Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Октябрь 2025, 17:30

Командирыбыҙҙың тыуған ерҙәре онотолмаҫ хис-тойғолар ҡалдырҙы.

Хөрмәт Хәмитов менән Мәскәү юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһына уҡырға ингәс таныштыҡ. Мин мәктәптән һуң, ә ул әрме һурпаһын татып өлгөргән егет ине. Тәүҙә беҙ уртаҡ тел таба алманыҡ. Сөнки мин иркенлекте ныҡ яратҡан егет инем. Ә Хөрмәт замкомвзвода булараҡ, үҙенә лә, башҡаларға ла бик талапсан булды. Һәр һалдаттан теүәл тәртипте талап итте. Артабан аңлашып, хатта дуҫлашып киттек. Командирыбыҙ булараҡ, Хөрмәтте һәр кем ихтирам итте. Уға ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә ярҙам итер ине. Хатта күңелең төшөп йөрөгәндә лә, ул һиҙеп-тойоп, барыһын да белешеп, кәңәштәрен бирә, тынысландыра торғайны. Шуға күрә беҙ Хөрмәт Хәмит улын әле лә беҙҙең командирыбыҙ тип йөрөтәбеҙ.

Командирыбыҙҙың тыуған ерҙәре онотолмаҫ хис-тойғолар ҡалдырҙы.
Командирыбыҙҙың тыуған ерҙәре онотолмаҫ хис-тойғолар ҡалдырҙы.

Командирыбыҙҙың тыуған ере онотолмаҫ тойғолар ҡалдырҙы”

Баймаҡ районына ҡунаҡҡа килгән хәрбиҙәр шулай тине

Ир-егеттәр өсөн әрме дуҫлығы иң ҡәҙерлеһе булыуы тураһында йыш ишетәбеҙ. Көслө заттың һөйләшергә яратҡан иң яҡын темаһы ла ул – армия. Ысынлап та, улар Ватанына хеҙмәт иткән йылдары тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ә бына хәрби уҡыу йорттарында бергә белем алғандар бер-береһенә айырыуса яҡын икән. Сөнки улар 4 – 5 йыл ғүмерен бергә үткәрә һәм дуҫлығын ныҡлап һынап өлгөрә.

Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитовты был йәһәттән бәхеттеләр рәтенә индерергә мөмкин. Сөнки ул ошондай иптәшлек тойғоларын оҙайлы йылдар дауамында һаҡлап ҡала алған. Ә был көҙ Хөрмәт Хәмит улының күптән күрешмәгән иптәштәре: полковник Игорь Шахов, гвардия майоры Алексей Ощепков, гвардия капитаны Юрий Щербанев Баймаҡ ерҙәренә ҡунаҡҡа килде. Дүртеһе лә хәрби тормошто үҙ иткән, бер уҡыу йортон тамамлаған, хатта һәр саҡ бер өҫтәл артында ултырған, “ҡыҙыу нөктәләрҙе” лайыҡлы үткән офицерҙарҙың ныҡлы дуҫлығы һоҡландырҙы. Ә инде Баймаҡ ҡунаҡтарынан беҙҙең яҡтар тураһында тәьҫораттарын яҙып алмаһам, яҙыҡ булыр тип уйлап, уларҙан беҙҙең хәрби комиссар менән нисек танышыуҙары, хәрби тормош, тыуған ерҙәребеҙ тураһында һораштым.

Юрий Щербанев, гвардия капитаны:

- Хөрмәт Хәмит улы менән 1979 йылда таныштым. Икебеҙ ҙә РСФСР-ҙың Юғары Советы исемендәге Мәскәү юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһына (МосВОКУ) уҡырға индек. Мин мәктәптән һуң, ә Хөрмәт Хәмитов әрме сафынан һуң хәрби йүнәлеште һайлаған булып сыҡтыҡ. Уҡыу дәүерендә Хөрмәт беҙҙең взвод командиры урынбаҫары булды. Беҙ уның бер взводта ғына түгел, ә бер отделениела булдыҡ, хатта бер өҫтәл артында ултырҙыҡ. Хөрмәт Хәмит улына взводта етәкселек итеү эше осраҡлы эләкмәүе билдәле. Ул беренсе көндән үҙен ныҡ, сыҙам икәнен күрһәтеп, физик яҡтан ғына түгел, ә рухи көсө менән дә һоҡландырҙы. Нормативтарҙы еңел үтәп, иптәштәренә лә ярҙам итеп өлгөрҙө. Ғәҙел, аҡыллы, тыныс, кешелекле булыуы менән айырылды ул. Хөрмәт Хәмит улы уҡыған йылдарҙа командирыбыҙ булған кеүек, артабанғы тормошта ла беҙҙең ғүмерлек командирыбыҙ булып ҡалды. Был ысын ир-егет сифаттарына эйә булған кешеләргә генә хастыр.

Дүрт йыл уҡыу йылы эсендә кисергәндәр тураһында күпте һөйләргә була: байтаҡты кисерҙек, борсолған мәлдәр ҙә, көлөп иҫләрлеген дә үттек. Әммә бөгөн был хаҡта түгел, ә ошо йылдарҙың беҙҙең характерҙарҙы нығытып, ысын дуҫлыҡ ептәре менән бәйләүен ғорурланып әйткем килә. Алыҫ 1979 йылдан алып бөгөнгә тиклем беҙ бер-беребеҙгә яҡын булып ҡалдыҡ. Әрме дуҫлығын, үҙебеҙ генә белгән традицияларыбыҙҙы һаҡлап ҡала алдыҡ.

90-сы йылдар аҙағында – 2000 йылдар башында йыш хеҙмәт командировкаларында булдым. Көньяҡ Уралда, башҡа төбәктәрҙә һәм ике мәртәбә Башҡортостанда булдым. Эш менән йөрөгәс, күп нәмәгә иғтибар бирергә өлгөрөп булманы. Әммә быйыл мин Башҡортостанды, атап әйткәндә Баймаҡ районын, үҙем өсөн яңынан астым. Хөрмәттең саҡырыуы буйынса беҙ уның хеҙмәттәштәре “Башҡорт аты” фестивален ҡарарға килдек. Һәм Башҡортостанға мәңгелеккә ғашиҡ булдыҡ. Башҡорт халҡының үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, мәҙәниәтен, тарихын ҡәҙерләп һаҡлауы һоҡландырҙы. Ә башҡорт тоҡомло аттар ниндәй! Иҫ киткес бит! Был ғына түгел, Башҡортостанда хеҙмәткә булған мөнәсәбәт һоҡландырҙы. Ташландыҡ ерҙәр юҡ, бар ерҙә тәртип, иген үҫә. Үкенескә ҡаршы, күп төбәктәрҙә һөрөлмәгән-сәселмәгән ерҙәрҙе күреп йөрәк әрней.

Бар эшемде ташлап, Башҡортостанды, Баймаҡ ерҙәрен күреүемә бик шатмын. Бында шул тиклем ихлас һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Бер нисә көн эсендә әллә күпме кешеләр менән таныштыҡ, күрештек. Уларҙың: “Мотлаҡ тағы килегеҙ беҙгә”, -тиеүҙәре күңелгә май булып ятты. Иҫ киткес тәбиғәтле һәм хайран ҡалырлыҡ халҡы булған был ерҙәргә мотлаҡ тағы килермен, тип ышанам.

Игорь Шахов, полковник:

- Хөрмәт Хәмитов менән Мәскәү юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһына уҡырға ингәс таныштыҡ. Мин мәктәптән һуң, ә ул әрме һурпаһын татып өлгөргән егет ине. Тәүҙә беҙ уртаҡ тел таба алманыҡ. Сөнки мин иркенлекте ныҡ яратҡан егет инем. Ә Хөрмәт замкомвзвода булараҡ, үҙенә лә, башҡаларға ла бик талапсан булды. Һәр һалдаттан теүәл тәртипте талап итте. Артабан аңлашып, хатта дуҫлашып киттек. Командирыбыҙ булараҡ, Хөрмәтте һәр кем ихтирам итте. Уға ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә ярҙам итер ине. Хатта күңелең төшөп йөрөгәндә лә, ул һиҙеп-тойоп, барыһын да белешеп, кәңәштәрен бирә, тынысландыра торғайны. Шуға күрә беҙ Хөрмәт Хәмит улын әле лә беҙҙең командирыбыҙ тип йөрөтәбеҙ.

Училищенан һуң беҙ Алексей Ощепков менән бер урынға хеҙмәт итергә юлландыҡ. Ҡалған иптәштәр менән оҙайлы ваҡытҡа бер-беребеҙҙе юғалттыҡ, тиергә була. Ҡулыма беҙҙең 1-се ротаның шәхси составы тураһында кенәгәһе килеп эләккәс, шундағы адрестарға училищены тамамалауҙың 30 йыллығына арналған саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрҙем. Мин Хөрмәт Хәмитов кәмендә республиканың хәрби комиссары булып киткән икән тип уйлағайным. Сөнки уның характеры, ысын хәрбиҙәргә генә хас сифаттары барыһын да һоҡландыра ине. Әммә беҙҙең командирға төрлө йүнәлештәрҙә эшләргә тура килде. Был мөһим түгел, тормош барыһын да үҙ урынына ҡуя ул. Яҡшы кешеләр үҙҙәренә тәғәйен урында булырға тейеш, шуға күрә Хөрмәттең хәрби комиссар булып оҙайлы йылдар уңышлы эшләүенә ҡыуанам. Хөрмәт Хәмитов М.В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны уңышлы тамамлап, һөнәрен тағы ла нығыраҡ камиллаштырған офицер ҙа. Мин дә заманында хәрби комиссариатта эшләгәйнем. Ниндәй яуаплы һәм ауыр эш икәнен яҡшы аңлайым. Шуға күрә Хөрмәт Хәмит улы эшләгән хәрби комиссариатты ла барып ҡараным. Миңә бик оҡшаны: бар ерҙә тәртип, Оборона министрлығының талаптарына тулыһынса яуап бирә. Был да беҙҙең командирҙың үҙ эшенә ни тиклем яуаплы ҡарауын, үҙ эшенең оҫтаһы булыуын күрһәтә.

Башҡорт аты” фестиваленә килгәс, хайран ҡалыуҙан, ғәжәпләнеүҙән ауыҙҙарыбыҙ асылды. Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған, сағыу, матур. Был ҙур сараның нәҡ Баймаҡ ерҙәрендә үтеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй бит. Барыһы ла ныҡ оҡшаны, бигерәк тә джигитовка хайран ҡалдырҙы. Шулай уҡ Баймаҡ халҡының хәрби хәрәкәттәр ветерандарына булған мөнәсәбәте һоҡландырҙы. Минең разведкала хеҙмәт итеүемде белгәс, төрлө һорауҙар биреүселәр күп булды.

Башҡортостанда мин тәүге тапҡыр. Һәм был ерҙәргә иҫ-аҡылым китте. Мин һәр саҡ донъяла яҡшы кешеләр күберәк булыуына инанып йәшәй инем. Баймаҡ ерҙәренә килгәс был тәғлимәткә тамам ышандым. Нәсимә һәм Хөрмәт Хәмитовтарға ҡунаҡсыллығы, ихласлығы өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Баймаҡ ерҙәре, халҡы ғүмерлеккә йөрәгемдә ҡалды.

Эйе, йылдар дауамындағы ысын дуҫлыҡ – иң юғары тойғоларҙың береһе. Һәр кемгә татымай был бәхет. Йәш саҡтарынан хәҙерге көнгә тиклем Ватаныбыҙ һағында булған ысын ир-егет – дүрт дуҫҡа киләсәктә лә бер-береһенә терәк-таяныс булып, бәхеттә генә йәшәргә яҙһын!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас