Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
23 Февраль , 11:10

Тыуған илемде һаҡларға тейешмен!

2022 йылдың 26 сентябрендә өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алына һәм МХО-ға юллана. “Мин йәшенеп ҡалмаясаҡмын, Тыуған илемде һаҡларға барасаҡмын”, - ти ул. Артабан сержант Нурийән Саптаров взвод командиры урынбаҫары булараҡ, Луганск өлкәһенең Серебрянск, Донецк өлкәһенең Авдеевка ҡалаһы йүнәлештәрендә 428-се мотоуҡсылар полкы сафында хәрби алыштарҙа ҡатнаша. Тыуған ил алдындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 2-се дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, Башҡортостан Республикаһының Генерал Шайморатов, шулай уҡ 428-се полктың миҙалдары менән наградлана. Нурийән Саптаров махсус хәрби заданиены үтәгән саҡта батырҙарса һәләк була. Батыр егет үлгәндән һуң, Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән, Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ була.

Тыуған илемде һаҡларға тейешмен!
Тыуған илемде һаҡларға тейешмен!

Нурийән Саптаров 1988 йылдың 25 мартында Күсей ауылында татыу ғаиләлә донъяға килә. 1994-2005 йылдарҙа Күсей урта мәктәбендә белем ала. Мактәптә уҡығанда Нурийән үҙен бары тик ыңғай яҡтан күрһәтә. Тырышып уҡый, һәр сарала, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. 11-се класты тамамлағас, Өфөләге 129-сы һөнәри лицейға уҡырға инә. 2006 йылдың 30 июнендә ҡулына диплом ала, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Шул уҡ йылда ВЭГУ-ға хоҡуҡ фәндәре факультетына уҡырға инә.

Тик һалдат бурысын үтәү теләге көслөрәк булыу сәбәпле, уҡыуын тамамламай. Ҙур теләк менән ил һағына баҫа, ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Свердловск өлкәһе Елань ҡалаһының уҡыу үҙәгендә хәрби әҙерлек үткәндән һуң, 506-сы гвардия мотоуҡсылар полкында хеҙмәтен дауам итә. Нурийән Саптаров күп тапҡыр хәрби техниканы һаҡлап барыу ҡарауылы составында командировкаларҙа була. Нурийәндең ата- әсәһе улдарының өлгөлө хеҙмәте тураһында Рәхмәт хаттары алып ҡыуана. 2010 йылда хәрби бурысын үтәп ҡайта. Эшкә урынлаша.
2011 йылдың көҙ айында Йылайыр һылыуы Ләйсәнгә өйләнә. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы Зөлхизә һәм Зөлфиә исемле ҡыҙҙар тыуа. Саптаровтар ғаиләһе Өфөлә Ағиҙел буйында фатир ала. Нурийән төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Ул иптәштәре менән төҙөгән бейек йорттарҙы Өфөнөң төрлө ерҙәрендә күрергә була.

2022 йылдың 26 сентябрендә өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алына һәм МХО-ға юллана. “Мин йәшенеп ҡалмаясаҡмын, Тыуған илемде һаҡларға барасаҡмын”, - ти ул.

Артабан сержант Нурийән Саптаров взвод командиры урынбаҫары булараҡ, Луганск өлкәһенең Серебрянск, Донецк өлкәһенең Авдеевка ҡалаһы йүнәлештәрендә 428-се мотоуҡсылар полкы сафында хәрби алыштарҙа ҡатнаша.

Тыуған ил алдындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 2-се дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, Башҡортостан Республикаһының Генерал Шайморатов, шулай уҡ 428-се полктың миҙалдары менән наградлана. Нурийән Саптаров махсус хәрби заданиены үтәгән саҡта батырҙарса һәләк була. Батыр егет үлгәндән һуң, Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән, Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ була.

Вәсилә Зәйнуллина.

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас