Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
3 Сентябрь 2025, 11:50

Һалдат яҙмалары

Шул “ҡоштар” арҡаһында хәрби машинала һуғышҡа инеп булмай, шунда уҡ шартлаталар. Һирәк кенә кеше инеп кире сыға ала. Погода насар булғанда ғына инеп сығырга була, унда ла икеле...

Дошман “ҡоштары” мәкерле эшләй. Яңғыҙ кешегә теймәйҙәр, ә ҙурыраҡ хәрби машина күрһәләр, ташланалар һәм шартлаталар. Ҡайҙа боеприпас ятҡанын аңдыйҙар. Унан складты шартлатып китәләр. “Ҡош” тигәнем дрондар, улар һауала оса. Тауышы сыға, ә үҙе ҡайһы ваҡыт куренмәй. Атып ҡарайбыҙ, тигеҙеп булмай. Уларҙың төрлөһө бар: ҡайһы берәүҙәрен приборға ла тотоп булмай. “Булат” тип атала ундай прибор. Дрон яҡынлай башлаһа, баяғы “Булат” сигнал бирә, сипылдай. Сигнал биргәне һәйбәт, йәшенеп өлгөрөп була. Приборҙа күрһәтә, дрондың нисә километрҙа осоп килгәне. Күп егеттәр дрондар арҡаһында һәләк була, бик ҡуркыныс нәмә. Шул дрондар булмаһа, дошманды күптән еңер инек. Шуның менән дошмандар үҙ урынан ҡуҙғалмай. Кассета тигән дошмандың шартлатҡысы бар. Ул да бик ҡуркыныс. Һауаға аталар, ул ергә төшөп шартлай. Футбол майҙансығындай ерҙе ҡаплай, ярсыҡтар һибелә. Кешеләрҙе, бесән сапҡан кеүек, сабып үтә. Әгәр Украинаға 50-нән ашыу ил ярзам итмәһә, беҙ күптән еңгән булыр инек.

"Һалдат яҙмалары"н "Һаҡмар" гәзитендә уҡығыҙ.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас