15. 05. 2025
Бөгөн таңғы 4-се яртыла уяндым. Кисә кис командир Ваня: “Атырға сығабыҙ. Егеттәрҙе уятырһың”,-тип. Сәй ҡайнатырға ҡуйҙым да, егеттәрҙе уяттым. Күмәкләшеп сәй эсеп алдыҡ та, броникты кейеп, автоматтарҙы, рацияларҙы алып, БМП-ға тейәлеп сығып киттек.
Сығыр алдынан командир штабҡа доклад яһай “к выезду готовы” тип. Рөхсәт алғандан һуң ғына сығабыҙ. Ата торған ергә барып еткәс “доехали, готов к стрельбе” тип отчет бирә. Мин дошман яғына, кәрәкле позицияға тоҫҡайым да, пушка әҙер атырға тиһәм, командир тағы рация аша доклад яһай. Унан “огонь” тиһә, мин ата башлайым. 2 минут эсендә атып бөтөп, механик-водитель БМПға ырғып ултырып тейәлешеп ҡайтып китәбеҙ. Һәр бер аҙымға доклад яһар кәрәк. Ҡайтып еткәс “коробка на месте” тип отчет бирелә.
"Һалдат яҙмалары"н тулыһынса "Һаҡмар" гәзитендә уҡығыҙ