Ҡаһармандар дәүере
Һалдат яҙмалары
Улдарын, ирҙәрен, ағайҙарын, ҡустыларын, яҡындарын, дуҫтарын махсус хәрби операцияға оҙатҡан кешеләрҙең йөрәгендә ниндәй ут-ялҡын булыуын улар үҙҙәре генә беләлер. Баш особоҙҙағы тыныс зәңгәр күккә ҡарап: “Хәҙерге ваҡытта Ул нимә эшләй икән? Мин ап-аҡ болоттарҙы тыныс ҡына күҙәткәндә, Уның өҫтөндә суйын “ҡоштар” осамы икә?” - тип әҙ уйланмайһың. Шуға күрә батыр яугирҙәребеҙҙең көндәлек тормошон яҙып та өлгөрөүе маҡтауға лайыҡ. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға яҡташыбыҙ, батыр яугирҙың көндәлеген тәҡдим итәбеҙ. “Хан” махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китә. Биш бала атаһы тыуған ере, иле өсөн янып йәшәгән егеттәребеҙҙең береһе. Уның яҙмаларын уҡып күптәр яҡындарын күҙ алдына килтереп йыуаныр, тынысланыр, тип ышанабыҙ. Яугирҙең үҙенә генә хас яҙыу стилен һаҡларға тырыштыҡ.
Бөгөн 24.03.2025 йыл.
Мин таңғы дүрттә торҙом да, старший булараҡ егеттәрҙе уятып сыҡтым. Ер аҫтында урынлашҡан блиндажды беҙҙең өй тип атайбыҙ. Иртә менән әҙерләнәбеҙ. Минең блиндажда ятҡан йәш егеткә, исеме Ғәле, “тор, ваҡыт” тигәйнем, “ағай, сәй ҡайнағансы ғына ятып торам”, тине. “Ярар”, тинем. Йәш бит, йоҡоһо ла киләлер инде. Сәй ҡайнаны. “Ғәле ҡустым, тор сәй эсеп алайыҡ” тинем дә, сәй яһап бирҙем. Тамаҡ ялғап алдыҡ та, бронник кейеп, автоматтарҙы алып, егеттәрҙе эйәртеп алдыҡ та, машинаға юлландыҡ.
Мин таң менән уянған һайын һуғыш тиҙерәк бөтһөн тип теләйем. Таңгы теләктәр ҡабул була тип бәләкәй сағымда өләсәйем мәрхүмә йыш ҡабатлар ине. Ҡараңгы машинаға барып еттек тә, егеттәр менән ике сәғәт күнекмәләр үткәрҙек. Ике сәғәттән кире әйләнеп ҡайтып, һәр кем үҙ блиндажына инеп китте. Мин дә, Ғәле ҡусты менән, инеп, автоматтарҙы һөйәп ҡуйҙыҡ та, бронниктарзы систек тә, сәй ҡойоп эстек. Иртәнсәк ашау ҙа бармай. Күнекмәләрҙән һуң бигерәк тә. Ғәле ҡустым, “Ағай, әйҙә вермишель бешереп ашап алайыҡ төшкә. Үҙем бешерәм”,-тине...
Тулыһынса "Һаҡмар" гәзитендә уҡығыҙ