Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәр...Оло йөрәкле, сабырлы, түҙемле, ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән әсәләргә һоҡланмай мөмкин түгел.
Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең улдарығыҙ менән ғорурланабыҙ, улар һәр беребеҙ өсөн ысын геройға әйләнде.
Ғилминур Фәтрахман ҡыҙы Ямантаева Бәхтигәрәй ауылы ҡыҙы. Ҡырмыҫҡалыла бухгалтер курсында уҡый, Түбә тегеү фабрикаһында тегенсе, " Таналыҡ" колхозында кассир - бухгалтер була, ауыл халҡынан һөт йыйыу менән шөгәлләнә. Аҙаҡ Мерәҫ мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Тормош иптәше, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған агрономы Ямантаев Рамаҙан Гәббәс улы менән Мерәҫтә ҙур өй һалып йәшәйҙәр, хаҡлы ялға сыҡҡас, яңынан өй һалып, Бәхтигәрәйгә күсәләр.
Ямантаевтар илгә терәк булырҙай көслө 5 ул үҫтерәләр.
Улдары Наил һәм Булат Төньяҡ Кавказда тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашһалар, Рәил улдары ла, 2024 йылдың 20 ғинуарында, Украина ерендә барған махсус хәрби операцияға юллана. Ҡыйыулығы, яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн " За отвагу" миҙалы менән бүләкләнә. Улы өсөн йөрәге янһа ла, Ғилминур Фәтрахман ҡыҙы күрһәтмәй, сабыр ғына түҙә. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, улығыҙ имен - һау тыуған яҡтарына ҡайтып һеҙҙе һәм беҙҙе лә ҡыуандырһын, Алла бойорһа 
Рафиға Ғазина, китапханасы
Мерәҫ ауылы.