Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
23 Февраль , 10:05

Ҡаһарман йөрәкле башҡорт кейәүе

"Владимир менән беҙ Мәскәүҙә эшләгән саҡта таныштыҡ. 2018 йылда никах уҡыттыҡ, 2019 йылда туй яһап, өйләнешеп ҡуйҙыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы булараҡ Владимир хәрби хәрәкәттәр ветераны һаналды, “Донбасты азат иткән өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” һ.б. миҙалдары менән наградланғайны. Әлбиттә, уға был исемдәр ҙә, миҙалдар ҙа мөһим булманы. Бары тик тиҙерәк еңеү яулап, ҡәҙерле кешеләре янына ҡайтыу хыялы менән йәшәне. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында өлкәндәр менән дә, балалар менән дә осрашырға яратты. Бер ҡайтҡанында Ярат мәктәбенә барып, уҡыусы малайҙар менән өҫтәл теннисы уйнап, мәз булып ярышып, уларҙың күңелдәрен күреп ҡайтһа, икенсеһендә Ғүмәр балалар баҡсаһына барып, кескәйҙәргә байрам ойошторорға ла өлгөрә ине”. Иң үкенеслеһе, “ине” тип һөйләргә генә ҡалды хәҙер. Һөйөклө атай, абруйлы ғаилә башлығы, ауыл халҡының яратҡан кейәүе Владимир Анатольевич Мамзеров 2024 йылдың 27 декабрендә батырҙарса һәләк булды. Үҙе яратып төпләнгән башҡорт ере - батырҙың һуңғы төйәгенә лә әйләнде. Владимир кейәүҙе башҡорт яҡташтары тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала, матур кеше итеп хәтерҙәрендә һаҡлай.

Ҡаһарман йөрәкле башҡорт кейәүе
Ҡаһарман йөрәкле башҡорт кейәүе

Яҙмыш кешене ҡайҙарҙа ғына йөрөтмәй! Ульяновск өлкәһендә тыуып үҫкән урыҫ егете саф башҡорт ауылынан ябай ҡыҙға ғашиҡ булып, ҡыҙҙы ғына түгел, республикабыҙҙы ла яратып, төпкөл ауылда төпләнергә дәрт итер тип кем уйлаһын?

Әммә был осраҡта тап шулай килеп сыға. Владимир Ғүмәр ауылына килеп төпләнә. Кәләше Зиниә менән матур итеп йорт һалалар. Ғаилә башлығы Магнитогорск ҡалаһында эшләп йөрөй. Барыһы ла бөтәһенеке кеүек ине. Эйе, ине... Уйламағанда, һис тә көтмәгәндә өлөшләтә мобилизация иғлан ителеп, Владимир Баймаҡ егеттәре менән мобилизацияға эләгә. Баймаҡ ҡалаһынан бер нисә автобус тулы егеттәр тәүге көндө үк Ҡазан ҡалаһына хәрби әҙерлек үтергә юл тота. Артабан инде махсус хәрби операцияға йәлеп ителәләр.
Ғаилә ағзалары көтөлмәгән хәлдән шаңҡып ҡала. Тәүҙә билдәһеҙлектән бигерәк ауыр була, аҙнаһына бер, ҡайһы саҡ айына бер генә шылтыратышып һөйләшеп алалар. Алғы һыҙыҡҡа инеп китһә, йоҡолары - йоҡо, ашаған аштары аш түгел. Бәйләнешкә инеүен, иҫәнлеген белдереүен түҙемһеҙләнеп көтәләр. Владимир штурм отрядында командир була. Ике тапҡыр яралана, хатта ҡайһы бер мина ярсыҡтары тәненән алынмайынса тороп ҡала...

2022 йылдың 26 сентябренән алынғайны, бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып китте. Ялға ҡайтҡан ваҡыттарында ул яҡтағы хәлдәрҙе бөтөнләй һорашмаҫҡа ҡуша ине,—тип һөйләй Зиниә Әхмәр ҡыҙы. – Атаһы һуғышҡа алынғанда 3 йәшлек кенә булып ҡалған улыбыҙ Хәсәнде үтә ныҡ һағына ине. Атаһын онотмаһын өсөн йыш ҡына видеобәйләнешкә инеп торҙоҡ, фотоларын күрһәтеп, атаһы хаҡында һөйләй торғайным. Владимир ҡайтһа, улыбыҙ: “Атай ҡайтты, атай ҡайтты»,—тип ҡыуанып йүгереп йөрөр ине.
Владимир менән беҙ Мәскәүҙә эшләгән саҡта таныштыҡ. 2018 йылда никах уҡыттыҡ, 2019 йылда туй яһап, өйләнешеп ҡуйҙыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы булараҡ Владимир хәрби хәрәкәттәр ветераны һаналды, “Донбасты азат иткән өсөн”, “Храбрость. Мужество. Отвага”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланғайны. Әлбиттә, уға был исемдәр ҙә, миҙалдар ҙа мөһим булманы. Бары тик тиҙерәк еңеү яулап, ҡәҙерле кешеләре янына ҡайтыу хыялы менән йәшәне.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында өлкәндәр менән дә, балалар менән дә осрашырға яратты. Бер ҡайтҡанында Ярат мәктәбенә барып, уҡыусы малайҙар менән өҫтәл теннисы уйнап, мәз булып ярышып, уларҙың күңелдәрен күреп ҡайтһа, икенсеһендә Ғүмәр балалар баҡсаһына барып, кескәйҙәргә байрам ойошторорға ла өлгөрә ине”.

Иң үкенеслеһе, “ине” тип һөйләргә генә ҡалды хәҙер. Һөйөклө атай, абруйлы ғаилә башлығы, ауыл халҡының яратҡан кейәүе Владимир Анатольевич Мамзеров 2024 йылдың 27 декабрендә батырҙарса һәләк булды. Үҙе яратып төпләнгән башҡорт ере - батырҙың һуңғы төйәгенә лә әйләнде. Владимир кейәүҙе башҡорт яҡташтары тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала, матур кеше итеп хәтерҙәрендә һаҡлай.

Миләүшә Юлдашбаева.

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас