Ирек Рәхмәтуллин 1990 йылдың 18 ғинуарында Баймаҡ алаһында тыуып үҫә. Музыка һәм спорт яғынан һәләтле бала тәүҙә ҡаланың 1-се мәктәбендә, унан Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияла белем ала. Баш ҡаланың һөнәри колледжында уҡый, унан Ватан һағына баҫа. Ирек Ростов өлкәһендә хеҙмәт итә. Хәрби тормош бик оҡшай уға. Ул үҙен бар яҡтан тырыш, көслө, ныҡ, сыҙам, өлгөлө һалдат итеп күрһәтә. Шуға күрә хәрби хеҙмәтенең срогы үткәс, Ирек контракт төҙөп, ил һағында ҡала.
Артабан тыуған ҡалаһына ҡайта. Хәҙерге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында бер нисә эшсе һөнәрен үҙләштерә, төрлө тамаҡтарҙа эшләй.
Махсус хәрби операция башланғас, Ирек Рәхимйән улы йән тыныслығы тапмай. 2024 йылда “Ватанды һаҡларға тейешбеҙ” тигән изге уй-ниәт менән МХО-ға китә. Бында ул үҙен иҫ киткес батыр һәм сыҙам яугир итеп таныта. Уны иптәштәре бик ихтирам итә. Сөнки ул ярҙамсыл, кешелекле булыуы менән айырыла. Дошмандарға ҡаршы үҙен аямай һуғышҡан яҡташыбыҙ батырлығы өсөн ике мәртәбә Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана. Сая, рухлы яҡташыбыҙ 2024 йылдың декабрендә батырҙарса һәләк була.
Ирек Рәхмәтуллиндың ҡыҫҡа, әммә батыр яҙмышын данлап 1-се мәктәптә Герой партаһы асылды. Уның ҡыҙы Сафия ла ошо мәктәптә уҡый. Яугир матур йырлауы, гитарала уйнауы менән айырыла. Шулай уҡ ул шиғри күңелле була.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға Ирек Рәхмәтуллиндың шиғырҙарының береһе:
Ҡалтыранып тора ҡарағайҙар бында,
Үртәлгәндәр ҡалған бағана.
“Ҡайҙа минең ғәзиз ҡайын урман”, тиеп
Әрней минең күңел, һағына.
Һайрар ҡоштар күптән ҡасып бөткән,
Йәнлектәре ҡаса, боҫона.
Бер ҡурҡыныс әкиәттә кеүек үҙем,
Минең һуғыш бөгөн башлана.
Беренсе штурм, кәйеф күтәренке,
Егеттәр ҙә дәртләй, миңә ышана.
“Башҡортостан, Рәсәй, алға!” тиеп,
Йүгерҙек беҙ алға, шашына...
Тимер ҡоштар беҙҙе аяманы,
Йәлләмәне беҙҙе миномет.
Ике дуҫым шунда ятып ҡалды,
Сығарырға бирмәй пулемет.
Әле иртән тағы шунда барам,
Алып ҡайтыр кәрәк дуҫтарҙы.
Әсә-инәй беҙҙең өсөн намаҙ уҡый,
Таң атҡанда һоноп устарҙы...
2024 йыл, 23 ноябрь, шәмбе
кесе сержант И.Р. Рәхмәтуллин.