бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс?.. Ҡайҙа?.. Кешеләр һаман ҡырыла... Приказ да үтәлмәгән... Эх, исмаһам, аяғына баҫырлыҡ көсө ҡалһасы! Һәләкәткә осраған һалдаттарына ярҙам итерлек көстө нисек табырға?.. Нисек?.. Ғөбәйҙуллин тамам хәлһеҙләнде. Күҙ алдында өйрөлгән ҡара ҡыҙғылт түңәрәктәр ҡуйырҙы, башы әйләнде, тыны быуылды, тәне ағасҡа әүерелгән һымаҡ булып тойолдо, зиһене буталды. Бер туҡтауһыҙ тыҡылдаған дошман пулеметына ҡушылып ҡысҡырған ҡыҙ тауышы ишетелгәндәй булды. Ләйлә ҡысҡыра түгелме?.. Эйе, ул ахыры... Бөгөн һигеҙенсе март бит, ҡатын-ҡыҙ байрамы... Байрам?.. Миңлеғәленең дә байрамы... Тыуған көнө... Эйе, ул тыуған көн... Байрам... Юҡ, яңылыша... Бында һуғыш!.. Тимерғәле ағаһын үлтергән ҡәбәхәт һуғыш!.. Уның уйҙары буталды. Өршәкбаш йылғаһы, Ҡарамалы тауҙары, тыуған ауылы, атаһы менән әсәһе күренеп ҡалғандай булды... Ләйлә лә шунда... Туҡта, яңылыша түгелме? Эйе, яңылыша!.. Был бит һуғыш!.. Һуғыш һаман дауам итә!... Пулялар һыҙғырышыуы Миңлеғәлене аңына килтерҙе. Ул аңын бөтөнләйгә юғалтасағын һиҙҙе. Иҫтән яҙһа, приказ үтәлмәйәсәген, взводынан берәү ҙә һау ҡалмаясағын белеп, үҙенә-үҙе бойороҡ бирҙе: «Ебемә, Миңлеғәле!.. Ҡуҙғал!.. Приказ үтәлергә тейеш!.. Тейеш!.. Тейеш!..» Миңлеғәле, торорға тырышып, ынтылды. Хәле етмәне. Ергә һуҙылып ятҡан яралы тән, аңға буйһонорға теләмәйенсә, хәрәкәтһеҙ ҡалды. Тыңламаған кәүҙәне аҡылға буйһондорорға, мәжбүр итергә ниәтләнеп, ул тағы торорға тырышты... Тағы... Тағы... «Кешеләр харап була... Тиҙҙән берәү ҙә ҡалмаясаҡ!» тигән тетрәткес уй лейтенанттың барлыҡ ихтыярын тупларға, бер ынтылыуҙа күтәрелергә ярҙам итте. Ләкин, сатнап һыҙлаған яралы аяҡтарына баҫҡас та, ҡуҙғалып китә алманы. Күҙ алды сыбарланыуы һәм сыңлап башы әйләнеүе кәмеүен көтөп, иҫерек кешеләй, айҡала-сайҡала торҙо ла, ниндәйҙер секунд эсендә аҡтыҡ көсөн йыйып, бөтөнләй көтмәгәндә дзотҡа ташланды... Ут бөрккән амбразура тонсоҡто... Аҫта, үҙәк буйында, 309-сы гвардия уҡсылар полкы командиры Пеньковтың көслө командаһы яңғыраны:

— Ватан өсөн алға! Ура! — Ур-ра-а-а-аа! Меңәрләгән боецтарҙың тауыштарына күмелгән ялан геүләне, ҡайнаны.

Дауыл шикелле ҡалҡыулыҡ өҫтөнән үткән һугыш алыҫлашҡас та санинструкторҙар ерҙә ятып ҡалған яралыларҙы һәм һалдат мәйеттәрен йыйырға керештеләр. Ялан госпиталенең баш врачы Серегина Клавдия Петровна яңыраҡ ҡына үлем бөрккән ҡурганға йүгерҙе. Амбразураның ҡомһоҙ тамағын томалаған егеттең пулялар менән селтәрләнгән кәүҙәһен әйләндереп, башын түбән һалындырҙы.

— Дала бөркөтө менән хушлашығыҙ!

Ҡурған янында торган бер төркөм офицерҙар, баш кейемдәрен һалып, тауыш-тынһыҙ ҡалды. Уларға яҡынлашҡан аҡ халатлы ҡыҙ, ҡапыл ағарынып, ҡысҡырып ебәрҙе һәм, үҙен үҙе онотоп, салҡан ятҡан мәйеткә ҡапланды ла үкһеп-үкһеп иларға тотондо. Бер ни аңламаған Серегина уның яурынына ҡағылды.

— Вердиева!.. Ләйлә!.. Ул һинең кемең?

— Һөйгәнем!.. — Ләйлә, илауҙан тыйыла алмайынса, быуылды. — Иң һуңғы, иң аҡтыҡ өмөтөм, ҡыуанысым өҙөлдө! Уны тыуған көнө менән ҡотларға ла өлгөрмәнем!..

Серегина ҡыҙҙы йыуатты...

Дивизия командиры урынбаҫары полковник Левкин, ауыр һулап, көскә әйтте:

— Ғөбәйҙуллиндың тыуган көнө — үлемһеҙлек көнө...

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас