Тыуған еребеҙҙең батыры Курпасов Илнур Вәлит улы махсус хәрби операцияла дүртенсе йыл илебеҙҙе неонацистарҙан һаҡлай. Ул 1987 йылда Әхмәр ауылында донъяға килә. Бала саҡтан теремеклеге, шуҡлығы, күпте белергә тырышыуы, кешелекле булыуы менән айырыла. Тәүҙә тыуған ауылындағы мәктәпте, унан Сибай колледжын тамамлай. Артабан физик яҡтан ныҡ һәм спорт һөйөүсән егет ил һағына юллана. Өлгөлө хеҙмәте, әрме ҡанундарын теүәл үтәүе менән айырыла. Үҙен ысын Ватан һаҡсыһы итеп күрһәтә. Әрме йылдары тураһында тик яҡты иҫтәлектәр йөрөтә ул күңелендә. Шуға күрәлер инде мәктәп уҡыусылары менән осрашҡанда яугир: “Әрме хеҙмәтенән ҡурҡырға ярамай. Унда физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да көслө булып ҡайтаһың. Әрмелә ысын дуҫлыҡты ла ҡәҙерләргә өйрәнәһең”, - ти ул.
2022 йылдан Илнур Вәлит улы махсус хәрби операцияла неонацистарға ҡаршы батырҙарса һуғыша. Бында ла ул тоғро иптәш, ысын һалдат, ҡаһарман яугир булыуы менән айырыла. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағында балалар менән осраша, ауылдаштарына ярҙам итергә ынтыла. Ул клубҡа музыкаль колонка бүләк иткән, Абҙаҡ ауылы зыяратын яңынан кәртәләтеүгә ҙур өлөш индергән. Тормош юлдашы Рәзилә менән бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләгән яугир туған йәнле, мәрхәмәтле булыуы менән дә айырыла.
Илнур Вәлит улын һәм бар яугирҙәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнөн менән ҡотлап, иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Еңеү менән, барығыҙ ҙа имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.