Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағында ауылдашыбыҙ, хәрби офицер, яугир Рәдиф Хәмзинға яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Шайморатов орденыны тапшырылды. Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ!
Ул быға тиклем махсус хәрби операция ваҡытында Батырлыҡ орденына, ике тапҡыр "Батырлыҡ өсөн", шулай уҡ Оборона министрлығының миҙалдарына лайыҡ булғайны.
Таулыҡай ауылы егете Рәдиф Хәмзин бала саҡтан хәрби булырға хыяллана. Уның өйҙә барлыҡ һөйләгән темаһы, эшләгәне, күҙәтеүҙәре лә хәрбиҙәр, улар тормошо менән мауығыу, уларға оҡшарға тырышыу менән бәйле була.
Егет мәктәп йылдарынан уҡ тырыш, уҡыуға, белемгә ынтылышлы, маҡсатлы булып буй еткәрә. Спортты ярата, һәр ваҡыт сәләмәт тормош алып бара. Дуҫтары, класташтары, туғандары менән йылы мөнәсәбәттәр булдырып, бар тырышлығын үҙенең хыялын тормошҡа ашырыуға тырыша.
Ғаиләлә икенсе бала булып тыуған Рәдиф, бала саҡтан әсәһе Рәйлә Хәмзә ҡыҙының бер туған апаһы Нәйлә менән олатаһы Нуретдин Яҡуповтар тәрбиәһендә үҫә. Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбендә белем алғандан һуң, Баймаҡтың СПТУ-һын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Унда ул кадет төркөмөндә уҡый, юғары уҡыу йортона инергә хыяллана. Документтар менән ҡытыршылыҡтар килеп сығыу арҡаһында беренсе барғанда уҡырға инә алмағас, уфтанып комиссия ағзаларына "Эх, һеҙ шундай шәп офицерҙы юғалттығыҙ!", - тип көрһөнә. Ләкин, тырыш егет бының менән туҡтап ҡалмай, әрме сафына алынып, хеҙмәт иткән сағында контракт төҙөй. Аҙаҡ ошо йүнәлештә белем алып, урау, әммә ышаныслы аҙымдар менән үҙенең маҡсаттарына ирешә, хыялдарын ысын итә. Күрше-тирәләре, дуҫтары уның нисек хәрби булырға хыялланғанын әле лә, иҫкә төшөрөп, ҡыҙыҡ итеп һөйләй: «Бала саҡта юл ситенә ҡарҙан окоп эшләп, үткән машиналарға ҡул күтәреп, ҡарап торған. Йәнәһе, ул ысын пограничник һәм ил сигендә һаҡта тора. Үҫә төшкәс, армиянан ҡайтҡан ағайҙарҙы һағалап, юлда осрағандарын көтөп тороп, төрлө һорауҙар биреп, гел ҡыҙыҡһынып йөрөнө».
Бына шулай шуҡ малай, батыр егет булып үҫеп, илебеҙ именлеген һаҡлаған патриот, ысын хәрби була, баласаҡ хыялын тормошҡа ашыра.
«Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр. Интернет селтәрендә Рәдиф улыбыҙҙы түше тулы орден-миҙалдар менән күреү миндә оло ҡыуаныс уятты. Хәрби операцияла тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән лейтенант Рәдифтең бала сағы беҙҙең күҙ алдында үтте. Өлкәндәрсә һөйләшеүе, ғәҙәти булмаған фекерләүе, йор һүҙе менән ул беҙҙе ғәжәпләндерә торғайны. Мәктәптә яҡшы уҡыны, сәхнәлә йырлайым тигәс, йыр өйрәткәнем дә бөгөнгөләй хәтеремдә.
Хәрби тормошта оло сынығыу үткән ҡыйыу егет ялға ҡайтҡанда уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Егеттәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Туғандарына ҡарата ла ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсыл. Ил терәге булырҙай ул үҫтергән инәһе менән олатаһына, әсәһенә һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйем», - тине Таулыҡай ауылында йәшәүсе Рәйсә Хәсәнова-Яҡупова.
Әлеге мәлдә Рәдиф Хәмзин Рязань ҡалаһында яңы әрме сафына алынған һалдаттарҙы әҙерләй. Шулай уҡ хәрби операцияла ла ҡатнаша.
Күрһәткән батырлыҡтары, намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап юғары наградалар менән бүләкләнә.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә әсәйемдең, Нәйлә инәй менән Нуретдин олатайҙың, туғандарымдың фатихаларында йөрөйөм, ти ул.
Ысынлап та, улар бала саҡтан Рәдифтең ябай ғына ҡыҙыҡһыныуҙарын күреп, дәртләндереп тороусы, бар хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе. Бар ир-егет эштәренә өйрәтеүсе, кәңәшсеһе, ныҡлы терәге Нуретдин олатаһына ла егет ҙур рәхмәтле.
Ғаиләһенән дә уңды Рәдиф. Тормош юлдашы, Үрге Нуғай һылыуы Гөлфиә Ишбулат ҡыҙы менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр.
Кәләше хәрби ҡатыны булараҡ, сабыр, аҡыллы, күндәм. Йәш ғаилә алдарына ҡуйған маҡсатҡа ынтылып, бер-береһен аңлап, тырышып матур итеп йәшәй. Тыуған яҡтарға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда туғандары менән аралашып, күрешеп туя алмайҙар. «Бындай ҡәҙерле мәлдәр ҡыҫҡа булһа ла, был осрашыу, аралашыуҙар һәр саҡ күңелгә ял биреп, сит тарафтарҙа йөрөгәндә йәшәүгә көс, дәрт бирә», - ти татыу, илһөйәр Хәмзиндар ғаиләһе.
Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә имен-һау бул, ауылыбыҙҙың батыр улы.
Илебеҙ именлеген һаҡлаған, батыр, илһөйәр ауылдашыбыҙ Рәдиф Хәмзин ауылыбыҙҙың ғына түгел, илебеҙ ғорурлығы. Беҙ һинең уңыштарыңа һөйөнәбеҙ, батырлыҡтарыңа һоҡланабыҙ.
Иң ҙур теләгебеҙ, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, яугир егеттәр иҫән-һау ҡайтып, матур, тыныс тормошта йәшәргә Аллаһы Тәғәлә насип итһен.
Әнүзә Азаматова,
Таулыҡай ауылы