Беҙ ҙә эләктек - “ҡоштар” беҙҙе күреп баҫтыра башланы. 500 метр ҡалғайны гаражға инергә, дрондар арттан шәп итеп ҡыуа. Гаражға инеп машинаны ҡуйҙыҡ та, командир менән ҡоҙа блиндажға йүгерҙе. Дрон уларҙы баҫтырып китте һәм блиндаж эргәһенә снарядын ташланы. Шартланы. “Ҡош” кире миңә машина янына килде. Мин ҡасып өлгөрмәнем. Баштан тиҙ генә уйҙар үтә, нимә эшләргә һәм дә нисек ҡотолорға, тигән. Хәҙер был әшәке машинаға елгәрә тинем дә, булған көстө туплап ситкә йүгерҙем. 50 метр самаһы китеп ағас аҫтында йәшенеп торам. Дрон снарядын машинаның артына елгәрҙе. Ярай, машинаның үҙенә эләкмәне, өҫтә ятҡан бүрәнәгә эләкте. Хәҙер минең йәшенгәнде күрҙе бит инде, мине эҙләй башланы. Ҡараңғы, ул мине күрә, ә мин уны күрмәйем, тауышын ғына ишетәм. Ағасты урап, бызылдап осоп йөрөгәнен ишетәм. Белгән доғаларҙы уҡый-уҡый, өйөрөлөп ҡаса башланым. 5-6 мәртәбә ағасты ураным да, күп уйлайтып өйөрөлөп йөрөп булмай, хәҙер шартлата тинем дә, ҡапыл шәп итеп, туалет ултыра ине, шуның эргәһенә йүгерҙем. Ул маскировать ителеп ағас-ҡыуактар менән ябылған ине. Шунда барып йәшендем. Йәшенеүем булды, баяғы дрон снарядын ағас эргәһенә ташланы. Ер һелкенеп китте, яҡты булып китте. Күҙ алдынан бала саҡтан алып ошо йәшемә тиклемге ваҡыт йүгереп үтте. Бер нисә секунд эсендә баяғы “ҡош” снаряды бөтөп, осоп китте. Мин лыс һыу булып тирләнем, өҫтә броник, ауыр, ятам. Дрондың осоп киткәнен ишеткәс, Хоҙай бирҙе тағын бер ғүмер тип егеттәр янына инеп киттем. Улар көлә, миңә бер ҙә көлкө түгел ине. Бөгөнгө “зеркальный” көн – 25.05.25 - Хандың икенсе тыуған көнөнә әйләнде инде.
"Һалдат яҙмалары"н киләһе һанда уҡығыҙ.